

Бөгөн Республика көнө алдынан наградланыусылар араһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Нәғим Нурғәлин, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы әҙәби-музыка лекторийының художество етәксеһе Индира Әсәҙуллиналар булды.
Театр ғали йәнәптәренә оҙаҡ йылдар тоғро хеҙмәт иткән оҫталар ил кимәлендәге абруйлы наградаға – Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән “Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн” миҙалына, ижад ғүмерен йыр-моң донъяһына бағышлаған Индира Илдус ҡыҙы РФ Президентының рәхмәтенә лайыҡ булды.
Индира ӘСӘҘУЛЛИНА, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының әҙәби-музыка лекторийы художество етәксеһе:
– Бындай кимәлдәге награда алыуымды ныҡ тулҡынланып ҡабул иттем. Мәҙәниәт һәм сәнғәткә көн һайын, ялһыҙ тигәндәй хеҙмәт итеүҙең, бай тәжрибәнең бөгөн килеп ошолай юғары баһаланыуға килтергәненә сикһеҙ шатмын. Быны үҙемдең генә түгел, ә коллектив хеҙмәтебеҙҙең баһаланыуы, тиер инем. Һоҡланғыс солист, вокалсылар менән эшләү бәхете тәтей миңә. Барыһы ла үҙенең талантын, күңеленең бар хисен, оҫталығын һалып, тамашасылар, тыңлаусыларҙы ҡыуандырыу хаҡына тырыша.
Һөнәрем – оло ҡыуанысым, музыкаға булған һөйөүемдең сағылышы. Президент рәхмәтен алыу артабан ижад итеүгә сикһеҙ дәрт өҫтәй, тағы ла күркәмерәк ғәмәлдәргә этәрә, илһамландыра. Артыбыҙҙан килгән йәштәргә өлгө булып, оҫталыҡ серҙәре менән уртаҡлашып, эшләргә лә эшләргә, тигән ҡанат ҡуя, – тип кисерештәре менән уртаҡлашты Индира Илдус ҡыҙы.
Башҡортостан сәнғәте үҫешенә ғәйәт ҙур өлөш индергән һәм киләсәктә лә индерер оҫталарҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади ҡаҙаныштарының күп булыуын теләйбеҙ!
Рәүилә Ғатауллина.
Альберт Заһиров һәм автор фотолары.