Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Октябрь 2025, 12:00

Журналист хеҙмәтенең абруйын күтәрә

Тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләренә премия тапшырылды

Журналист хеҙмәтенең абруйын күтәрәЖурналист хеҙмәтенең абруйын күтәрә
Журналист хеҙмәтенең абруйын күтәрә

Бөгөн, 23 октябрҙә, 2025 йылға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лайыҡлыларға тапшырылды. Журналистика өлкәһе вәкилдәре өсөн мөһим тантана Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙиндең йорт-музейында уҙғарылды. Шуныһын билдәләргә кәрәк: былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән премияның күләме биш тапҡыр арттырылды һәм быйылдан алып ул 500 мең һум тәшкил итә.

Быйылғы лауреаттар:

– “На земле Салавата” Салауат районы гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Шамил Әхмәтшин, билдәле яҡташтары тураһында яҙған очерк, мәҡәләләре өсөн;

– “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, “Өфө – Донбасс араһы, бараһы ла бараһы” юлъяҙмаһы өсөн. Мәҡәләләр гәзиттә башҡортса һәм “Бельские просторы” журналында русса баҫылды;

– “Юлдаш” радиоһы журналистары төркөмө – Гүзәл Зарипова, Гүзәл Ситдиҡова һәм Илнар Әхмәтгәрәев, “Күперҙәр” ижтимағи-сәйәси проекты өсөн.

Конкурсҡа өлгөлө замандаштарыбыҙ, милли мәҙәниәттәр байлығы, халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәт тыныслығы һәм татыулығы, республиканың социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында һөйләгән материалдар тәҡдим ителә, тип иҫкә төшөрөп китеү урынлы булыр. Шуныһын да әйтергә кәрәк: былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән премияның күләме биш тапҡыр арттырылды һәм быйылдан алып ул 500 мең һум тәшкил итә.

Үҙ эшенең оҫталары булған журналистарға награданы БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Искәндәр Әхмәтвәлиев тапшырҙы.

– Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия – республиканың юғары наградаһы, журанлистың талантын һәм ҡаҙаныштарын таныу, – тине Искәндәр Рәүф улы. – Бөгөн 2025 йылға лауреаттарҙы бүләкләйбеҙ, уларҙы һөнәри оҫталыҡтары өсөн генә түгел, ә асыҡ белдерелгән гражданлыҡ позицияһы өсөн дә тәбрикләйбеҙ. Беҙҙең әлеге ҡатмарлы заманда бындай материалдар, сюжеттар йәмғиәтебеҙ өсөн айырым әһәмиәткә эйә.

Премия лауреаттары яуап һүҙендә уларҙың хеҙмәтен юғары баһалаған республика етәкселегенә, комиссия ағзаларына рәхмәт әйтте һәм абруйлы награда артабан да ең һыҙғанып эшләргә дәртләндерә, тип өҫтәне.

Республиканың ижтимағи-сәйәси тормошо, үҫеше журналистар ҡәләме, улар әҙерләгән эфир материадары аша киң ҡатлам уҡыусы, тыңлаусыларға барып етә. Тынғыһыҙ хеҙмәт вәкилдәре лайыҡлы наградаларын алып ҡыуаныуы – беҙ журналистарҙың барыһы өсөн дә ҙур шатлыҡ. Хеҙмәттәш, фекерҙәш, ижадташтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Артур ДӘҮЛӘТБӘКОВ, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире:

– Тәү сиратта, республика журналистары исеменән был өлкә хаҡында хәстәрлек күргәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерәм. Баҫма матбуғатта 32 йыл эшләйем һәм һуңғы йылдарҙа етәкселектең ярҙамы тойола. Берҙән, илебеҙҙә башҡа бер төбәк тә журналистар өсөн премиялар күләме менән маҡтана алмай. Радий Фәрит улы баҫмаларға дәүләт ярҙамын ике тапҡырға арттырҙы.

Коллегаларым — ысын журналистар, үҙ эшенең оҫталары менән бергә абруйлы премияға лайыҡ булыуым айырыуса ҡыуаныслы. Элек комиссия китап авторҙарын бүләкләүҙе өҫтөн күрә ине, ә быйыл премияны яҙыусылар түгел, журналистар алды.

Шамил ӘХМӘТШИН, “На земле Салавата” район гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары:

–Журналист ҡәләме кешеләргә ваҡиғалар тураһында намыҫлы, дөрөҫ һәм сағыу, мауыҡтырғыс итеп һөйләргә һәм шул уҡ ваҡытта яуаплы булырға тейеш. Ил һәм республиканың иҡтисади үҫеше, төрлө проекттар һәм саралар тураһында һөйләргә кәрәк. Был үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү, улар ысын патриот булып үҫһен өсөн дә мөһим.

Бөгөн журналистиканың роле, функциялары бик киңәйҙе. Беҙ традицион баҫмала ғына түгел, электрон майҙансыҡтарҙа, сайттарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә лә эшләйбеҙ. Һәр журналист, хатта алыҫ районда йәшәгәне лә, үҙ позицияһын, яңылыҡтарҙы киң аудиторияға еткерә ала.

Республика башлығы Радий Хәбировҡа беҙҙең тармаҡҡа күрһәткән иғьтибары өсөн рәхмәт. Уның хәстәрлеге арҡылы Ш. Хоҙайбирҙин премияһының мәртәбәһе тағы ла артты, коллегаларыбыҙға дәртләнеп эшләргә илһам бирә. Шулай уҡ республика Хөкүмәтенә, премия биреү буйынса комиссия ағзаларына ябай хеҙмәтебеҙҙе күргән һәм баһалаған өсөн рәхмәт.

Гүзәл ЗАРИПОВА, “Юлдаш” радиоһының алып барыусылар бүлеге етәксеһе:

– Радио журналистарының фиҙакәр хеҙмәтен юғары баһалауҙары һөйөндөрә. Был – беҙгә оло ҡыуаныс, артабан да һөҙөмтәле эшләргә тигән ҙур этәргес бирер көс, шул уҡ ваҡытта был – оло яуаплылыҡ та.

“Күперҙәр” проекты Башҡортостан Республикаһы үҫешенә арналған аналитик тарихтар серияһынан ғибәрәт. Уны республиканың социаль, иҡтисади һәм мәҙәни тормошоноң мөһим аспекттарын асҡан үҙенсәлекле йылъяҙма тип атарға мөмкин. Проекттың төп маҡсаты — ҡатмарлы теманы киң аудиторияға асыҡ һәм аңлайышлы итеп аңлатыу, тыңлаусыларҙы хәҙер барған һәм киләсәктә мөһим булыр процестарҙың әһәмиәте тураһында уйландырыу.

Ярҙарҙы, ҡалаларҙы, илдәрҙе бәйләр күперҙәр була. Улар араһында иң зиннәтләһе – кеше йөрәктәрен бәйләрҙәре. Тапшырыу эфирға ошондай заставка менән сыҡты.

“Юлдаш” та – йөрәктән-йөрәккә моңло күпер һалыусы радио. Быйыл ул үҙенең 25 йыллығын билдәләне. Мәртәбәле премияны юбилей йылында тапшырыуҙары – икеләтә ҡыуаныс.

 

Альберт Заһиров фотолары.

 

Журналист хеҙмәтенең абруйын күтәрә
Журналист хеҙмәтенең абруйын күтәрә
Журналист хеҙмәтенең абруйын күтәрә
Журналист хеҙмәтенең абруйын күтәрә
Журналист хеҙмәтенең абруйын күтәрә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас