

Светлана Тишкина ижадының төп йүнәлештәре – хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек, һуғыш балалары тураһында хәтер, Донбасстағы кеше яҙмыштары, илһөйәрлек, ғаилә ҡиммәттәре. Светлана Тишкинаның әҫәрҙәре рухты нығытыу, халыҡты берләштереү хаҡына яҙылған.
Яҙыусы мәҙәниәт һәм сәнғәттең, бигерәк тә низағ һәм ҡыйралыш ваҡытында, донъяны ҡотҡарыусы һәм тергеҙеүсе ҡөҙрәтле ҡорал булыуына инанған: “Ижад аша тыныслыҡ, түҙемлек һәм мөхәббәт урынлаштырырға мөмкин”, – ти ул.
Премьера тамашасыға оҡшаны: күптәр Светлана Эдвиг ҡыҙын талантлы автор ғына түгел, һүҙ көсөнә, уның мәҙәниәткә, Ватанға хеҙмәт итеү миссияһына ысын күңелдән ышанған шәхес тип билдәләне.
Светлана Тишкинаның "Яралылар" пьесаһы – һуғыш шарттарында йәшәгән кешеләр тормошон сағылдырған документаль драма. Пьесала милләтселеккә, фашизмға ҡаршы көрәшкән, ауырлыҡтарға, юғалтыуҙарға, һынауҙарға түҙгән, шул уҡ ваҡытта ныҡлығын һәм абруйын һаҡлап ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар тураһында һүҙ бара. Ул аяуһыҙ замандарҙа үҙен асҡан ҡыйыулыҡ, мөхәббәт, ныҡышмалылыҡ тураһында.
"Яралылар" – һуғыштың кешеләр тормошон нисек үҙгәртеүен, иң ауыр мәлдәрҙә лә кешелекле булып ҡалыу ни өсөн шул тиклем мөһим икәнлеген иҫкә төшөрөүсе мөһим әҫәр.
Спектаклде ҡуйған режиссер Редик Ғәниевкә айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уның таланты һәм һөнәри оҫталығы әҫәрҙең йөкмәткеһен, идеяһын асыу өсөн үҙенсәлекле һәм тетрәндергес деталдәр, алымдар эҙләүендә асыҡ күренә, был уға автор фекерҙәрен һәм ниәттәрен тамашасыға тәрәнерәк еткерергә мөмкинлек биргән. Уның тапҡан ижади алымдары спектаклгә йәм һәм хис өҫтәп, сәхнәлә үҙенсәлекле мөхит тыуҙырған. Был - тамашаны режиссер талантының әҙәби тексты тамашасы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырырлыҡ театр сәнғәтенә әйләндереүҙең балҡышлы миҫалы, тип тә әйтергә мөмкин.
- Светлана Эдвиг ҡыҙы, әҫәрҙең яҙылыу тарихы менән таныштырып үтһәгеҙ ине?
– Был минең һуғыш тураһында яҙған сираттағы пьесам. Уны тәүҙә уны Петровский ауылындағы мәҙәниәт йортонда театр түңәрәгенә йөрөүселәр ҡуйҙы. Унан алда “Еңеүгә өмөт менән икмәк артынан” тигәнемде лә үҫмерҙәр менән уйнағайнылар. Зал туп-тулы булды. Премьеранан һуң режиссеры тағы ла бер пьеса яҙыуымды үтенде. Бында әртистәр күп, тик ирҙәр ролен башҡарыусылары юҡ тиерлек. Шау ҡатын-ҡыҙ, тигәс, ошо әҫәремде яҙҙым. Ололар әҙ, күпселеге – балалар. Билет һатҡандар ҙа, ярҙам итергә теләгәндәр ҙә уйнаны. Үҙешмәкәр театр инде. Шулай булһа ла, улар халыҡ-ара конкурста еңеп сыҡты, приздар яуланы.
–Профессиональ сәхнәлә пьесаларығыҙҙың тәүгә ҡуйылыуымы?
–Юҡ, Мәскәүҙә, Рәсәй Армияһы театрында “Иҫән ҡалыу өсөн алдашыу” ҡуйылды. Бәләкәй генә әҫәр ул. Ул һаман да унда бара.
–Туймазыла татар телендә ҡуйырға уйлауҙарына нисек ҡаранығыҙ?
–Борсолоп киттем. Әммә миңә синхрон тәржемә буласағын әйтеп тынысландырҙылар. Татар теленең дә, башҡорт теленең дә яңғыраштары миңә оҡшай. Рәхәтләнеп тыңлайым. Был телдәрҙә ҡуйылыуына һис ҡаршылығым юҡ. Әммә рус теле – дөйөм тел, барыбыҙға ла аңлашыла.
– Әҫәрҙәрегеҙҙе ниндәй телдә ижад итәһегеҙ?
– Ғүмер буйына Украинала йәшәһәм дә, украинса һөйләшмәйем. Сөнки тел боҙоп һөйләшеүҙе өнәп етмәйем. 11 йәшемә тиклем Уралда, Түбәнге Тагил янында үҫтем. Рәсәйҙә тыуғанмын. Атайым хәрби кеше, часть командиры, СССР-ҙың тәүге ракетасыларының береһе булды. Үҙемде рус милләтенән тип һанайым. Беҙҙә украинса һөйләшеп тә Рәсәй яҡлы булғандар бар.
–Пьеса сюжетының ысынбарлыҡтағы нигеҙе бармы, әллә ул уйлап сығарылғанмы?
–Сюжет уйҙырма, әммә, әйткәнемсә, ул ысынбарлыҡҡа нигеҙләнеп яҙылған. Халыҡтың йәшәйеше, фекер йөрөтөүе ысынбарлыҡ. Спектаклгә индергән ҡайһы бер һүҙбәйләнештәрҙе ябай кешеләрҙән күп тапҡырҙар ишеткәнем бар. Әммә сюжет уйлап сығарылған... Луганск ҡатын-ҡыҙҙарының йыйылма образы алынған, тиһәм, хаталанмам. Ауыл кешеләре михнәт сикте, өйҙәре бомбаға тотолдо. Горловка, Первомайск кеүек ауылдарҙы хәрби сводкаларҙан уҡып, ишетеп торғанһығыҙҙыр. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, бер-беребеҙгә терәк булырға тырыштыҡ, үҙемә лә күп тапҡыр ихлас ярҙам ҡулы һуҙҙылар.
–Ә һеҙ, режиссер булараҡ ниндәйҙер пьесаларымды үҙем сәхнәгә ҡуйҙым, тигәйнегеҙ?
–Был эшемде етдигә һанамайым. Әммә ундай тәжрибәм дә булды.
–МХО-ла ҡатнаштығыҙмы?
–Күптән сәйәсәт менән шөғөлләндем. Теге яҡтың ҡара исемлегенә индерелгәйнем. Әгәр баҫып инһәләр, иң тәүге сиратта мине йәлләмәҫтәр ине, тип уйлайым. Улым: "Беҙҙе уратып алдылар, улар баҫып инмәҫ борон, минең менән Рәсәйгә китәсәкһең, әйҙә, йыйын", – тине. Тик ирем инвалид, ә әсәйем 80-дән үткән. "Ни хәл итәйем? Ҡуҙғалыр әмәл юҡ", – тинем. Улым үҙебеҙҙекеләргә часҡа барырға кәрәклеген әйтте. Ул саҡта ирем, инвалид булһа ла, үҙ аяғында йөрөй алды. Шулай итеп, беҙ часҡа күстек, унда ашнаҡсы булдым. ЛХР хөкүмәте урынлашҡан урынға барып, Өлкә дәүләт идаралығын һораным, ҡайҙа барырға кәрәклеген әйттеләр. Юрий Павловичты, ул “ХХI быуат”тың баш мөхәррире ине, эҙләп таптым. Хәлде аңлатҡас, ул: «Миңә үҙеңдең берәй яҙмаңды уҡырға алып кил», — тине. Флешкам үҙем менән ине. Милләтселек, нацизм, фашизм тураһында мәҡәләмде уға уҡырға бирҙем. Ул ике абзацын уҡығас, быныһын киләһе һанға әҙерләрбеҙ, тағы яҙығыҙ, тип эшкә алды.
–Шулай итеп, һеҙ хәрби хәбәрсе булып киттегеҙме?
–Юҡ, мин үҙемде хәрби яҙыусы тип һанайым. Эйе, ҡулыма ҡорал урынына ҡәләм алған ябай журналист булып эшләп киттем.
–Ә һеҙ ниндәй һөнәр алғайнығыҙ?
–Мин – технолог, машиналар эшләү технологы. Ә һуңынан заводта иҡтисадсы булып хеҙмәт иттем. Электр заводы ине ул, күп тә тормай ябылды. Иремде, ике улымды ҡарар өсөн баҙарға һатыуға ла сыҡтым.
– Әсәйегеҙ иҫәнме әле?
–Юҡ, әсәйем 2018 йылда вафат булды. Ирем унан алдараҡ, 2016 йылда, яҡты донъяларҙы ҡалдырҙы, ә 10 йыл һуғыш эсендә йөрөгән оло улым 2024 йылда һәләк булды. Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Кинйә улым Мәскәүҙә эшләй. Атайһыҙ ҡалған Полина ейәнсәремә октябрҙә 9 йәш тулды.
2014 йылда һүҙ әйтмәгәндәр хәҙер өндәшмәһен ине. Уларға хәҙер ышаныс юҡ.
–Ә һеҙгә премьера оҡшанымы?
- Спектаклгә шул тиклем инеп киттем, тамамланғас та әле айный алмай, бөтә тәнем менән ҡалтырана инем. “Авторҙы – сәхнәгә!” тип һорап ҡысҡыра башлағандарын да ишетмәнем.
–Алдан өҙөктәрен күрмәгәйнегеҙме? Репетицияларҙа ҡатнашманығыҙмы?
–Юҡ, улар барыһын да сер итеп тотто. Сәхнәнең биҙәлешен фотоларҙа күргәйнем. Өҫтәмәләр булды – Редик Ғәниев Толик менән булған сәхнәне яҙҙырҙы.
- Туймазыға килергә һис һүҙһеҙ риза булдығыҙмы?
- Әлбиттә. Әҫәреңде сәхнәлә күреү, уның ҡуйылыу шатлығының уртаһында булыу рәхәтлегенән кем баш тартһын инде? Бындай ваҡиғанан ситтә тороп ҡалырға ярамай.
Туймазы татар дәүләт драма театры директоры Руслан Рәфис улы Вахитовҡа, ижади коллективҡа, атап әйткәндә - Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гөлназ Латипова (Груня), Гөлнур Йыһангирова (Катя), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Динара Вахитова (Алена), Алсу Ғәниева (Валерия), Илсур Миңлеғәлин (Толик) кеүек үҙ һөнәрҙәренең оҫталарына ихласлыҡтары, илһамлы ижадтары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Был спектакль оҙаҡ ваҡыт репертуарҙарында ҡалһын, уны мөмкин тиклем күберәк тамашасы күреү бәхетенә ирешһен!
Гөлназ ҠОТОЕВА әңгәмәләште.
Автор фотолары.
Туймазы ҡалаһы.