Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Октябрь 2025, 10:30

Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!

Ул легендар Фәйзи Ғәскәров исеменә бәйле.

Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!
Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!

Республикабыҙҙа бөгөн тәүге тапҡыр Милли бейеү көнө билдәләнә. Тамырҙарыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙға хөрмәт билдәһе булған иҫтәлекле дата Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән булдырылды. Шулай итеп, йыл да 21 октябрҙә тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән халыҡтар рухи асылдың ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле кәүҙәләнеше булған милли бейеүҙәренә айырым ихтирам күрһәтә ала.

Байрам өсөн юҡҡа ғына 21 октябрь һайланмаған. Был – арҙаҡлы шәхесебеҙ, башҡорт милли хореографияһына, данлы бейеү ансамбленең үҫешенә нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. Донъяның күп тарафында танылыу яулаған атаҡлы Башҡортостан бейеү коллективы 1988 йылдан алып уның исемен йөрөтә.

Башҡорт бейеүе тигәндә, шунда уҡ күҙ алдына легендар хореографыбыҙ килеп баҫа. Эйе, Фәйзи Ғәскәров күптән инде милли хореографиябыҙҙың символына әүерелгән. Ул үҙе лә оҫта бейеүсе булған, талантлы хореограф һәм балетмейстер булып танылған. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштора, уның тәүге художество етәксеһе була. БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, "Почет Билдәһе" ордены кавалеры Фәйзи Әҙеһәм улы Башҡортостан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә, билдәле итеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Ул һалған бейеүҙәр башҡорт хореографияһының алтын фондына ингән: "Ете ҡыҙ", "Заһиҙә", "Зарифа", "Гөлнәзирә", "Шаян ҡыҙҙар", "Өс таған", "Төньяҡ амурҙары" һәм башҡалар.

Мәҙәниәтебеҙгә, тамырҙарыбыҙға хөрмәт йөҙөнән булдырылған Милли бейеү көнө уңайынан бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә лә, республикабыҙҙың район-ҡалаларында ла күп саралар ойошторола. Иң төп ваҡиға – “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бейеү оҫталарының тамашасыға башҡорт хореографияһының алтын фондын тәшкил иткән сығыштарҙы бүләк итеүе. Бер сәхнәлә республикабыҙҙың алдынғы бейеү коллективтары –Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, Учалы филармонияһының “Уралтау”, Нефтекама филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамблдәре, “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театры сығыш яһай. Тамашасыларҙы ысын мәғәнәһендә рух тантанаһы, бейеү хакимлығы көтә.

Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!

Нәзир БАЙЙЕГЕТОВ, Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе:

– Милли бейеү көнө – республикабыҙҙың бейеү сәнғәте өсөн бик мөһим дата. Беҙҙең ансамбль өсөн ул айырыуса әһәмиәтле, сөнки Фәйзи Әҙеһәм улының тыуған көнөнә бәйле. Коллективыбыҙҙа был көн икеләтә байрам, тиергә мөмкин. Фәйзи Ғәскәров халыҡ бейеүен сәхнәгә беренсе булып ҡуйған, атаҡлы “Зарифа”ны һалған. Был – башҡорт ансамбленең тәүге бейеүе.

21 октябрь, әлбиттә, беҙҙең ансамбль өсөн электән иҫтәлекле көн. Уны ветерандарыбыҙ менән бергәләп билдәләйбеҙ, Фәйзи Әҙеһәм улының ҡәберенә сәскә һалабыҙ. Хәҙер инде был көн тотош республикала Фәйзи Ғәскәровты хөрмәтләп иҫкә алыуға матур сәбәп була, шуныһы бик ҡыуандыра. Милли мәҙәниәтебеҙгә иғтибар һәм ихтирам күрһәтеп, ошондай матур дата тураһында указға ҡул ҡуйғаны өсөн республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улына ҙур рәхмәт!

Әйткәндәй, Милли бейеү көнөн ҡаршылап, быйыл беҙ профессиональ хореографтар союзын булдырҙыҡ. Ул беҙҙең ансамблде, Стәрлетамаҡ Бейеү театрын, Учалы, Сибай, Нефтекама филармонияларының бейеү коллективтарын, Өфөнөң “Мираҫ” ансамблен берләштерә. Милли бейеү көнөнә арнап үткәргән конференцияла союз менән таныштырабыҙ. Башҡортостан бейеү һалыусы оҫталарға бай, береһенән-береһе матур бейеүҙәр ижад итә улар, балаларҙы ла халыҡ сәнғәтенә ылыҡтыра. Хореографтарҙың бер күскә тупланыуы бейеү сәнғәтебеҙҙең үҫешенә үҙ өлөшөн индерер, тип ышанабыҙ. Бер-беребеҙ менән кәңәшләшеп, тәжрибә уртаҡлашып, хеҙмәттәшлек итеп, республикабыҙ сәнғәтенә хеҙмәт итергә әҙербеҙ.

Һүрәттәрҙә: башҡорт хореографияһының алтын өлгөләре – Ф. Ғәскәров һалған бейеүҙәр: "Зарифа"; "Ете ҡыҙ"; "Гөлнәзирә"; "Шаян ҡыҙҙар"; "Төньяҡ амурҙары". 

Фотолар Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле архивынан.

 

Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!
Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!
Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!
Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!
Беренсе Милли бейеү көнө менән, дуҫтар!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас