

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу парҙарының береһе – Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндарҙың тормошо һәр кемде ҡыҙыҡһындырмай ҡалмайҙыр. Ике талантлы йырсының үҙ-ара нисек йәшәүҙәре, улдары Әлимдең тәүге аҙымдары тураһында күптәр яҡындан белгеһе килә.
Ошо көндәрҙә блогер Лесная (Олеся Дмитриева) Ришат Төхвәтуллиндың ҡатыны, йырсы Әлия Төхвәтуллинанан интервью алған.
- Ришат Төхвәтуллинға кейәүгә сыҡмаған булһаң, популяр булыр инеңме?
- Белмәйем, бәлки... Мин бит барыбер Ришаттың концерттарында танылыу таптым. Яҙылыусыларым артты.
- Эстрадала дуҫ тип кемде һанайһың?
- Марат Яруллин, Искәндәр Вәлиев, Гөлсирин Абдуллина, Эльмира Ғилфановалар менән бик яҡындан аралашабыҙ.
- Ришат ҡайһы өлкәлә күберәк абьюзер: сәхнәләме, әллә өйҙәме?
- Абьюзер тип әйтмәҫ инем. Әммә характеры... Бик талапсан. Ул – перфекционист. Бөтә әйбер ҙә идеаль булырға тейеш. Гел дә идеаль түгел инде. Перфекционист булыу – уның йөҙө.
- Бюджетығыҙ уртаҡмы? Әллә һәр кем айырым тотамы?
- Ремонт яһағанда, аҡсам булһа, ала ла ҡуя инем. Үҙем теләгән нәмәләргә – тырнаҡ яһатырға, макияжға – Ришаттан һорарға ҡыйынһынам.
Нисек кенә булмаһын, кеше тормошо - башҡаларға ҡара урман, тиҙәр. Иң мөһиме: яратҡан йырсыларыбыҙ сәхнәлә тамашасыларын яңы йырҙар менән ҡыуандырһын!
Сығанаҡ: “Интертат”.