Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Октябрь 2025, 14:15

Флүрә Килдейәрованың Мәскәүҙәге ижад кисәһе

Мәскәүҙең Милләттәр йортонда Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, опера йырсыһы Флүрә Килдейәрова менән ижади осрашыу булды. Сараға уның йырына ғашиҡ тамашасылар, йәш башҡарыусылар килде.

Флүрә Килдейәрованың Мәскәүҙәге ижад кисәһеФлүрә Килдейәрованың Мәскәүҙәге ижад кисәһе
Флүрә Килдейәрованың Мәскәүҙәге ижад кисәһе

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Петровская сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор Флүрә Килдейәрова йәшлек хәтирәләрен яңғыратып, репертуарынан бер нисә йыр башҡарҙы.

Кисә танылған сәнғәт әһеле менән аралашыу ғына түгел,  вокалдан оҫталыҡ дәресе булараҡ та дауам итте, артабан ул йәнле концерт менән тамамланды. Ҡыҙыҡһыныусылар абруйлы опера оҫтаһынан кәрәкле кәңәштәр ишетте, ә тамашасылар Флүрә Килдейәрованың мөһабәт тауышын тыңлап ләззәтләнде. Концертта йырсының сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Екатерина Ямщикова, Арсен һәм Луиза Кәримовтар, Рената Бәҙәмшина, «Хазина» халыҡ бейеүҙәре коллективы сығыш яһаны.

Кисәнең махсус ҡунаҡтары – мультиинструменталист, композитор, аранжировщик Тәлғәт Хәсәнов һәм Гөлсәсәк Ғәләмова сығыштары программаға йәм өҫтәне.

Ҡунаҡтар әйтеүенсә, кисә Мәскәүҙең мәҙәни тормошонда ҙур ваҡиғаға әйләнгән, Мәскәү башҡорттары араһындағы бәйләнеште нығытҡан һәм тамашасыларға күренекле йырсы һәм уның һәләтле уҡыусылары менән онотолмаҫлыҡ осрашыу шатлығы бүләк иткән.

Гөлназ ҠОТОЕВА.

Флүрә Килдейәрованың Мәскәүҙәге ижад кисәһе
Флүрә Килдейәрованың Мәскәүҙәге ижад кисәһе
Флүрә Килдейәрованың Мәскәүҙәге ижад кисәһе
Флүрә Килдейәрованың Мәскәүҙәге ижад кисәһе
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас