Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
22 Октябрь 2025, 19:30

Йырсы концерттарын кәметергә йыйына

Әйтеүенсә, йылына 200-шәр концерт биргәндә, ул үҙенә йәшәргә ваҡыты ҡалмағанын аңлаған. Был турала ул күҙҙәре йәшкәҙәп һөйләгән...

Йырсы концерттарын кәметергә йыйынаЙырсы концерттарын кәметергә йыйына
Йырсы концерттарын кәметергә йыйына

Башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһөйә Бәҙретдинова концерттар һанын кәметергә ниәтләүен белдергән. Уның әйтеүенсә, йылына 200-шәр концерт биргәндә, ул үҙенә йәшәргә ваҡыты ҡалмағанын аңлаған.

- Үҙемә ваҡыт бүлергә ваҡыт етте. Сәләмәтлеккә лә ваҡыт бүлергә кәрәк, сөнки организм үҙен һиҙҙерә башланы. Тағы ла улым янында булырға теләр инем, Нариман инде иртәгә үк өйләндерергә мөмкин булырлыҡ йәштә. Ә мин уның үҫкәнен дә күрмәнем, видеошылтыратыуҙар аша ғына контролдә тоттом. Шәхси тормошомдо алып барғым килә. Шуға күрә концерттар һанын кәметеү тураһында уйлайым. Ә улар 200-гә яҡын ине. Йылына 200 соло концерт - бынан һуң бындай хәл башҡаса булмаясаҡ.

Баҡһаң, минең йәшәргә ваҡытым ҡалмаған икән. Был уйға күптән килдем. Эшемде сикһеҙ яратам, әммә хәҙер мин “тупик”ҡа яҡынлашып барам кеүек, - тип һөйләгән күҙҙәренә йәш алып Илһөйә Бәҙретдинова.

Уның һүҙҙәренсә, ул тормошон тамашасыһыҙ күҙ алдына ла килтермәй, шуға ла сәхнәнән тулыһынса китергә йыйынмай. Был - үҙенә күрә бер сир, ти ул. Йырсы билдәләүенсә, ул тәүлегенә ни бары бишәр сәғәт кенә йоҡлай, ә алты сәғәт йоҡлай алған көндәрҙе зиннәтлек тип иҫәпләй.

Фото һәм сығанаҡ: kazanfirst.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас