

Эстрадабыҙҙа һәләте, үҙенсәлекле сығыштары менән моңһөйәрҙәр күңелен яулаған артистарыбыҙҙың береһе – Рәил Өмөтбаев. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ижадына бик яуаплы ҡарай, тамашасыларын йыл да яңы сығыштары менән ҡыуандыра, гастролгә йыш сыға. Бына был аҙнала Рәил үҙенең моңдаш, фекерҙәштәре менән Башҡортостан һәм күрше өлкәләр буйлап ижади сәфәргә юллана. Йырсынан шул турала ентекләберәк һөйләүен һораным.
– Сығыштарыбыҙ 20 октябрҙә Ҡырмыҫҡалы районынан башлана ла артабан Белорет, Магнитогорск, Межозерныйҙа дауам итә, унан – Темәс, Бүребай, Ырымбур өлкәһендә Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ, унан аҙаҡ – Күгәрсен. Артабан инде – Раевка, Үрге Йәркәй, Иҫке Балтас, Салауат районының Торналы ауылы, Мәсәғүт, унан инде күршеләр – Силәбе, Ҡурған өлкәләренә юлланабыҙ. Гастролдәрҙе Башҡортостанға әйләнеп ҡайтып, Иглин, Красноусол, Ҡыҙылъярҙа булып, Салауат ҡалаһында тамамларға иҫәп тотабыҙ, – тип уртаҡлашты ул. – Тамашасыларыма йыл да яңы программа күрһәтергә тырышам. Концерттарға килеүселәр араһында гел йөрөгән тоғро тамашасыларым бар, башҡалары ла өҫтәлеп тора, Аллаға шөкөр. Уларға ҙур рәхмәт.
Яңы йырҙар әҙерләп, яңы ҡорамалдар өҫтәп, музыканттар командаһы менән һәр тамашаға тырышып әҙерләнәбеҙ, тамашасылар алдында ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ. Хәҙерге көндә сығыштарҙы заман талаптарына яуап бирерлек итеп әҙерләү мөһим: сәхнә лә, образдар ҙа, программа ла зауыҡлы, иң мөһимдәрҙең береһе, әлбиттә, – йырҙар мәғәнәле, сифатлы булырға тейеш. Сығышым программаһын әҙерләгәндә ошоларға ҙур иғтибар бирергә ынтылам.
Башҡортостандан тыш, күрше-тирә тарафтарға ла йөрөйбөҙ, ижади географияны киңәйтергә тырышабыҙ. Быға тиклем дә Ырымбур, Силәбе, Ҡурған яҡтарында милләттәштәр менән осрашып, ҡыуанып ҡайтҡаныбыҙ булды, был юлы ла сәфәребеҙ тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырыр, тип өмөтләнәбеҙ. Ижад миҙгеле барышында һәр тарафҡа бер тапҡыр ғына барабыҙ, сөнки, әйтеүемсә, “программаның яңыртылған булыуы мотлаҡ” тигән алдыбыҙға ҡуйған бурысыбыҙ, тамашасыларыбыҙ алдында яуаплылыҡ тойғоһо бар. Быйылғы программам “Алға барам” тип атала, уны яҙғыһын башланыҡ. Тыңлаусыларым күңеленә хуш килер, тип ышанып, төрлө тарафта йәшәгән дуҫтарыбыҙ менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ҡалам!
Фото: vk.com/rail_umutbaev