

Башҡортостандың халыҡ артисы Әнүәр Нурғәлиевкә йәнә йөрәгенә операция яһатырға тура килгән. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән.
Дауаханала ятып сығыуына ҡарамаҫтан, йырсының гастролдәр графигында үҙгәрештәр булмаған.
"Дуҫтар, Пермь, Екатеринбург, Төмән, Себер, Силәбе, Учалы яҡтарында йөрөп ҡайттыҡ. Һәр тамашасыма айырым рәхмәтем һәм хөрмәтем. 18 ҡала, 12 мең тамашасы, миллионлаған алҡыш һәм аңлатып бөтмәҫлек хис-кисерештәр.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был гастролдәр бер ҙә еңелдәрҙән булманы. Барайыммы, юҡмы, тип оҙаҡ уйланым. Сөнки 17 сентябрҙа Мәскәүҙә йөрәгемә операция яһаттым. Әммә мин, иң шәп дауа - яратҡан тамашасым менән бергә булыу, тигән һығымтаға килдем. Аллаға шөкөр, матур ғына, уңышлы итеп йөрөп ҡайттыҡ. Ә хәҙер яңы турға әҙерләнәбеҙ", - тип яҙҙы йырсы.
Билдәле булыуынса, ул былтыр ҙа ошо ваҡытта йөрәгенә операция яһатҡайны.
Текст сығанағы, фото: "Интертат".
"Бәйләнештә" төркөмөндәге фото авторы - А. Нурмөхәмәтов.