Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Сентябрь 2025, 14:15

Ололар концерт ҡуйып һалдаттарға ярҙам иткән!

Шишмә районы ветерандары матур өлгө күрһәтә.  

Ололар концерт ҡуйып һалдаттарға ярҙам иткән!Ололар концерт ҡуйып һалдаттарға ярҙам иткән!
Ололар концерт ҡуйып һалдаттарға ярҙам иткән!

Шишмә районына эш сәфәре мәлендә ветерандар советының бик дәртле ансамбле менән танышып ҡайттыҡ. Баянсылар, гармунсылар, йырсылар, бейеүселәр тупланған был коллективҡа Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айрат Байматов етәкселек итә.

Оло йәшкә еткән, ләкин күңелдәрендә дәрт һүрелмәгән, йыр-бейеүҙәре менән сәхнәне гөрләткән апай-ағайҙарҙың район ауылдары буйлап концерт ҡуйып, аҡсаһын махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙамға йүнәлтеүҙәре уларға ҡарата ихтирамыбыҙҙы тағы ла арттырҙы.

Уларҙың барыһы менән күрешеү насип булмаһа ла, бер нисәүһе менән әңгәмәләшеп алдыҡ.

Үрге Тирмә ауылынан Таһирйән Ишмөхәмәтов ғүмер буйы мәктәп директоры булып эшләгән, ләкин гармун, тальяндан ул бер ҡасан да айырылмай. Киреһенсә, ошо музыка ҡоралында уйнай белеүе уға төп эшендә ярҙам ғына итә. Мәктәптә ниндәй генә саралар уҙһа ла, улар мәктәп директорының гармунынан тыш уҙмай.

– Бала саҡтан гармун моңона ғашиҡмын. Әле лә хәтеремдә бәләкәй инем әле, ауылда туйҙа бер гармунсының өҙҙөрөп уйнағанын күреп, минең дә уйнарға өйрәнеү теләге тыуҙы. Шунда атайымдан гармун алып биреүен һораным. Атайым һүҙемде кире ҡаҡманы.Ҡара төҫтәге тальян гармуны алып ҡайтты. Ниндәйҙер көйҙө ишетһәм, уны тиҙ генә килтереп сығара инем. Һәләтемде белгәс, атай-әсәйем мине ҡалаға музыка мәктәп-интернатына уҡырға бирергә булды. Минең һәләтемде тикшереп ҡаранылар ҙа: “Уҡырға алабыҙ”, - тинеләр. Шул ваҡыт өйҙән бер ҡайҙа ла китке килмәй, илай башланым һәм ауылға ҡайтып киттем. Шулай ҙа гармунды бер ҡасан да ташламаным. Бөгөн дә ансамблгә шатланып киләм. Гармунда уйнау йәшәртә, илһамландыра, – тип һөйләне Таһирйән Нәби улы.

Икенсе әңгәмәсем  Шишмә ҡасабаһынан Әүхәт Гәрәев тә заманында оҙаҡ йылдар мәктәптә директор, урынбаҫар вазифаларын башҡарған. I класта уҡыған сағында гармунда уйнарға өйрәнһә, әле хаҡлы  ялда ла ҡулынан төшөргәне юҡ.

– Гармунда атайым уйнарға өйрәтте. Ә III класта уҡығанда баянды ҡулыма алдым. Әле лә иҫемдә, бер туған Әсхәт ағайым Германияла хеҙмәт иткән еренән “Миранда” тигән немец баяны алып ҡайтты. Ул баян әле лә бар. Өләсәйем дини кеше булды. Шуға мин баянды ҡулыма алһам “Шайтан көйөн уйнап ултырма, мунсаға барып уйна” тип сығарып ебәрә ине. Шулай итеп мунсала уйнарға өйрәндем, – тип йылмайып хәтергә ала шул мәлдәрҙе Шишмә гармунсыһы.

Өҙҙөрөп уйнаусы тағы ла бер гармунсы Йәрми ауылынан Рәмил Мөслимов бәләкәй сағында ауылындағы оҫта гармунсы ағайға ҡарап был музыка ҡоралына ҡыҙыға.

– Бер кем дә өйрәтеп ултырманы, үҙем өйрәндем. Һигеҙ йәшемдә өҙҙөрөп уйнай инем инде, – тине  ул.

Егеттәрҙе армияға оҙатыуҙар, ҡаршы алыуҙар, ауыл байрамдары - береһе лә ул осорҙа гармунһыҙ үтмәй. Йәш сағында Рәмил ағай колхозда бухгалтер булып эшләй. Ләкин гармун һәр ваҡыт күңеленең ғүмерлек дуҫы булып ҡала. Ансамблгә саҡырыу менән, ихлас ризалашҡан.

Ансамблде йырҙары менән биҙәүсе апайҙарҙың береһе – Зөлфирә Йәғәфәрова элек төрлө эштәрҙә эшләгән. 1978 йылда Шишмә ҡасабаһына күсеп килә. 1982 йылда мәҙәниәт йортондағы вокал ансамбленә йөрөй башлай. Ете йыл самаһы унда шөғөлләнгәндән һуң уны мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлап, мәҙәниәт тормошонда ең һыҙғанып эш башлай. 2012 йылға тиклем халыҡ театры етәксеһенең ярҙамсыһы булып эшләй. Был осорҙа байтаҡ спектаклдәр сәхнәгә сығарыла.

– Күңелемә халыҡ йырҙары яҡын. Шулай уҡ элекке йырҙарҙы ла башҡарырға яратам, – ти ул.

Флүзә Ғималетдинованы ла яҡташтары моңло тауышы өсөн ярата. Һөнәре буйынса һатыусы булһа ла, күңеле тулы йыр-моң уның.

– Әсәйем бик матур йырлай ине. Таҡмаҡтарҙы оҫта башҡарҙы. Ләкин береһе лә минең иҫтә ҡалмаған, – тине Флүзә апай.

 1986 йылдан алып мәҙәниәт һарайындағы вокал ансамбленә йөрөй. Ветерандар ансамблендә сығыш яһарға өлгөрә.

Халыҡ араһында сығыш яһауҙан, йырҙан көс ала ул. Концерттар ҡуйып, махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеп тә күңел ҡәнәғәтлеге алыуы тураһында белдерҙе замандашым.

Әлфирә апай Маракаева 40 йыллап мәктәптә хеҙмәт иткән, 17 йыл директор урынбаҫары булып эшләү тәжрибәһе аша ла саралар ойоштороу, концерттар әҙерләү кеүек  эштәр күңеленә һеңгән. Ветерандар ансамбле концерттарында ла ул ихлас ҡатнаша. Бынан тыш Мәҙәниәт һарайында эшләп килгән “Надежда” ветерандар хорына, “Байрам” ансамбленә йөрөргә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, шиғырҙар ижад итергә, китаптар баҫтырырға ла өлгөрә Шишмәнең һәләтле һандуғасы.

Ҡулдарына гармун алһалар, туҡтатып та булмаҫлыҡ итеп дәртләнеп уйнаған, сәхнәләрҙе йәмләп бейегән, йырлаған ошондай һәләттәр һәр беребеҙҙең күңелендә йәшәү сатҡылары ҡабындыра ала.

 Автор фотоһы.

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас