

Мостай Кәрим. Был исемде әйткәс тә, уны йөрөткән шәхес менән оҙон-оҙаҡ һөйләп таныштырыу кәрәкмәй, сөнки ул һәр кемгә таныш, яҡын, ғәзиз, абруйлы. Әҙиптең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә КӘРИМОВА менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ. Бер ҡыҫҡа әңгәмәлә бөтәһен дә һөйләшеп өлгөрөп булмаһа ла, ул бөйөк Мостай рухына яҡынайыуға бер сәбәп була алыр, тип ышанғы килә.
– Әлфиә Мостай ҡыҙы, һеҙҙең өлөшкә ғәжәп яҙмыш яҙған: бөйөк әҙиптең генә түгел, ә хатта ки халыҡтың рухи юлбашсыһының ҡыҙы булыу. Атайығыҙ иҫән саҡта был ниндәй тойғолар тыуҙыра ине һәм хәҙер, уның бай әҙәби мираҫын һаҡлаусы булараҡ, ниндәйерәк?
– Бәләкәй саҡта атайымдың ныҡ билдәле, күренекле кеше икәнен аңламай ҙа инем, сөнки янына килгән дуҫтары ла төрлө яҡлап ҡыҙыҡлы шәхестәр ине. Үҫеп, быны аңлағас та, бөйөк кешенең ҡыҙымын тип маһайманым. Эйе, атайым ныҡ билдәле шәхес ине, әммә был беҙгә, уның балаларына, ниндәйҙер айырымлыҡ тойғоһо бирмәне. Атайым үҙен дә кешеләр менән ихлас тотто, һәр кемгә тигеҙ ҡараны, һөнәренә лә, вазифаһына ла, белеменә лә ҡарап бүлмәне, үҙе лә түрәлеккә ынтылманы. Иң беренсе нәүбәттә, кешенең кешелек сифаттары мөһим ине уның өсөн дә, әсәйебеҙгә лә. Тимәк, үҙ миҫалы менән дә өлгө күрһәткән, беҙ башҡаса була ла алмаҫ инек. Өйөбөҙгә билдәле кешеләр йыш килә торғайны: яҙыусылар, шағирҙар, әйтәйек, атайымдың дуҫтары Назар Нәжми, Муса Ғәли, Сәғит Агиш, Кирәй Мәргән, Баязит Бикбай һәм башҡалар. Улар минең өсөн ғаиләбеҙҙең дуҫтары, туғандар һымаҡ ине, Баязит бабай, Назар ағай тип өндәшә торғайным. Бергә ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡоралар ине, бала саҡта уларҙың ни һөйләшеүҙәрен артыҡ аңламаһам, үҫә килә үҙем дә мауығып тыңлай, әңгәмәләренә ҡушыла башланым.
Мин атайымдың билдәлелегенән, уны бөтәһе лә белеүҙән, киреһенсә, ауырһына торғайным. Бер ҡасан да үҙемдең Мостай ҡыҙы икәнемде белгертергә ынтылманым. Инде юғары белем алып, авиация институтына уҡытырға барғас та фамилиямды ҡыҫтырмай ғына танышырға тырыша инем, әлбиттә, был барыбер асыҡланып ҡуя торғайны (көлә – Авт.).
Беҙ бала саҡта ғаиләбеҙ ҡәҙимге йортта торҙо, унда завод эшселәре лә йәшәне. Бында дуҫтарым да күп булды, ҡайһы берҙәре ғүмерлек, улар менән һаман да аралашабыҙ. Шуныһын әйтеп китергә кәрәк: элек кеше күп уҡыны, һәр өйҙә китаптар булды. Дуҫтарым да, ата-әсәләре лә атайымдың ижады менән, әлбиттә, таныш ине.
Шағирҙың вафатынан һуң Мостай Кәримдең ҡыҙы булыу ни тиклем яуаплы икәнен нығыраҡ аңланым. Ул бит атаҡлы ижадсы ғына түгел, ә иҫ китмәле белемле, киң ҡарашлы, тәрән абруйға эйә оло Шәхес тә ине. Республикабыҙҙы ныҡ яратты, уның яҙмышы өсөн көйҙө, уның тормошонда ҡайнап йәшәне, һынылышлы мәлдәрҙә абруйы, тәрән уйлы һүҙе менән иңен ҡуйҙы.
Ағайым атайыбыҙҙың әҙәби мираҫы менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнә ине. Ул да фани донъянан киткәс, атайымдың ижадын һаҡлау бурысы, ҡыҙы булараҡ, минең иңдә.
– Үҙегеҙ бер ҡасан да яҙыу менән мауыҡманығыҙмы? Тирә-яғығыҙҙағы ижади мөхит ошоға булышлыҡ иткәндер бит?
– Йәш саҡта яҙыштырғыланым, әммә быны етди ҡабул итмәнем, сөнки ул шиғырҙар күбеһенсә кемгәлер оҡшатырға тырышыу кеүек булды. Уларҙы хатта атайыма ла күрһәтмәнем. Мәктәптә сит тел өйрәнеү, теүәл фәндәр менән нығыраҡ ҡыҙыҡһындым. Ә бына Илгиз ағайыма атайымдың яҙыу һәләте мул бирелгәйне. Оҫта журналист та булды ул, ә үҙенең ғүмерен күберәк атайымдың әҫәрҙәрен руссаға тәржемәләүгә арнаны. Быны атайымдың яҙыу стиленә, теленә хилафлыҡ килтермәй, шул ҡәҙәре юғары кимәлдә башҡара торғайны. Ағайым үҙе лә матур әҙәби ижад өлгөләре тыуҙыра алыр ине, быға иманым камил. Улы Нияз да талантлы – көйҙәр яҙа, аранжировкалар эшләй, һүрәт төшөрә. “Һеңлекәш” фильмында, әйткәндәй, уның ике көйө яңғыраны.
Бәлки, Мостай Кәримдең бүләләренең береһе ҡасан да булһа шағир булып китер, кем белә? Ваҡыт күрһәтер.
– Мостафа Сафа улының вафатына инде 19 йыл тулып үтте. Атайығыҙ менән бәйләнешегеҙ һаман да бармы? Был нимәлә сағыла? Төшөгөҙгә инәме?
– Юҡ, төшкә әллә ни ингәне юҡ. Был һәйбәт тә, тимәк, ул һинән ҡәнәғәт, тиҙәр. Атайым, әсәйем иҫән саҡта ла уларҙы борсоуға һалманыҡ, тип ғорурланып әйтә алам. Ә бәйләнеш ул бер ҡасан да өҙөлмәй, йылдар үткән, үҙем дә олоғайған һайын, ҡәҙерле кешемде нығыраҡ юҡһынам. Ул миңә атайым ғына түгел, ә иң яҡын дуҫым да булды. “Атай, һинһеҙ йәшәй алмаҫмын, оҙа-аҡ йәшә инде, зинһар!” – ти торғайным. Ғүмеренең ахырына тиклем зирәк, үткер аңлы, гел хәрәкәттә булды. Ул хәлһеҙ булып, физик көсһөҙлөктө тойоп йәшәй алмаҫ ине. Ошоно аңлағас, былай тип әйтә торғайным: “Атай, күпме теләйһең, булдыра алаһың, шулай йәшә”.
Эстән генә һәр ваҡыт атайым менән һөйләшәм, ул нимә тиер ине, тип уйлайым. Әйткәндәй, ул кешегә кәңәш бирергә тырышманы. “Ике осраҡта ғына кәңәш бирергә була: әгәр ҙә ныҡ итеп үтенһәләр йәки кешенең яҙмышында хәл иткес мәл булһа”, – тип әйтер ине.
Атайымдың көндәлектәрен, башҡа яҙмаларын уҡығанда, уны һаман да яңынан асҡан кеүекмен. Күп нимәне шул тиклем алдан тойомлаған, хатта сәйәси ваҡиғаларҙы, йәмғиәт тормошондағы үҙгәрештәрҙе лә.
Бер ябай ғына миҫал. Атайымды йыш ҡына уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенә саҡыра торғандар ине. Бер ҡасан да баш тартманы. Миңә лә былтыр Өфөнөң Ленин районында ошондай кәңәшмәлә сығыш яһарға тура килде. Хәҙерге мәғариф өлкәһендә проблемалар ярайһы ғына, был сер түгел. Ә аныҡ ҡына нимәгә иғтибарҙы йүнәлтергә була, тип уйландым. Атайымдың бер сығышын табып алдым һәм уҡыған һайын ғәжәпләнә барҙым: әйтерһең, хәҙерге көн тураһында яҙған! 20 йыллап ваҡыт үткән был фекерҙәренә, ә улар һаман да көнүҙәк. Шул саҡта уҡ атайым үҙгәртеүҙәр арҡаһында белем өлкәһенең бер көн килеп ниндәй һынауҙар менән осрашырын белгән.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡанда, ошо сығышын үҙгәртмәй тиерлек уҡыным. Ҡайһы бер уҡытыусыларға атайым һүҙҙәре таныш ине, уларҙың күҙендә йәш мөлдөрәне... Уғата тулҡынландырғыс мәл булды.
– Мостай Кәрим исемендәге фондтың эшмәкәрлеге тураһында ентекләберәк һөйләһәгеҙ ине.
– Фондты 2013 йылда ағайым Илгиз, улым Тимербулат менән бергә ойошторҙоҡ. Төп маҡсатыбыҙ – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, башҡа милли телдәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итеү, бурысыбыҙ – мәғрифәтселек. Мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ижади конкурстар ойошторабыҙ, әҙәби ижадҡа бәйле төрлө сараларҙа ҡатнашабыҙ. 2015 йылда элекке Башҡорт дәүләт, хәҙерге Өфө фән һәм технологиялар университетында Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтахана – башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү үҙәге астыҡ, Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары өсөн гранттар булдырҙыҡ. Бындай ярҙамды Өфөнөң М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының иң яҡшы уҡыусылары ла – олимпиадалар, ижади конкурстар еңеүселәре – ала.
Иң ҙур шатлығыбыҙҙың береһе – Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында башҡортсанан руссаға тәржемә итеүселәрҙең уҡып сығыуы. Оҙон-оҙаҡ йылдарға һуҙылған тәнәфестән һуң буласаҡ тәржемәселәр тағы абруйлы уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлегенә эйә булды – ҙур уңыш бит был! Уларҙы Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана менән берлектә ижади конкурс үткәреп, һайлап алғайныҡ.
Фонд атайымдың ғына түгел, уның замандаш ижадташтары – XX быуат шағирҙары, яҙыусыларының әҙәби мираҫын һаҡлау эше менән шөғөлләнә һәм киләсәктә лә был изге ғәмәлде дауам итер. Ул осор әҙиптәре башлыса яугир-яҙыусылар, һәр ҡайһыһы – ҙур шәхес, талантлы ижадсы, һәм уларҙы оноторға ла, онотторорға ла тейеш түгелбеҙ.
Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса сыҡҡан спектаклдәр, фильмдарға ярҙам итәбеҙ, китап сығарыуҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Йәштәр театрына килгәндә, ул беҙҙең туған театрыбыҙ тиһәк тә була. Шулай уҡ әҙиптең исеме менән бәйле булған күргәҙмәләр, конкурстарҙа ла, китапхана, мәктәптәрҙә үткән төрлө сараларҙа ла ҡатнашабыҙ. Фонд "Ағиҙел" әҙәби журналының йөҙ йыллығына ике премия бирҙе – "Иң яҡшы проза" һәм "Иң яҡшы шиғри шәлкем". Уларға Гөлсирә Ғиззәтуллина һәм Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева лайыҡ булды.
"Аманат" балалар журналы менән дә бик матур конкурс үткәрҙек. Ул барған ваҡытта еңеүсеһе – бик талантлы егет Йәмил Сәйҙәлиевтең фажиғәле үлеме хаҡында ишетеп тетрәндек. Йәш таланттың әҫәрҙәрен йыйып, бик матур китап сығарҙыҡ. Быйыл иһә Фонд Йәмил Сәйҙәлиев конкурсын да үткәреште, Баймаҡ яҡтарына барып ҡайттыҡ. Әйткәндәй, атайым Баймаҡ ерен, уның ихлас кешеләрен бик яратты.
Ғөмүмән, тормошҡа ашырылып барған саралар ҙа, ниәт ителгәндәре лә, әлегә планда булғандары ла етерлек. Эш күп, уның ҡарауы, ул миңә сикһеҙ ҡәнәғәтлек килтерә, талантлы йәштәр менән аралашыуға, уларға ярҙам итә алғаныбыҙға шатланам.
– Йәштәр менән йыш осрашаһығыҙмы?
– Мөмкинлек булғанда, бындай аралашыуҙан ситтә ҡалмайым, әлбиттә. Ошо урында бер нимәне әйтеп китәйем. Мәҙәни, әҙәби сараларҙың ниндәйен алһаң да, уларҙың мәжбүрилек менән үткәрелгәнен өнәмәйем. Балаларҙы, йәштәрҙе бындай урындарға көсләп, күмәген бергә алып килеп ултыртҡансы, ысынлап ҡыҙыҡһынғандары йыйылһын ул. Залға ҡараш ташлау менән тойола бит: кем ҡыҙыҡһына, ул иғтибар менән ҡарай, тыңлай, ә ҡыҙыҡһынмағаны шунда уҡ смартфон экранына төбәлә. Һан түгел, сифат менән алдырырға кәрәк, тип иҫәпләйем. Ошо урында тағы ла атайымды иҫкә алам: ул аудитория менән оҫта итеп бәйләнеш булдырыу ҡеүәһенә эйә ине. Йәштәргә лә өгөт-нәсихәт уҡыманы, быны хупламаны ла, ә ҡыҙыҡлы һөйләшеү ойоштора торғайны. Алда әйткәнемсә, кәңәш биреүгә ҡарата үҙенсәлекле ҡарашы булды.
– Шағирҙың 105 йыллығын үткәреүгә арналған саралар араһында мәшһүр яҙыусыбыҙ исемен йөрөткән Милли йәштәр театры әҙиптең “Ҡара һыуҙар” поэмаһы буйынса ҡуйған спектаклдең премьераһы ла бар. Унан алда ойошторолған күрһәтеүҙе ҡарап өлгөргәнһегеҙҙер. Спектакль оҡшанымы, Әлфиә Мостай ҡыҙы?
– Был спектаклде режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе. Ул – бик талантлы, уйлы егет, атайымдың әҫәрҙәрен төплө өйрәнә, яуаплы ҡарай. Спектакль үҙенсәлекле, заманса ҡараш менән бирелә. Ҡайһы бер урында ғына фекерҙәребеҙ тап килмәй, уныһы төҙәтерлек эш. Дөйөм алғанда, әҫәр тамашасыларға, шул иҫәптән йәштәргә лә, оҡшар, тигән ҡараштамын.
Бынан тыш, Рус драма театры ла премьера әҙерләй. “Айырылыу юҡ...” тигән спектакль атайымдың көндәлектәренә, әсәйем менән икеһенең бер-береһенә яҙған хаттарына нигеҙләнә. Уның да режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев.
– Әңгәмәгә ризалашыуығыҙ, ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Әлфиә Мостай ҡыҙы!
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.
(Октябрь, 2024 йыл).
Һүрәттә: Мостай Кәрим. Әҙип ҡыҙы Әлфиә менән.
Фотолар – ғаилә архивынан.