Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Октябрь 2025, 17:50

Ижад һәм рух байрамына әүерелде

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Ижад һәм рух байрамына әүерелдеИжад һәм рух байрамына әүерелде
Ижад һәм рух байрамына әүерелде

Бар ғүмерен йәш быуынға белем биреүгә, халҡыбыҙҙың тарихын һәм тыуған яҡты өйрәнеүгә арнаған танылған педагог һәм билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдинов исемендәге ижади конкурс ойоштороу хәҙер инде матур йолаға әүерелде һәм ул төбәктең бренд сараһы булараҡ билдәле. “Һаҡмар” гәзите, Ниғәмәт ауыл биләмәһе һәм Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән был ижади бәйге быйыл бишенсе тапҡыр үткәрелде һәм  төбәк-ара конкурс кимәленә күтәрелде. Унда Башҡортостан Республикаһы райондарынан ғына түгел, ә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән дә ҡәләм тибрәтеүселәрҙең ҡатнашыуы тап шул хаҡта һөйләй. Азамат Тажетдинов исемендәге конкурс төрлө йәштәге таланттарҙы бергә туплаған ижади майҙансыҡ булып тороуы, йылдан-йыл яңы исемдәр асыуы менән әһәмиәтле ул.

Үткән шәмбе Икенсе Этҡол ауылы ысын мәғәнәһендә ижад һәм рух төбәгенә әүерелде – бында “Халҡына дан йырланы” тип аталған мәртәбәле сара уҙҙы. Азамат Тажетдинов исемендәге ижади конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Заһир Үтәғолов, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы Нур Тажетдинов, Өфө сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова, танылған шағирә Фирүзә Абдуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Башҡорт аты” гимны авторы Рәмил Туйсин, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры Гөлназ Сабирова, Марат Сарбаев етәкселегендәге туғандаш Ырымбур ҡалаһы һәм Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы, Азамат Тажетдиновтың коллегалары, яҡташтары, ҡәләмдәштәре, уҡыусылары  ҡатнашты.

Ижад һәм рух байрамына килеүселәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илнур Аслаев етәкселегендәге район халыҡ ҡурайсылар ансамбле мәшһүр “Урал” көйө менән сәләмләне. Артабан сәхнәгә Азамат Тажетдинов һәм Рамаҙан Үтәғолов образында Рәмил һәм Рәил Хәсәновтар сыҡты. “Килер бер көн - “Урал батыр” эпосы яҙып алынған урында һүҙ оҫталары рухи табын ҡорор, мәшһүр эпосыбыҙҙы данлап Ғәбит, Хәмит һәм Мөхәмәтша сәсәндәрҙең яҡты рухын иҫкә алырҙар!” – тип “Сәсәндәр иленә сәйәхәт” китабының  авторҙары булған Азамат Әғзәм улының һәм Рамаҙан Исмәғил улының  киләсәккә булған өмөт-ышаныстарын оҫта итеп тамашасыға еткерә алды Хәсәновтар.

“Халҡына дан йырланы” тантанаһы  Азамат Тажетдиновҡа арналған гимн менән асылды. Ул ошо гимн авторы, танылған йырсы һәм композитор  Рәмил Туйсин, халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаттары Радмир Туйсин һәм Рифат Йәмлихин башҡарыуында яңғыраны һәм ысын мәғәнәһендә сараның биҙәге булды.   Әйткәндәй, билдәле шағирә Фирүзә Абдуллинаның “Үҫтерәйек батырҙар!” шиғырына был гимн бынан ике йыл элек ижад ителде һәм Азамат Тажединовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһендә тәүләп башҡарылды.

Ҡунаҡтарҙы һәм ижади конкурста ҡатнашыусыларҙы Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Амур Әминев тәбрикләне. “Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың тормош һәм хеҙмәт юлы беҙгә үрнәк булып тора, – тип билдәләне ул. – Ул беҙҙең күңелдәрҙә һәр саҡ ихлас күңелле, алсаҡ, мөләйем йөҙлө кеше, бөтөн булмышы менән халҡына тоғро хеҙмәт иткән шәхес, арҙаҡлы педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, билдәле яҙыусы булараҡ һаҡлана. Уны беҙ бер ҡасан да онотмайбыҙ һәм был ижади бәйге уның исемен мәңгеләштереүҙә етди аҙым булып тора”.

Быйылғы сараның “Урал батыр” эпосына бәйләп үткәрелеүе тиккә түгел. Билдәле булыуынса, был мәшһүр әҫәр тап Икенсе Этҡол ауылында беҙҙең райондың атаҡлы сәсәндәре – Хәмит Әлмөхәмәтовтан һәм Ғәбит Арғынбаевтан   Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған. Һәм быйыл 8 июндә, “Урал батыр” эпосы көнөндә, Хәмит утарында билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, урындағы халыҡ ҡатнашлығында ҙур тантана ойошторолоп, ул төбәкте тарихи-мәҙәни үҙәк итеп булдырыу тураһында һүҙ булғайны. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ Илшат Азамат улы Тажетдинов һүҙендә торҙо: уның тырышлығы менән күптән түгел эпос яҙып алынған һәм стела ҡуйылған урын тимерҙән кәртәләп алынды, Ниғәмәт ауыл биләмәһенең тырышлығы менән тейешле тәртип булдырылды.

“Халҡына дан йырланы” тантанаһында Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, тарихсы-реконструктор Айҙар Мәжитов менән билдәле тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Мораҙым Хәлиловтың мәшһүр эпосты яҙып алыу тарихын бәйән итеүе, “Гилгәмеш” эпосы, башҡа әҫәрҙәр менән сағыштырыуы унда ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Әйткәндәй, саранан һуң тап уларҙың оҙатыуында ҡунаҡтар әҫәр яҙып алынған урын менән яҡындан танышты.

Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова үҙенең сығышында ижади конкурста ҡатнашыусыларҙың йылдан-йыл арта, географияһы киңәйә барыуын билдәләне, уның төбәк-ара статус кимәленә күтәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйылғы бәйгелә Баймаҡ, Ғафури, Хәйбулла, Стәрлебаш, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарынан, Баймаҡ, Сибай, Ишембай ҡалаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Сочи ҡалаһынан ҡәләм тибрәтеүселәр ҡатнашты.

Ижади конкурсҡа йомғаҡ яһау сараның иң күркәм өлөшө булғандыр. Жюри ағзалары Гөлсәсәк Саламатова һәм Фирүзә Абдуллина сәхнәгә күтәрелеп, бәйге еңеүселәрен иғлан итте, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Шулай итеп, “Балалар прозаһы” жанрында 3-сө урынды Хәйбулла районы Әбеш мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Гөлфинә Ҡыҙрасова, Аҡъяр 3-сө мәктәбенең 7-се “б” класы уҡыусыһы Нәркәс Ишемғолова һәм Икенсе Этҡол мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Алтынай Исҡужина яуланы. 2-се урынды Хәйбулла районы Аҡъяр 2-се мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Искәндәр Фәйзуллин һәм ошо уҡ райондың Бүребай мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Ильяс Билалов алды. 1-се урынға Түбәнге Таһир ауылынан Хәсән Юлдашев лайыҡ булды.

Балалар араһында “Поэзия” жанрында “Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһы Ниғәмәт мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Нияз Һибәтуллинға бирелде. 3-сө урынды Баймаҡ ҡалаһының 5-се мәктәбенең 6-сы “а” класы уҡыусыһы Рәлиә Яҡшығолова, 4-се лицейҙың 10-сы класс уҡыусыһы Фидан Монасипов, Хәйбулла районы Бүребай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Уралия Батисова алды. 2-се урынға Баймаҡ ҡалаһы 5-се мәктәбенең 6-сы “а” класы уҡыусыһы Азамат Иҙелбаев, Ишембай ҡалаһы 2-се башҡорт гимназия-интернатының 9-сы “в” класы уҡыусыһы Илнур Ғөбәйҙуллин лайыҡ булды. Баймаҡ ҡалаһы 5-се мәктәбенең 8-се “а” класы уҡыусыһы Арыҫлан Исхаҡов 1-се урынды яуланы.

Өлкәндәр араһында “Проза” жанрында Силәбе өлкәһенең Магнитогорск  ҡалаһынан Сәфинә Фәтхетдинова-Хәкимова һәм Баймаҡ ҡалаһынан Гөлнәзирә Ҡашҡарова “Өмөт” номинацияһында еңеүсе булып танылды. Сибайҙан Рузидә Үтәшева-Кәримова – 3-сө, Иҫке Сибайҙан Сабит Утарбаев – 2-се, Баймаҡ ҡалаһынан Гөлдәр Кәримова 1-се урынды яуланы.

Өлкәндәр араһында “Поэзия” жанрында Мерәҫ ауылынан Мәрйәм Килдейәрова, Хәйбулла районы Һамар ауылынан Рәзилә Бәҙретдинова һәм Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Ҡәйепҡолов 3-сө урынды алды. 2-се урын Ниғәмәт ауылынан Әсмә Мырҙағәлина һәм Хәйбулла районы Таштуғай ауылынан Фәриғә Күсәковаға бирелде. 1-се урынды Байыш ауылынан Нурия Мортазина һәм Баймаҡ ҡалаһынан Айгөл Иҙелбаева яуланы.

“Халҡына дан йырланы” конкурсында был юлы сәсәндәр араһында ярыш та иғлан ителгәйне. Уларҙың эштәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, танылған йырсы һәм композитор, “Башҡорт аты” гимны авторы Рәмил Туйсин һәм билдәле сәсән Хәйҙәр Көмөшбаев баһаланы.

Был бәйгелә 3-сө урынды Ырымбур өлкәһенән Дауыт Амангилдин алды. 2-се урынды Ғафури районынан Рима Рафиҡова һәм Баймаҡ районынан Рәйсә Иҫәнбаева яуланы. 1-се урынға Ғафури районынан Лилиә Миниязова һәм Ырымбур өлкәһенән Ҡотдос Вәхитов лайыҡ булды. Гран-при иһә Ғафури районынан билдәле сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдинаға тапшырылды.

Шуныһы ҡыуаныслы, Тажетдиновтар ғаиләһе йыл да конкурс еңеүселәренә ҡиммәтле бүләктәр әҙерләй һәм быйыл да шулай булды. Әйткәндәй, Илшат Азамат улы балалар араһында үткәрелгән бәйгелә беренсе урынды алыусыларға ноутбуктар, сәсәндәр ярышында Гран-при яулаусыға “Йоматау” шифаханаһына юллама бүләк итте.

Үткән йылдарҙағы һәм әлеге бәйгелә еңеүселәрҙең сығыш яһауҙары сараның матур биҙәге булды.

“Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың изге эштәре юйылмаҫлыҡ булып тарих биттәренә яҙылған, – тине тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп район хакимиәте башлығы урынбаҫары Заһир Үтәғолов. – Ул халҡыбыҙҙың рухи мираҫын үҫтереүгә һәм һаҡлауға күп көс һалған, ижады менән республика мәҙәниәтен, әҙәбиәтен байытҡан талантлы һәм күп яҡлы эшмәкәр булды. Беҙ уның кеүек шәхестәребеҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. “Халҡына дан йырланы” исемле ижади бәйге хәҙер инде матур йолаға әүерелде. Конкурс яңы исемдәр асып ҡына ҡалмай, ә оло шәхестәребеҙҙең хәтерен мәңгеләштереүгә лә тос өлөш индерә һәм ул дауамлы булһын!”

Һуңынан Заһир Таһир улы әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Азамат Тажетдинов исемендәге  Икенсе Этҡол урта мәктәбе директоры Гөлйемеш Ишмырҙина, башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәшиҙә Арыҫланова, ҡаҙанлыҡ операторы Рәфил Абдулов, Икенсе Этҡол ауылының ветерандар советы рәйесе Рәмил Әлмөхәмәтов, Баймаҡ районы биләмә-ара үҙәк китапханаһының баш библиографы Айгөл Иҙелбаеваға район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов үҙенең сығышында сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм бының өсөн ойоштороусылар – “Һаҡмар” гәзите редакцияһы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте, Азамат Тажетдинов исемендәге мәктәп коллективына, сараны үткәреүгә күп көс һалған Рәмил Туйсинға, жюри ағзаларына, район хакимиәтенә, халыҡ ижады үҙәге, район китапханаһы, Ниғәмәт ауыл биләмәһенең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм йәмәғәт ойошмаларына  ҙур рәхмәтен еткерҙе.

Һуңынан Илшат Азамат улы хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштарға ирешкәндәргә БР Дәүләт Йыйылышының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Был наградаға Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлсәсәк Саламатова, шағирә Фирүзә Абдуллина, “Һаҡмар” гәзите хәбәрсеһе Эльмира Кейекҡужина, Баймаҡ ҡалаһы 5-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Земфира Юламанова, Икенсе Этҡол ауылынан билдәле тарихсы һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Мораҙым Хәлилов лайыҡ булды.

“Халҡына дан йырланы” сараһының тантаналы өлөшө тамамланғас, унда ҡатнашыусылар “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылып Икенсе Этҡол урта мәктәбе биләмәһенә ағастар ултыртты, мәшһүр “Урал батыр” эпосы яҙып алынған урынға сәйәхәт ҡылды. Шуныһы һөйөнөслө, ижад һәм рух байрамына барыһы ла таң ҡалды, уның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.

Һүҙ аҙағында Марат Сарбаев етәкселегендәге Ырымбур ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының был сарала ҡатнашыуы тураһында айырым билдәләп үтмәү мөмкин. Быйыл Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары  Ырымбур төбәгендә эшлекле сәфәрҙә булғайны. Был осрашыуҙа ике төбәк араһында дуҫлыҡ күпере һалынып, баймаҡтар уларҙы  Азамат Тажетдинов исемендәге конкурс тантанаһына саҡырып ҡайтты. Саранан бер көн алда ҡоролтайсылар ырымбурҙарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршылап, уларҙы Баймаҡ ҡалаһының иҫтәлекле урындары менән таныштырҙы, “Ирәндек” тарихи-археологик музейына ла алып барҙы. Иртәгеһенә иһә ҡунаҡтар конкурсҡа йомғаҡ яһау тантанаһында ҡатнашты, рухлы сығыштары менән барыһын да хайран итте. “Азамат Тажетдиновҡа арналған сара юғары кимәлдә үтте. Конкурста ҡатнашыусыларҙың географияһы киң булыуы, унда Башҡортостандан ғына түгел, ә Рәсәй төбәктәренән дә ижадсыларҙың күплеге һоҡландырҙы. Беҙҙең делегация составында барған сәсәндәр: Ырымбур ҡалаһынан Дауыт Амангилдин – 2-се, Переволоцк районынан Ҡотдос Вәхитов 1-се урынды яуланы һәм диплом, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Ырымбур ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының “Яйыҡ” башҡорт фольклор ансамбле үҙенең сығышы менән сараға йәм, дәрт, рух өҫтәне.

Һуңынан беҙҙең делегация Икенсе Этҡол ауылы эргәһендәге Хәмит утарында булды. Ошо ерҙә беҙҙең яҡташыбыҙ Мөхәмәтша Буранғолов 1910 йылда Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтов сәсәндәрҙән “Урал батыр” эпосын яҙып ала һәм бөтә донъяға таныта. Икенсе Этҡол тарихсылары әйтеүенсә, Ырымбурҙан беҙҙең делегация был изге урынға тәүгеләрҙән килгән булып сыҡты.

Ошондай рухлы һәм мәртәбәле сараны ойошторған, беҙҙе саҡырған, йылы ҡаршы алып һәм оҙатып ҡалған Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайына, ошо төбәктә йәшәүсе барлыҡ милләттәштәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошондай бәйләнештәр артабан да өҙөлмәһен, тағы ла нығыһын!” – тип билдәләне ырымбурҙар.

Ғүмере буйы ил хәстәре, милләт ғәме менән янып йәшәгән арҙаҡлы яҡташыбыҙ Азамат Тажетдиновтың исеме бер ҡасан да онотолмай, мәңге халыҡ хәтерендә һаҡлана. “Халҡына” дан йырланы” сараһы шуның асыҡ миҫалы булып тора. 

Авторы - Азамат МӨХӘМӘТШИН.

Автор фотолары. 

Ижад һәм рух байрамына әүерелде
Ижад һәм рух байрамына әүерелде
Ижад һәм рух байрамына әүерелде
Ижад һәм рух байрамына әүерелде
Ижад һәм рух байрамына әүерелде
Ижад һәм рух байрамына әүерелде
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас