Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Сентябрь 2025, 14:15

“Ҡайтырға ваҡыт!”

Был китап 1991 йылда яҙыла башлаған булған.

“Ҡайтырға ваҡыт!”“Ҡайтырға ваҡыт!”
“Ҡайтырға ваҡыт!”

Бәләбәй районының үҙәк мәҙәниәт һарайында яҙыусы, Аксаков фонды рәйесе Михаил Андреевич Чвановтың “Ҡайтырға ваҡыт!” тип исемләнгән китабының исем туйы булды.

Баҫма 1991 йылда яҙыла башланған. Автор уны яҙыусы Анатолий Грешневиковтың һорауы буйынса яҙып бөткән. Анатолий Николаевич китапты баҫтырырға ярҙам иткән һәм уны XXXV Аксаков байрамына алып килгән.

Анатолий Грешневиковтың һүҙҙәренә ҡарағанда, уға Михаил Чвановтың ижады оҡшаған, ә китаптарҙы уға С.Т. Аксаков музейында булған улы алып килгән.

– Беҙ урындағы даһи Сергей Аксаков йәшәгән урында баҫып торабыҙ, ә икенсе даһи Аксаков мираҫын һаҡлаған. Эш кешеһе! Дуҫлыҡ менән ғорурланам, китапҡа һоҡланам, Михаил Чвановты һаҡлағыҙ, – тине Анатолий Николаевич.

Әйткәндәй, китаптың исеме Иван Аксаковтың ижад емешенең исеме менән “Ҡайтырға ваҡыт!” тип аталған.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Владимир Нагорный  яҙыусының китабын юғары баһаланы һәм Михаил Андреевичҡа Аксаковты асҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе.  

Баҫманың исем туйында Мәскәүҙән, Өфөнән, Һамарҙан, Сербиянан, Болгариянан ҡунаҡтар, китапханасылар, крайҙы өйрәнеүселәр, уҡыусылар булды. Ошонда уҡ М.А. Иванов тураһындағы “Күперҙәр” фильмын беренсе тапҡыр күрһәттеләр.

Любовь Иванова.

Автор фотоһында: “Күперҙәр” фильмы авторы Зилә Байгилдина, Михаил Чванов, Сергей Грешневиков.

“Белебеевские известия”.

“Ҡайтырға ваҡыт!”
“Ҡайтырға ваҡыт!”
“Ҡайтырға ваҡыт!”
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас