

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен үҙгәртеп ҡороу буйынса эш башланды. Был да скульптураны урынлаштырғандағы кеүек ҙур тарихи ваҡиға. Һәйкәлде ҡуйыу менән бәйле өс ҡыҙыҡлы фактҡа иғтибар итәйек.
Беренсенән, һәйкәл 18 өлөштән йыйылған. 1963 йылда Өфөгә һәйкәлдең үҙ дәүмәлендәге гипстан эшләнгән моделен килтергәндәр һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры фойеһына фекер алышыу өсөн ҡуйғандар. Фекерҙәр менән танышҡандан һуң уны тағы ла яҡшыртҡандар һәм ҡойоу өсөн оҙатҡандар. Уны ай ярым буйына Ленинград ҡалаһындағы “Монументскульптура” заводында ҡойоп эшләгәндәр һәм 18 өлөшкә һүтелгән көйө Өфөгә баржа менән оҙатҡандар. Аҙаҡ тракторҙар ярҙамында килтереп, крандар ярҙамында берҙәм монумент итеп йыйғандар.
Икенсенән, скульптураның Башҡорт дәүләт драма театры эргәһендә урын алыуы ла ихтимал булған. Скульптор Сосланбек Тавасиев һәйкәлдең бөтә яҡтан да күренеп тороуын теләгән, шуға күрә Шишмә урамы осондағы ҡалалағы иң бейек урындарҙың береһен, Ағиҙел йылғаһына төшөү алдындағы ҡалҡыулыҡты һайлаған. Ҡатмарлыҡтар ҙа була. Һәйкәлде ҡуйыу өсөн 21 йортто һүтергә һәм 300-ҙән ашыу ғаиләне күсерергә тура килә. Әлбиттә, скульпторҙар башҡа варианттар ҙа тәҡдим итә. Мәҫәлән, хәҙер Башҡорт дәүләт театры урынлашҡан элекке Герой Седовсылар урамындағы майҙанды ҡулайлы тип тапҡандар. Әммә һәйкәл авторы был фекергә ҡәтғи ҡаршы сыға һәм ул һайлаған урында ғына Салауат халыҡ геройы булараҡ донъяла таныласаҡ, тип иҫәпләй.
Өсөнсөнән, һәйкәлде асыу хөрмәтенә митинг ойошторола. 1967 йылдың 17 ноябрендә була был тарихи ваҡиға. Архивтарҙа хәҙерге Зәки Вәлиди урамы буйлап Салауат Юлаев портреттарын тотҡан кешеләр ҡатнашлығында митинг барыуы тураһында видеояҙма һаҡланған.
Салауат Юлаев һәйкәлен үҙгәрештәр индермәйенсә реставрациялаясаҡтар. Ул үҙенең постаментына 2027 йылдың көҙөндә ҡайтасаҡ. Һәйкәлде асыу тантанаһы 2027 йылдың 11 октябренә – Республика көнөнөң 60 йыллығына планлаштырылған.
Максим Холодилиндың шәхси коллекцияһынан.