Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Октябрь 2025, 09:30

Өлгөлө пар ҙа, һәләтле ижадсы ла улар

Торналыла талантлы хореографтар эшләй

Өлгөлө пар ҙа, һәләтле ижадсы ла уларӨлгөлө пар ҙа, һәләтле ижадсы ла улар
Өлгөлө пар ҙа, һәләтле ижадсы ла улар

Башҡортостанда ауыл ерендә йәшәп, шунда эшләгән дәүләт һәм муниципаль учреждениелар белгестәренә социаль ярҙам саралары булдырылғаны мәғлүм. Уны күрһәтеү тәртибе республика хөкүмәте тарафынан раҫланған. Ярҙамды шул иҫәптән мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр ала ала, бының өсөн “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы эшләй. Республикабыҙҙа байтаҡ йәш белгес уның файҙаһын күрҙе лә инде.

Әлеге ярҙам сараһы республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. Уға ярашлы, ауыл еренә эшкә барған йәш белгәестәргә торлаҡ йә машина һатып алырға ярҙам йөҙөнән аҡса бүленде.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, 2021–2024 йылдарҙа был дәүләт ярҙамын 150 белгес алған. Бирелгән аҡсаның дөйөм суммаһы 105 миллион һум тәшкил иткән. 2021-2022 йылдарҙа финанс ярҙамы 500 мең һум тәшкил итһә, 2023 йылда уның суммаһы арттырылып, бер миллион һумға барып етте.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Урал аръяғы райондарында йәштәр менән осрашҡан саҡтағы сығышында: Республикала, шул иҫәптән ауылдарҙа ла, тормош яҡшы булыуы мөһим. Шуға ла планлы рәүештә спорт объекттары, мәҙәниәт йорттары төҙөйбөҙ, йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндерәбеҙ – һеҙгә лайыҡлы эшләргә, тулы ҡанлы итеп йәшәргә, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә булышлыҡ иткән инфраструктура булдырабыҙ”, – тигәйне.

Республика етәксеһе һүҙҙәрен ҡеүәтләп, шуны әйтергә була: “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” проекты ауылда мәҙәни кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә ярайһы булышлыҡ ҡыла. Был балаларға төрлө сәнғәт төрҙәре буйынса талантын асырға ярҙамлашҡан уҡытыусылар килеүендә генә сағылмай. Программа үҫеп килеүсе быуындың, йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен асыуға, үҫеүҙәренә булышлыҡ итеүгә, уңыштарға өлгәшергә ынтылыш уятыуға ла этәрә. Тағы бер өҫтөнлөгө – проектта ҡатнашыу шарттарына ярашлы, балалар һәм йәштәр, өлкәндәр өсөн яңы ижади коллективтар ҙа булдырыла.

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы талантлы йәштәрҙе ауылға ылыҡтырыу арҡылы эштең һөҙөмтәлелеген дә арттыра.

Башҡортостанда тормошҡа ашырылған проект уңышлылығының сағыу күрһәткесе – уның федераль кимәлдә лә танылыуында. Быйылдан башлап “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” тотош Рәсәйҙә эшләй башланы.

Башҡортостанда 2024 йыл өсөн финанс ярҙамы алған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре буйынса түбәндәге һандар күпте һөйләй.

Бер миллион һум аҡса 30 белгескә бирелгән. Улар 28 муниципаль һәм ике дәүләт мәҙәниәт учреждениеһында эшләй. Уртаса йәштәре – 29, ә ике иң йәш белгескә – 21 йәш.

Бер миллион һумға сертификат алыусылар араһында Салауат районы Торналы күп функциялы ауыл клубында хореограф булып эшләгән Әлиә Алтынбаева бар. Ул тормош юлдашы, шулай уҡ бейеү сәнғәте вәкиле Салауат Әнүәр улы менән ике бала тәрбиәләй: Рамаҙанға – 10, Маликка биш йәш. Хәҙерге заман ысынбарлығында ярайһы ишле тип иҫәпләнгән ғаилә дәүләт ярҙамын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотонған.

Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһын тамамлаған ике йәш белгес 2009 йылда “Янғантау” шифаханаһына эшкә килә, ә 2022 йылдан алып улар Торналыла балалар һәм өлкәндәр бейеү коллективтарына етәкселек итә. Әлиә дәүләт ярҙамын былтыр, 2024 йылда алған.

Йәш хореографтарҙың эшкә яуаплы ҡарашы, талантлылығы күптән инде мәҙәниәт йорто коллективының да, ауыл халҡының да күңелен яулаған. Әлиә менән Салауат – бында күптән инде үҙ кешеләр. Бейергә өйрәткән балалары, өлкәндәр коллективтары менән байтаҡ уңыштарға өлгәшкәндәр.

Шуларҙың араһында, милли бейеү фестивале булғанға күрә лә, “Байыҡ” телевизион конкурсы айырым урын алып тора. 2007 йылдан бирле улар – “Байыҡ”тың тоғро дуҫтары. Фольклор колективы менән дә, дуэт, трио менән дә ҡатнашып, гел еңеүселәр рәтендә булып килгәндәр. 10 йәше тулғас, ҙур улдары Рамаҙан да “Байыҡ” килә. Беренсе ҡатнашыу уҡ уңышлы була: былтыр йәш бейеүсе конкурста “Гран-при” яулай.

Быйыл алмашҡа килгән яңыртылған милли проект – “Ғаилә”не башлағансы, илебеҙҙә “Мәҙәниәт” проекты тормошҡа ашырылып килде. Торналы ауыл клубы – федераль программаның, республика булышлығының уңышлы атҡарылып килеүенә сағыу миҫал.

– Бында балаларҙың бейеү сәнғәтенә булған һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар бар. Һәр кабинет йыһазландырылған, станоктар, көҙгөлө зал – барыһы ла урынында, рәхәтләнеп килеп эшләргә бөтә уңайлыҡтар бар, ҡалаларҙағынан һис тә кәм түгел, – тип ҙур ҡәнәғәтлек менән уртаҡлаша Алтынбаевтар.

Был ижади ғаилә – мәҙәниәт даирәһендә генә түгел, башҡа яҡлап та күптәргә үрнәк. Татыу, яңылыҡҡа ынтылыусан пар балаларын да яҡты төшөнсәләргә өйрәтеп, туған халҡының рухи ҡиммәттәренә ылыҡтырып тәрбиәләй. Атай менән әсәйҙең тырышлығы юҡҡа түгел, үҙенең матур һөҙөмтәләрен биреп тора. Әйтәйек, Алтынбаевтар Башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап Стәрлетамаҡта үткәрелеп килгән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында быйыл 1-се урынға, “Һаумы, һаумы, әкиәт!”тә Гран-приға лайыҡ булған, Өфөлә үткәрелгән “Ғаилә усағы” ғаилә мәҙәниәте һәм йолалары конкурсынан да еңеү менән ҡайтҡан.

Креатив йәштәрҙең дәртенә, маҡсатлы булыуҙарына ысынлап та һоҡланырлыҡ. Ошо ынтылыш уларға ижади тарафтарҙа яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ярҙам итә. Алдағы әйтелгәндәргә өҫтәп, уларҙың быйыл Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Нева осрашыуҙары” халыҡ-ара бейеү фестивалендә лә уңышлы сығыш яһауҙарын әйтмәй ҡалдырырға ярамай. Унда Торналының “Әй ынйылары” ансамбленең солистары менән бергә улдары Рамаҙан да бара. Салауат менән Әлиә, кескәй бейеүселәр илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһындағы сәнғәт байрамына Башҡортостан вәкилдәре булып ҡатнашырға саҡырыла.

Был сәйәхәт тә уңышлы була. Рәсәйҙән тыш, Абхазия, Иран, Ҡытай, Көньяҡ Корея, Әрмәнстан, Польша илдәренән килгән һәүәҫкәр бейеүселәр араһында “Соло”, “дуэт” һәм “трио” номинацияларының һәр береһендә Башҡортостан вәкилдәре булған торналылар 1-се урынға лайыҡ, тип табыла. Шуныһын мотлаҡ билдәләргә кәрәк: был ижади ярышта Гран-при ҡаралмаған, төп еңеүселәр – 1-се урын лауреаттары. Шулай булғас, Салауат менән Әлиәнең, уларҙың коллектив ағзаларының ниндәй оҫталыҡ кимәле күрһәткәнен аңларға була!

Торналы ауыл күп функциялы клубында ижади мөхит гөрләп торған, колективтарҙың уңышҡа өлгәшеп торғаны өсөн етәкселәре Венера Миңлеғәле ҡыҙы Садиҡоваға рәхмәтле йәш ижадсылар.

– Венера апай булған өсөн ошо донъя йәшәй, үҫә, гөрләп үҙ функцияһын үтәй. Етәксебеҙгә ҡарап, беҙ ҙә артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Ул беҙгә ныҡ ҙур терәк. Үҙе эшләгән, дәртле итеп алға ынтылған, эшен шәп итеп алып барған өсөн, беҙҙең дә башҡаса булыуыбыҙ мөмкин түгел. Венера апай булғанын һаҡларға, булмағанын булдырырға тырыша, бер туҡтауһыҙ эҙләнә, таба, йүнләй – шулай булғас, нисек тырышмайһың, нисек инде дәртләнеп эшләмәйһең? – ти Әлиә.

– Район хакимиәте ыңғай ҡарамаһа, үҙең генә эш ыратып булмаҫ ине, – тип һүҙгә ҡушыла Венера Миңлеғәле ҡыҙы. – Марс Фәррәх улына районыбыҙҙағы мәҙәни даирәгә битараф булмағаны өсөн рәхмәт. Район кимәлендә булышлыҡ булһын өсөн, республика етәкселегенең дә яҡшы ҡарашы кәрәк. Башҡортостанда, шөкөр, был яҡтан ҡыуанырлыҡ. Унан, беҙҙең идеяларҙы хуплап, ҡатнашып торған ауылдаштарыбыҙға, ауыл хакимиәтенә, мәктәпкә нисек рәхмәт әйтмәйһең? Бөтәһе лә бергәләп, дөйөм көс менән атҡарыла, – тип урғылып сыҡҡан рәхмәт тойғоһон белдереп ҡалырға тырыша Венера апай.

Бына шундай улар, Торналы ауылының ижади күңелле вәкилдәре. Күркәм Алтынбаевтар ғаиләһен дә, Торналы клубын да алда тағы ла матур ваҡиғалар көтөп торһон.

Әлиә Алтынбаева, Салауат районы:

– “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы йәш белгестәргә ныҡ ярҙам итә, артабан дәртләнеп эшләүгә көслө этәргес булып тора. Был ярҙамды күбеһе, әлбиттә, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға тотона. Йәш ғаиләләргә иң беренсе нимә кәрәк – әлбиттә, үҙ фатирыңмы, йортоңмо булыуы! Дәүләт биргән финанс ярҙамы ошо йәһәттән ауылда йәшәгән, мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән ғаиләләрҙе бәхетлерәк итергә ярҙамлаша.

Ауылда мәҙәни тормошто йәнләндереү өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк, һәм әлеге проект тап ошо бурысты атҡарырға булышлыҡ ҡыла. Финанс ярҙамы алыу йәшерәк мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен ҡала, ҙур ҡасабаларҙы ғына эш урыны итеп ҡарамайынса, төпкөлгәрәк килеп эшләй башларға әйҙәй. Бында ла талантлы балалар, дәртле, сәнғәткә ғашиҡ кешеләр күп, уларҙың оҫталығын асып, үҫтереп, ауылда мәҙәни тормошто йәнләндерергә, матур һөҙөмтәләргә өлгәшергә була.

Республика етәкселегенә ошондай кәрәкле программаны башлап ебәргәндәре, йәштәргә ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Шәхсән үҙемдең ғаилә исеменән Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Фәррәх улы Кашаповҡа ла рәхмәт әйткем килә: ул эшемде күреп, хуплап, ошо проектта ҡатнашырға тәҡдим итте.

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

Салауат районы.

Фотолар – Алтынбаевтарҙың шәхси архивынан.

 

Өлгөлө пар ҙа, һәләтле ижадсы ла улар
Өлгөлө пар ҙа, һәләтле ижадсы ла улар
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас