

Бөгөн Бәләбәй районының Надеждино ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXXV Халыҡ-ара Аксаков байрамы айҡанлы тантаналы сарала ҡатнашты. Ул республикала йыл һайын ойошторола. Беренсе тапҡыр 1991 йылда, яҙыусының тыуыуына 200 йыл тулғанда, үткәрелгәйне. Быйыл байрам 26-27 сентябрҙә Өфөлә, шулай уҡ Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы, Өфө райондарында уҙғарылды.
Башҡортостан Башлығы Надеждино ауылында Сергей Аксаковтың һәйкәленә сәскәләр һалды. Скульптура 2010 йылда ҡуйылған, авторы – белорус скульпторы, Беларусь Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Иван Миско.
Радий Хәбиров Дмитрий Солунский ҡорамында булды. Ул тарих һәм архитектура һәйкәле булып тора, Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәгенә ҡарай. Нефтекама һәм Бәләбәй епискобы Митрофан сиркәүҙең 1799 йылда дворян Куроедовтар аҡсаһына төҙөлгәне тураһында һөйләне. 1991 йылда Сергей Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыу менән бәйле Башҡортостан Хөкүмәте һәм Аксаков фонды дини объектты тергеҙҙе. Дмитрий Солунский ҡорамы биләмәһендә йәкшәмбе мәктәбен астылар. Республика Башлығы балаларҙың остаздары менән аралашты, мәктәп тәрбиәләнеүселәренә ысын илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләне.
Артабан Радий Хәбиров Аксаковтар ғаиләһе усадьбаһын ҡараны. Унда яҙыусының бала сағы үткән, һуңғараҡ уны “Ғаилә хроникаһы” һәм “Багров-ейәндең бала сағы йылдары” әҫәрҙәрендә бәйән иткән. Бина тарихи мираҫ объекты булып тора һәм унда хәҙер йорт-музей эшләй.
Башҡортостан Башлығы музейҙың абруйлы ҡунаҡтар китабында тарихи яҙыу ҡалдырҙы, шулай уҡ ағас ултыртыуҙа ҡатнашты һәм “Асыл, күңел” фольклор байрамында булды. Был сара айҡанлы Аксаков тарихи мәҙәни үҙәгендә биш милли ихата – рус, башҡорт, татар, сыуаш һәм мордва ихатаһы ойошторолған. Шулай уҡ Аксаков байрамы ваҡытында Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Төбәк етәксеһе Аксаков фонды рәйесе, яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Михаил Чвановтың тантананы үткәреүҙә ҙур өлөшөн билдәләне.
- Михаил Чванов был сараның хәрәкәт көсө булып тора, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл Халыҡ-ара Аксаков байрамы 35-се тапҡыр ойошторола. Республика өсөн ул ҙур мәғәнәгә эйә – арҙаҡлы яҡташыбыҙ, яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың ижади мираҫы һәм уның ҙур ғаиләһенең изге эштәре тураһындағы яҡты иҫтәлекте һаҡлау.
Текст сығанағы, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.