

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лауреаттар иғлан ителде
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ағымдағы йыл өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге бүләккә бер ижад коллективы һәм өс мәҙәниәт хеҙмәткәре лайыҡ булды.
Премияға лайыҡ булыусылар:
Андрей Стариков, Башҡортостандың Инфраструктур һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу фонды генераль директоры – “Көрәш һарайы” спорт әҙерлеге үҙәгенең архитектура проекты өсөн;
Әмир Мәжитов (З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты деканы) һәм Йәлил Сөләймәнов (Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы) – “Ер хәтере. Урал көсө” исемле сәнғәт әҫәрҙәре серияһы өсөн;
Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе – “Ҡош булып ҡайтырмын” повестар йыйынтығы өсөн;
Сулпан Асҡарова, Башҡорт дәүләт филармонияһы баш режиссеры – театрлаштырылған “Салауат тоҡомдары” тамашаһы өсөн.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Фото: архиа ИА "Башинформ".