

Тормош мәшәҡәттәре баҫып, арып китәбеҙ. Ләкин бер-береңә йылы һүҙ әйтеү, ярҙам итеп ебәреү был тормошҡа нур, ҡот өҫтәп ебәргән һымаҡ.
Яңыраҡ ҡала маршруты автобусында ошондай күренешкә тап булдым. Эштән һуң барыһы ла арып ҡайтырға сыҡҡан. Кешенең күп ваҡыты. Бер йәш кенә ҡыҙҙың нишләптер түләргә аҡсаһы булмай сыҡты. Кемдеңдер күсергәнен көтә. Түләй алмағанына үҙе ҡыйынһына, өҙгөләнә.
Был хәлгә бер ир-егет битараф ҡалманы.
-Әйҙәгеҙ, үҙем түләйем, - тип кондукторҙан билет алып ҡыҙға тотторҙо.
–Минең аҡсам бар бит ул, телефонығыҙҙы әйтегеҙ, һеҙгә күсереп ҡуяйым, – тине ҡыҙ уңайһыҙланып.
–Юҡ, кәрәкмәй, икенсе берәү шулай ҡыйын хәлдә тороп ҡалһа, һеҙ ҙә ул кешегә ярҙам итерһегеҙ. Шул ваҡытта миңә бурысығыҙҙы ҡайтарғанһығыҙ, тип иҫәпләрһегеҙ, – тип ихлас йылмайҙы ир кеше.
Шул ваҡыт күптәрҙең йөҙөндә йылмайыу сағылды. Бәләкәй генә изгелектән башҡаларҙың да кәйефе күтәрелеп китте.
Автор фотоһы.