Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
29 Сентябрь 2025, 17:55

Һәр кеменең үҙ һүҙе бар

Өс шағирәнең йыйынтығы донъя күрҙе

Һәр кеменең үҙ һүҙе барҺәр кеменең үҙ һүҙе бар
Һәр кеменең үҙ һүҙе бар

"Китап" нәшриәте кибетенең уңайлы ғына осрашыуҙар залында бер-бер артлы матур саралар үтеп тора. Һуңғыларының береһендә өс шағирә – Зөлфирә Ҡарағужина, Айгөл Айытҡолова һәм Айзилә Мортаеваның берлектә сыҡҡан яңы китабы – “Ямғыр романсы”, “Һағыныу”, “Бәхет мәрйене усымда” йыйынтыҡтарының исем туйы булды.

Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина һәм Айгөл Айытҡолованың ижады менән шиғыр һөйөүселәр бығаса сыҡҡан йыйынтыҡтар аша таныш булһа, Айзилә Мортаева өсөн был китап – беренсеһе, шуға ла ул был кисәлә айырыуса ныҡ тулҡынланғандыр.

Авторҙарҙың шатлығын уртаҡлашырға нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, туғандары, дуҫтары, коллегалары йыйылды. Йәш ижадташтарының байрамын Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, күренекле шиғыр оҫталары Тамара Искәндәриә, Зөлфиә Ханнановалар ҙа иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Уларҙың ихлас күңелдән әйтелгән һүҙҙәре кисә сәбәпселәренең күңеленә илһам өҫтәмәй, ҡанат ҡуймай ҡалмағандыр.

Ҡәҙим Әбделғәлим улы ла, Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы ла йылы итеп шағирәләрҙең һәр ҡайһыһына төбәлгән кәңәштәрен, теләктәрен еткерҙе, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ һүҙе, үҙ аудиторияһы барлығына иғтибар йүнәлтте, ижадтарының көслө яҡтарын телгә алды. Яңы китап авторҙары уларҙы ҙур рәхмәт менән ҡабул итеп алды, “һеҙ – беҙҙең остаздар” тип оло хөрмәттәрен белдерҙе.

Тамара Искәндәриә лә: “Ҡыҙҙарҙың башҡорт шиғриәтенә ныҡлап аяҡ баҫҡан мәле. Уларҙың һәр береһенең үҙ йөҙө, стиле бар”, – тигән фекерен еткерҙе, киләһе шиғри йыйынтыҡтарҙа әйтер һүҙҙәренең тос булыуын теләне.

Башҡорт шиғриәтен үҙ иткәндәрҙең күбеһе өсөн яҡын исем ул – Зөлфиә Ханнанова. Билдәле шағирә өс авторға ла үҙенсәлекле ижадтарына тоғро ҡалыуҙарын, йөрәк ҡушыуы буйынса ижад итеүҙе дауам итеүҙәрен теләне. Әйткәндәй, Зөлфиә Миңлебай ҡыҙы – Башҡортостан һәм Рәсәй менән бер рәттән, Беларусь Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы ла. Ул авторҙарҙың шиғри гөлләмәләрен тәржемәләп, күрше илдә баҫтырып сығарырға ярҙам итергә лә теләк белдерҙе. Әлбиттә, бындай тәҡдимде шағирәләр ҡыуанып ҡабул итте.

Әҙибәләргә бағышлап йылы һүҙ әйтергә теләүселәр был кистә бихисап ине. Улар араһында яҡташтары ла, Өфөлә һәм республика төбәктәрендә йәшәп, һүҙ сәнғәте менән шөғөлләнгән ижадташтары ла булды. Һәр ҡайһыһы яңы китап сығыу шатлығын ихлас уртаҡлашты, күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға ашыҡты.

Шағирәләрҙән тулҡындандырғыс сара, яңы китапҡа ҡағылышлы тәьҫораттары менән уртаҡлашыуҙарын һораным.

Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина:

– Китап сығыу ул, ҡыуаныс тойғоһо менән бер рәттән, үҙеңә ышаныс һәм уҡыусыларың алдында яуаплылыҡ тойғоһон да булдыра. Был кисәлә шуны айырыуса ныҡ тойҙом. Кәңәштәрен, йылы һүҙен йәлләмәгән абруйлы һүҙ оҫталары – әҙәбиәт донъяһындағы остаздарыбыҙға, кисәлә ҡатнашыусы һәр кемгә йөрәгемдән сыҡҡан рәхмәтемде әйткем килә. Китап һүҙе артабан да берләштерһен, күңелдәребеҙҙе тоташтырһын.

Айзилә Мортаева:

– Мәктәп йылдарында шәп шағир Ғәбиҙулла ағай Зариповҡа хат яҙҙым, яуап оҙаҡ көттөрмәне:"Бәләкәй генә осҡондо күргәнең бармы? Ул йә усаҡ булып янып китә, йә һүнеп ҡала. Кеше шиғриәттә лә шулай. Үҙ күңелеңә нығыраҡ өндәш", – тип алтын һабағын бирҙе ул. Ысынлап та, шиғырҙарым – күңел донъям. Ҡәҙим ағайҙың лирик шағирәһең тиеүендә ҙур хаҡлыҡ бар. Остаздарымдың һүҙҙәрен тулыһынса ҡабул итәм. Гөлфиә Юнысова:" Ижадҡа сағыштырмаса һуңлап килеүеңдең ыңғай яғы – бер өйрәнсек шиғырың юҡ, яҙыш, ижад ит”, – тигәйне фатихаһын биргәндә. Китаптың исем туйынан күңелемдә хистәр ҡойоно, әлбиттә, сөнки минең өсөн барыһы ла беренсе тапҡыр. Ғәбиҙулла ағай әйтмешләй, осҡондан усаҡ хасил булыуына һеҙ ҙә шаһит булғанһығыҙҙыр, моғайын! Өс осҡон, өс усаҡ, өс китап!

Айгөл Айытҡолова:

– Яҙыусы, шағир өсөн “беренсе, икенсе, өсөнсө... китап” тигән төшөнсә юҡтыр ул. Уларҙың һәр береһе үҙенсә ҡәҙерле, һәр береһен көтөп алаһың. Ҡәләмдәштәрем – шағирәләр Зөлфирә Ҡарағужина, Айзилә Мортаевалар менән бергә сығыуына ла ҡыуандым. Уларҙың да шиғырҙарын яратып уҡыйым, үҙҙәрен хөрмәт итәм.

Баһаны иһә ваҡыт һәм уҡыусылар ҡуйыр. Шулай уҡ өлкән быуын ҡәләмдәштәребеҙ, остаздарыбыҙҙың фекерҙәрен ишетеү ҙә – оло мәртәбә.

Донъяға һәр ҡайһыһы үҙенсә һөйөп баҡҡан, тойғо-кисерештәрен уҡыусылары алдына ихлас асып һалған үҙенсәлекле өс шағирәнең йыйынтығы серле лә, арбағыс та шиғриәт донъяһын үҙ итеүселәр күңелендә урын тапһын, китапҡа уҡымлы ғүмер яҙһын, тип теләйбеҙ.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Фотолар – "Китап" нәшриәте, авторҙарҙың шәхси архивынан.

*   *   *

Беҙ – ҡырмыҫҡа

Донъя ғәрәсәте ҡаршыһында

Беҙ, әҙәмдәр, – кескәй ҡырмыҫҡа.

Ғаләм сатырының аҫтарында

Ҡылған изгелектәр – бер мыҫҡал.

Беҙ, әҙәмдәр, – кескәй ҡырмыҫҡалар,

Ҡылған ғәмәлебеҙ сүп кеүек.

Сүп кеүеге, күп кеүеге ғәмәлдәрҙең

Намыҫ алдындағы суд кеүек.

Иләүҙәге кескәй ҡырмыҫҡаның

Ауыр йөгө беҙгә сүп кеүек.

Шатлыҡтарҙа донъя онотолһа,

Хәсрәттәрҙә ярҙам Күк кеүек.

Изге уйҙың һәм дә яуыз уйҙың,

Сүп кенәһе өйөр сүмәлә.

Һинең сүмәләңдең сүбе ниҙән?

Уйҙарыңа бер аҙ сум әле.

Ниҙән икән минең сүмәләм?!

Зөлфирә Ҡарағужина.

*   *   *

Тауҙар, тауҙар...

Һеҙгә ғашиҡ йәндәр

Бер мин генә микән?

Юҡтыр ул.

Мин тау ҡыҙы түгел, тик ни ғәжәп,

Йөрәгемдә - һеҙҙе юҡһыныу.

 

Мин тау ҡыҙы түгел, тик ни ғәжәп,

Бейеклекте өҙөлөп һағынам!

Шул һағыныу баҫылғандай була,

Ҡыйғыр ҡоштай ҡанат ҡағынһам.

 

Һағыныуым баҫылғандай була,

Бер үрелһәм тауҙар үренә.

Мәңгелеккә күңел арбалғандыр,

Мәғрур тауҙар - йөрәк түрендә.

 

Тауҙар, тауҙар,

Һеҙ тип йән атҡандар

Бер мин генә, беләм, түгел дә.

Һеҙгә киләм күңел шатланғанда,

Һеҙгә киләм күҙ-йәш түгелһә.

 

Һеҙгә киләм йәнде һағыш баҫһа,

Толҡа тапмай күңел тулышһа.

Тереләһең, тауҙар тынын тойоп,

Тереләһең, тик бер һулыштан...

 

Тауҙар, тауҙар,

Һеҙгә тағы киләм,

(Киткән сағым һеҙҙән юҡтыр ул!)

Тик һағыныу, беләм, баҫылмаҫтыр,

Мәңгелектер - һеҙҙе юҡһыныу...

Айгөл Айытҡолова.

*   *   *

Көҙ йыры

(элегия)

Көҙ ҡыҙының ҡыҙыл ирененә

Эй, килешә һары ғына һырға.

Йөҙөндәге яҡты сағыу балҡыш

Моң таратыр нота моңһоу йырға.

 

Моң таратыр йомғаҡ күңелдәргә,

Йән арбағыс, илаһи һәм талғын.

Ошо серле тынлыҡтарҙа ҡалып,

Көйгөм килә минең, килә янғым...

 

Һөйгөм килә... Йәнә вальс бейегем...

Көҙҙөң аҫыл алтын һарайында.

Һары ғына күлдәгемде кейеп,

Мин ҡай(ы)рылып һиңә ҡарайым да...

 

Яурыныңа ҡулдарымды һалам...

Хыялдарҙа беҙ һаман да бергә.

Көҙҙәр моңон ишетер өсөн генә

Килгәнбеҙҙер кеүек ошо ергә...

 

Көҙҙәр моңо йән арбағыс моңһоу,

Һары һырға таҡҡан – көҙ ҡыҙылыр.

Уның моңон тик һағынған тойор,

Йөрәк әрнеп илар... йән һыҙылыр...

Айзилә Мортаева.

 

Һәр кеменең үҙ һүҙе бар
Һәр кеменең үҙ һүҙе бар
Һәр кеменең үҙ һүҙе бар
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас