Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Сентябрь 2025, 10:15

"Ҡыумағыҙ бабайҙы! Аҡсаны үҙем түләйем!"

Ҡапыл йәш кенә ҡыҙ йүгереп килеп етте...

"Ҡыумағыҙ бабайҙы! Аҡсаны үҙем түләйем!""Ҡыумағыҙ бабайҙы! Аҡсаны үҙем түләйем!"
"Ҡыумағыҙ бабайҙы! Аҡсаны үҙем түләйем!"

Көндәр һыуытҡан мәл. Туҡталышта биш минут баҫып торһаң да, түҙеп булмаҫлыҡ итеп өшөй башлайһың.

Үҙемдең маршрут автобусы оҙаҡ көттөрмәй килеп туҡтағас, тиҙ генә кереп, уңайлы бер урын алдым. Бер нисә минут үткәндер, кондукторҙың “Төшөгөҙ! Һеҙҙе алып бармайым! Ана ишек!” тип ҡаты итеп әйткән тауышына һиҫкәндем.

70 йәш тирәһендәге бабай тыңлаулы ғына итеп ишеккә табан атланы. Насар кейенмәгән. Эскән кешегә лә оҡшамаған. “Әллә аҡсаһы булманымы икән?” тип уйларға ла өлгөрмәнем, ҡапыл йәш кенә бер ҡыҙ кондуктор янына йүгереп килеп етте. “Ҡыумағыҙ, төшөрмәгеҙ бабайҙы! Уның өсөн аҡсаны үҙем түләйем!” - тип ҡарт кеше өсөн билет алып бирҙе. Кеше хәленә керә белгән йәш ҡыҙҙың изге ҡылығынан һуң, автобус эсе яҡтырып киткән һымаҡ тойолдо. Етмәһә, йома көнө ине...

Бабай, уңайһыҙланып ҡына ҡарап, ҡыҙға ҡарап ишетелер-ишетелмәҫлек кенә итеп рәхмәт әйтте, ләкин урын булһа ла ултырманы, үҙенең туҡталышына барып еткәнсе ишек төбөндә аҫҡа ҡарап барҙы...

Нәсих Хәлисов фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас