

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Адель Мусумэ (Шәйхетдинова) үҙенең телеграм-каналында тыңлаусыларға мөрәжәғәт итеп, үҙ фекерен белдерҙе:
“Дуҫтар, мин һеҙҙең башҡорт теле тураһында комментарийҙарығыҙҙы күрәм. Кемдер минең акцентым, һүҙҙәрҙең әйтелеше тураһында яҙа. Мин был хистәрҙе аңлайым. Әммә иң мөһиме: телде белеү – өҫтөнлөк. Ҙур бәхет! Ғаиләлә ул тыумыштан уҡ кемдеңдер көнкүрешендә булған, ә кемдеңдер – юҡ. Яңы башлағандарҙы хөкөм итергә ярамай. Киреһенсә, кешеләрҙең башланғыстарында ярҙам итеү бик мөһим!”
Адель бала саҡтан туған телен белмәүен, әммә хәҙер уны әүҙем өйрәнеүен һәм хаталар яһауҙан ҡурҡмауын белдерҙе.
“Мин башҡорт теле мөхитендә тыуманым, әле ошо юлдамын. Тап мәҙәниәтебеҙҙең ҡиммәттәре һәм мәғәнәләре мине телде өйрәнергә һәм ижад итергә рухландырҙы. Минеңсә, туған телдә һөйләшергә маташыусыларҙы хөкөм итмәҫкә кәрәк. Ғәйепләүҙәр һәм мыҫҡыллауҙар тик йөрәкте яралай һәм кәртәләр ҡуя. Ә был кәртәне еңеп сығыу – ҙур хеҙмәт.
Мин һеҙҙең тарихтарығыҙҙы уҡыйым, үҙегеҙҙең нисек башҡорт телендә һөйләшергә оялғанығыҙ, нисек хаталанырға ҡурҡҡанығыҙ тураһында... Мин һәр кемгә ярҙам итергә теләйем һәм: “Ҡурҡмағыҙ, туҡтамағыҙ, акценттан оялмағыҙ”, – тип әйтәм. Хаталар ғәҙәти хәл. Барыһы ла ваҡыты менән уҙа. Иң мөһиме – алға барыу, бер-береңә ярҙам итеү һәм йолаларҙы артабан тапшырыу.
Агрессия һәм хөкөм итеү ярҙам итә алмай. Әммә ярҙам һәм илһам бөтә нәмәне үҙгәртә ала. Беҙҙең ижадыбыҙ һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы башҡорт телен өйрәнергә дәртләндерҙе, тип яҙғанда, был минең өсөн иң ҙур бәхет. Ошоноң хаҡына артабан алға барырға кәрәк.
Фото сығанағы: vk.com/ayyola.music.