

Бөркөт саңҡыуы (хәтернамә)
Күренекле яҙыусы, шағир, прозаик Аҫылғужа Баһуманов иҫтәлегенә
Әйләнә Ер, аға йылдар,
Алмашына миҙгелдәр...
Был мәңгелек әйләнештә
Беҙ мәңгелек түгелдер!
Бер-бер артлы үтә көндәр,
Йөрәктәргә уйылып,
Үлсәнә микән ғүмерҙәр
Берәй баһа ҡуйылып?
Үлсәнһә лә үлсәнәлер
Кешенең үҙе менән,
Ҡылған хаҡ эштәре менән,
Әйткән хаҡ һүҙе менән!
Үлсәү йондоҙлоғонда тыуған Аҫылғужаның тормош девизы ине был юлдар.
Беҙ бәхетле йәшәнек. Бәхетте мин үҫешле процесс, яратҡан кешең менән энергияң, аҡылың, күңел йылың менән бүлешеү, бер-береңде тәрбиәләү, бер-береңә белгәнеңде өйрәтеү, бер-береңдең ғәҙәттәренә үтеп инеү, күңелен һәм уйын белеү һәм хөрмәт итеү, тип аңлайым. Ул ирем генә түгел, күңелемде табыр, тормошомдо биҙәр иптәш, күпте өйрәткән уҡытыусым да булды. Балаларҙың яратҡан атаһы, ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге ине. Бергә кискән ғүмеребеҙ күҙ алдында ғына торһа ла, яҙып та, кисереп тә бөтөрлөк түгел.
Аҫылғужаның төплө, ҡыйыу фекерле, зыялы булыуы мине һәр ваҡыт һоҡландырҙы. Уның һүҙ байлығына, тел ҡеүәһенә әҫәрҙәрен ҡулъяҙма сағынан алып уҡып ғәжәпләнә торғайным. Ул шул тиклем ерле һөйләште үҙләштергән, әҫәрҙәрендә улар ҡулайлы үрелеп бара. “Шыйыҡ зәңгәр бушлыҡ”, “тәҡәтһеҙ эҫе”, “семтем болот”, “сыңлы шау”, “бөләңгерт яҡтылыҡ” һәм башҡа әллә күпме матур һүҙҙәрҙе Аҫылғужа әҙәбиәтебеҙ аша тел байлығыбыҙға ҡайтара алыуы менән ғорурланам. Әҫәрҙәрендәге һөйләм төрҙәренең күплегенә, сюжет ҡоролошоноң үҙенсәлеклелегенә, образдың характерын ҡылған эше, әйткән һүҙе аша оҫта һүрәтләүенә киләсәктә уҡыусы битараф ҡалмаҫ, моғайын. Ул күберәк диалогтарға, монологтарға баҫым яһай. Сигенеүҙәр күп. Был яҡтан ул традицион юлдан күпкә юғары тора. Башҡорт халҡының тормошон, һулышын һәр яҡтан өйрәнгән кеше. Теле телгә йоҡмай урыҫ һәм башҡорт телендә шартлап торҙо.
2004 йылда Аҫылғужаның “Салауаттың йәше” роман-эпопеяһының 1-се китабы донъя күрҙе. Әҙәбиәтсе, тарихсы Аҫылғужа бығаса үҙе уҡыған нәфис әҙәбиәттә, тарихи шәхес һәм башҡорт халҡының иң яҡшы һыҙаттарын сағылдырған әҙәби герой булараҡ, Салауат Юлаевтың беҙҙең зауҡыбыҙҙы ҡандырырлыҡ, киләсәккә әйҙәрлек идеал үрнәген тапмай, шунлыҡтан М. Шолохов, А. Дюма, Л. Толстой кеүек яҙыусылар һымаҡ киң эпик панорамалы тарихи роман яҙырға һәм шул юл менән ауыҙ-тел ижады нигеҙендә тыуған уйҙырмаларға сик ҡуйырға теләй. Салауат кеүек шәхесте халыҡ тыуҙырған, шуға күрә ул халыҡты һәм уның улы Салауатты тарихи, психологик, сәйәси, социаль юҫыҡ шарттарында эҙмә-эҙлекле һүрәтләү талабын ҡуя. “Салауат тыумыштан полководец булмай, ул заманда һунарсы башҡорттоң 16 йәшлек малайҙары айыу йыҡҡан. Тап тарихи шарттар, көсөргәнешле ваҡиғалар сылбыры, милли, психологик һәм дини баҫым нигеҙендә генә Салауат бөйөк юлбашсы булып үҫә”, – ти Аҫылғужа һәм шуны романында күрһәтергә теләй.
“Не люби ты меня, а полюби ты моё – вот что вам скажет народ, если захочет увериться в искренности вашей любви к нему”, – тип яҙып ҡалдырған Ф. Достоевский. Бөйөк яҙыусының “моё” тигән һүҙенә оло мәғәнә һалынған: ил, халыҡ, тел һәм кешене, сорттарға бүлмәйенсә, кешелек намыҫын юҡҡа сығармайынса хөрмәт итергә өйрәтә. Мин Достоевскийҙың һүҙҙәрен үҙемсәләп: “Не любите Асылгужу, а полюбите как он написал о нашей родине, о башкирском народе и о великом Салавате, тогда мой народ уверится в искренности вашей любви к нему”, – тиер инем.
Бер нәмәне аныҡ беләм: юл ситендә мүкләнеп, күгәреп ятҡан ташҡа ҡарағанда, ҡая-таш араһынан бөркөт саңҡыуылай яңғырап ҡалған шаңдау яҡшы!
Миңниса БАҺУМАНОВА (“Бөркөт саңҡыуы”, хәтернамә, 2015)
АҪЫЛҒУЖА
(20.10.1945 – 25.02.2005)
* * *
Бөгөн минең тыуған көнөм...
Урмандарым алтын икән,
Бураларға байлыҡ ингән,
Көҙгө муллыҡ ҙур илемдең
Һәр өйөнә бәхет өйгән.
Бөгөн минең тыуған көнөм...
Тик Еремдең түгел имен
Бөтә ҡитға-тарафтары –
Йәнем-тәнем менән тоям
Һөрөм еҫен, шартлау елен...
Бөгөн минең тыуған көнөм...
Заманында фашист өңөн
Томалаған тыуған йылым,
Хәҙер инде минең дә бит
Ҡорал тота белә ҡулым...
Килер ваҡыт – мин йырлармын:
“Тыуған көнөм, күрәм бөгөн
Ерҙә таңдың аяҙҙарын,
Һәр ҡитғаһында ишетәм
Донъяға тәү килгәндәрҙең
Тик шатлыҡлы ауаздарын!”
Килер ваҡыт, беҙ йырларбыҙ...
* * *
Яңылышмай тормай кешеләр
Үҙе яңылыш был донъяла,
Кешеләрҙең күңел күҙе булған
Шағирҙарға, тимәк, ни ҡала?..
Туҙғанда ла ләкин бөтәһе
Хәҡиҡәтте раҫҡа һанламай,
Хаталанмаҫ, аҡты ҡара тип,
Ысын шағир...
Улар алдамай.
* * *
Бер һыҙылды шырпы...
Янып бөттө,
Бары ҡалды ғына күмере –
Ә ниндәй ҙур усаҡ тоҡандырҙы
Уның ҡыҫҡа ғына ғүмере!
Шул шырпылай ғына баһаланһа
Ошо ергә сәскән-түккәнем,
Тимәк, тормошта мин йәшәй белдем,
Ғүмеремде әрәм үтмәнем.
Муллаҡайым-Темәсем
Бәхетем – ике ауылдан,
Тейгән инде тейгәсен:
Телем бирҙе Муллаҡайым,
Белем бирҙе Темәсем.
Остом тормош тауҙарына,
Осҡоларым килгәсен,
Һул ҡанатым – Муллаҡайым,
Уң ҡанатым – Темәсем.
Уттар үттем, һыуҙар кистем,
Яҙмыш шулай тигәсен...
Яндырманы-батырманы
Муллаҡайым-Темәсем.
Халҡым өсөн хаҡ эш ҡылдым,
Халҡымды ныҡ һөйгәсем,
Халҡым миңә – Муллаҡайым,
Халҡым миңә – Темәсем.
Йөҙ ғүмер йәшәйем ерҙә
Көйһөҙөн йә көләсен...
Бер ғүмерем – Муллаҡайым,
Бер ғүмерем – Темәсем.
Тегеүһеҙ ап-аҡ күлдәкте
Бер килеп тә кейгәсем,
Ипле ҡуйыныңда ятҡыр,
Муллаҡайым – Темәсем!
Салауаттың диңгеҙгә әйтеп ҡалдырғаны
Сирек быуат сынйырлымын, диңгеҙ,
Ярыңдың таш-тупрағына,
Ҡырлы тимер аяҡ-ҡулды түгел,
Ҡуҙ-йәнемде ҡура ғына;
Ҡоллоҡ хәлем, тамам сауыҡтырып*,
Елегемде һура ғына...
Мин, Салауат, бай аҫаба инем –
Һыныҡ икмәккә лә зармын;
Яугир инем, ҡылыс йөҙө инем –
Бәке лә ҡайрамаҫ сармын;
Һүҙ менән үрт һалып сәсән инем –
Йылғаһы ҡороған ярмын.
Мин тәүгеһе түгел халҡы өсөн
Ирек тип яу сапҡандарҙан,
Берҙән-бер ҙә түгел йөрәктәргә
Хаҡлыҡ уты яҡҡандарҙан,
Һуңғы тотҡон булһам ине лә бит
Бығау сәйнәп ятҡандарҙан.
Зарланмайым, туламай тор, диңгеҙ.
Күңелдә зар сиртер ҡылдар
Тыуғанымдан бирле өҙөк инде...
Тыңла мине!
Үтер йылдар!..
Берәү килер бында Уралымдан –
Төшмәй тормаҫ әле юлдар.
Килер берәү... Үҙ аяғы менән...
Диҡҡәт менән һине тыңлар.
Минең рухҡа, бәлки, аят уҡыр,
Бәлки, ҡурайы ла сыңлар...
Еткер уға, зинһар, һорауымды –
Илкәйемә ҡайтып йырлар:
Иле-халҡы шыр яланғас саҡта
Затлыны кеймәк хаҡына,
Иле-халҡы икмәккә зар саҡта
Татлыны еймәк хаҡына,
Әсәләре ҡан-йәш түккән саҡта
Ҡатын-ҡыҙ һөймәк хаҡына
Көн итмәйме икән башҡорттарым?
Ил иркендә сәмдәре бар микән?
Тел күркендә ғәмдәре бар микән?
Башҡорт тигән йәндәре бар микән?
Тағы ла әйт, диңгеҙ:
Салауат, тиң,
Ялҡын ләүкетер ҡуҙ иҫәп
Ғүмер һөрҙө бында, ҡол булһа ла...
Зарыҡты ит-ҡымыҙ көҫәп,
Ғазапланды ҡурай-ҡымыҙ көҫәп,
Ыҙаланды йә ҡыҙ көҫәп...
Барлыҡ язаларҙы башҡорт өсөн
Күтәрергә әҙер инем
Хатта теге донъяла ла, ләкин
Һис күтәрә алмаҫ инем,
Әгәр башҡорт ире,
Килмешәккә бөгөп-бөгөп билен,
Һатһа илен!
Башҡорт бисәләре,
Ят бауырҙан ҡороттороп түлен,
Һатһа телен!
Һүҙем һыйҙы һиңә, рәхмәт, диңгеҙ!
Тиңһеҙ ҡөҙрәт яула, диңгеҙ!
Башҡортлоғон һатҡан башҡорттарҙан
Минең хаҡты даула, диңгеҙ!
Түлен, телен, илен һатмағанын
Данла, диңгеҙ!
Шаула, диңгеҙ!
*Сауығыу–- кибеү, ҡороу
Һүрәттәрҙә: А. Баһуманов; ғүмер юлдашы Миңниса Баһуманова менән. Фотолар – ғаилә архивынан.