Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
25 Октябрь 2025, 04:15

"Йырҙар иртәгә онотолмаһын, ә күңелдә ҡалһын"

Билдәле йырсы Лилиә ИШЕМЙӘРОВА ижад юлы, киләсәккә пландары, балалары, ире, ейәне тураһында һөйләне, уй-кисерештәре менән уртаҡлашты.

"Йырҙар иртәгә онотолмаһын, ә күңелдә ҡалһын""Йырҙар иртәгә онотолмаһын, ә күңелдә ҡалһын"
"Йырҙар иртәгә онотолмаһын, ә күңелдә ҡалһын"

“Атайсалым – Сибайым”, тип йырлаған йәш Лилиә Ишемйәрованы ошо төбәк ҡыҙы тип ҡабул иткәнемде иҫләйем. Шул тиклем яратыу, һоҡланыу, ғорурланыу менән һуғарылған ине йыры. Ейәнсура ҡыҙын үҙ күреп ҡабул иткән, йәш кенә моңло күңелгә илһам ҡанаттары ҡуйған Сибайҙы, уның халҡын данламай булмаған икән дә. Талантлы йырсының йөрәгендә был ҡала ла тыуған яғы менән тиң урын алған.

Бөгөнгө тәжрибәле, бәҫле, данлы, маҡтаулы наградаларының осо-ҡырыйы тигәндәй булмаған йырсыбыҙ – эстрадабыҙҙағы егәрле бал ҡорттарының береһе, иң күп яңы йыр яҙҙырған, туҡтауһыҙ эҙләнгән, гастролдәргә ҡыуанып йөрөгән рухиәт илсеһе. Шулай итеп, рубрикабыҙ ҡунағы – Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Лилиә Рауил ҡыҙы Ишемйәрова. Йырсы менән уның сәхнә яҙмышы инештәре, ижад асылдары, ҡатын-ҡыҙ бәхете һәм башҡалар тураһында әңгәмәләштек.

“Сибайҙағы ижад мәктәбе ныҡ ярҙам итте”

– Лилиә, йәш кенә ҡыҙҙың сәхнә түрҙәренә сығып, үҙ тыңлаусыһын тапҡанына инде байтаҡ һыуҙар аҡҡан. Оҙон ғына ижад дәүерегеҙгә ҡыҫҡаса байҡау яһап алайыҡ әле.

– Ысынлап та, минең ижадым бик иртә башланды. 15 йәшем дә тулмаҫ элек Өфө сәнғәт училищеһына килеп уҡырға индем. Бик талантлы педагог Әлфиә Мәсәлимова класында булдым. Ул мине композитор Салауат Низаметдинов менән таныштырҙы. Ул саҡта Әлфиә Кәрим ҡыҙы уның ҡатыны ине. Салауат ағай мине студияһына эшкә алды. Шулай йәш кенә көйгә профессиональ артистар менән бергә сәхнәлә сығыш яһап, гастролдәрҙә йөрөй башланым.

Салауат Низаметдинов тәүге йырымды яҙҙы. “Һағын мине” тип атала ине ул. Уны Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Яңы йылға арналған концертын төшөргәндә йырланым. Был йырҙы концерттарымда гел йырларға тырышам, сөнки ул ныҡ иҫтәлекле – танылған композиторҙың, етәкләп тигәндәй ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан остазымдың үҙем өсөн яҙған тәүге йыры бит.

Өсөнсө курста уҡығанда, яңы ғына асылған Сибай филармонияһына уның режиссеры Әлмира апай Ҡыуатова менән директоры Фәтих Хөснитдинов эшкә саҡырырға килделәр. Училищелағы уҡытыусыларыма рәхмәт, уҡыуымды өҙмәй генә эшләп йөрөргә рөхсәт иттеләр. Шулай итеп, Өфө менән Сибай араһын тапай башланым: гастролдәргә сығып киләм дә Өфөгә килеп сессия тапшырам. 4-се курсты тамамлағас, Сибайға, эш урыныма тулыһынса күстем дә башкөллө, янып ижад донъяһына, йыр-моң даръяһына сумдым. Әлмира апай миңә тәүге концерт программаһын ҡуйҙы. “Сыҡ миңә кейәүгә, Лилиә” тип атала ине ул.

Сибайҙа оҙаҡ ҡына ижад итеп, 2002 йылда Өфөгә, Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә күстем. Уралды Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡырғайнылар инде.

Өфөлә лә бик матур ижад итеп алып киттек. Сибайҙа алған ижад мәктәбе миңә ныҡ ярҙам итте. Шөкөр, яҙмыш талантлы кешеләр менән осраштырып тора. Төрлө режиссерҙар менән, төрлө программалар эшләргә насип булды. Тағы шул ҡыуандыра: һәр режиссер мине икенсе төрлө яҡтан аса.

– Ысынлап та, йырсы булып көс йыйған, оҫталыҡ туплаған осороғоҙ Сибай филармонияһында эшләгән сағығыҙға тура килгән. Ошо мәлде ниндәй итеп хәтерегеҙҙә һаҡлайһығыҙ?

– Эйе, шулай. Сибай дәүерен гел ҙур йылылыҡ менән иҫкә алам. Унда мин профессиональ сәхнәлә тәүге сығыштарымды яһаным, тәжрибәле коллегаларымдың ярҙамын тойоп, үҫтем, ул минең өсөн ысын мәғәнәһендә ижади оҫталыҡ мәктәбе булды. Мәж килеп, сәхнә, ижад тип янып йөрөгән дәртле мәлдәр. Сит өлкәләргә, ят илдәргә гастролдәр, бер-бер артлы ҡуйылған концерттар... Ныҡ емешле булды Сибай дәүере.

Ошонда яҙмышымды осратып, Уралға кейәүгә сыҡтым, ҡыҙыбыҙ донъяға килде. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәребеҙ менән әле лә араларҙы һыуытмайбыҙ, аралашып торабыҙ. Өфөлә концерттары булһа, барып ҡарарға тырышабыҙ.

– Сибай менән Өфө тамашасыһы араһында айырмалыҡтар тоя инегеҙме?

– Был ике тамашасы араһында айырма, әлбиттә, бар ине. Сибайҙа тамашасы һөйөүенә күмелеп эшләнек, ә өфөнөкөләрҙән ҡурҡыңҡырай торғайныҡ, тулҡынландыра ине. Ни өсөн тигәндә, өфөләр бик күп тамаша ҡарай, сағыштыра, шуға ла улар талапсаныраҡ, тип иҫәпләнә.

Хәҙерге ваҡытҡа килгәндә, мин Сибайға сығыш яһарға барһам, ҙур яуаплылыҡ тоям: ижад юлында үҫә генә башлаған осоромда бындағы тамашасым мине ҙурлап, ҡеүәтләп, дәртләндереп торҙо, илһам бирҙе. Аллаға шөкөр, Өфөлә лә инде күп йылдар ижад итәм. Тулы ышаныс менән, өфөләрҙең дә күңелен яулағанмын, тип әйтә алам. Быны концерттар ваҡытында асыҡ тоям. Баш ҡалабыҙҙағы йыр-моң һөйөүселәрҙең ышанысын, яҡшы мөнәсәбәтен аҡларға тырышып, дәртләнеп эшләйем һәр саҡ.

“Һәр йырсы хитҡа ынтыла”

– Репертуарға килгәндә, эстрада, халыҡ йырҙарын да, классиканы ла башҡарған йырсыбыҙ ҡайһылыр йүнәлешкә өҫтөнлөк бирәме?

– Эйе, репертуарыма килгәндә, ул бик ҙур: яҙҙырылған йырҙарым әле 500-ҙән ашыу. Яҙҙырып бөтөлмәгәндәрен да иҫәпкә алһаң, 600-ләп булалыр. Халыҡ йырҙары, эстрада көйҙәре, джаз. Классик йырҙар ҙа репертуарымда бар, әлбиттә.

Мин балалар бәләкәйерәк саҡта филармонияның музыкаль-әҙәби лекторийында ла байтаҡ ҡына эшләп алдым, туғыҙ йыл. Балалар өсөн лекция-концерттар булғанда мотлаҡ классик әҫәрҙәр башҡарырға тейеш инем.

Ғөмүмән, сәнғәт училищеһында уҡығанда башта классик йырҙар башҡарыусы булырға хыяллана инем. Күп опера йырсыларын тәрбиәләгән күренекле педагог Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина мине, дәүләт имтихандарын тапшырғас, үҙенә уҡырға килергә саҡырҙы. Был минең өсөн шундай мәртәбә ине. Тик эстрада юлынан китергә тура килде. Быға үкенмәйем, юҡ, шулай ҙа классикаға һөйөүем бер ҙә һүнмәй. Яйы тура килгәндә, рәхәтләнеп йырлайым. Йырсы кеше үҙен төрлө яҡлап һынап ҡарарға тейеш, тип тә иҫәпләйем мин. Беҙгә лә бит ижад дәүере оҙаҡҡа бирелмәгән, ваҡыт үтә килә тауыш та үҙгәрә, мөмкинлектәр ҙә. Шуға күрә сәхнәләге һәр мәлеңдең ҡәҙерен белеп, мөмкинлектәреңде һынап, күрһәтеп ҡалырға кәрәктер.

Эстрада йүнәлешендә эшләгәс, репертуарымда иң күп урынды ошо төр йырҙар алып торғаны ғәжәп түгел. Шулай ҙа минең һирәк башҡарылған да, билдәле булған да халыҡ йырҙарынан торған mp3-дискым сыҡты. Унда 33 йыр инде. Йомғаҡлап әйткәндә, эстрада йырҙары менән бергә халыҡ йырҙары ла ижадымда киң генә урын алған.

– Йырҙарҙы ниндәй сифаттарына ҡарап һайлайһығыҙ? Ҡайһы композитор, шағирҙар менән хеҙмәттәшлек итергә яратаһығыҙ?

– Иң беренсе нәүбәттә, йыр миңә оҡшарға, йәғни һүҙҙәре лә, көйө лә күңелемә ятырға тейеш.

Төрлө композиторҙар менән хеҙмәттәшлек итергә тырышам. Иң беренсе, әлбиттә, Салауат ағай Низаметдиновтың йырҙарын яратып башҡара торғайным. Оркестрға ҡушылып, Нур ағай Дауытовтың йырҙарын да йырлағаным бар.

Һуңғы йылдарҙа йәш композиторҙар менән дә эшләй башланым. Махсус профессиональ белеме булған Урал Мөхәмәтйәров менән йыр ижад иттек. Рәил Өмөтбаев менән эшләп ҡараныҡ. Йәш, үҙе моңло, үҙе талантлы Ильяс Кинйәғолов менән дә хеҙмәттәшлек итә башланыҡ.

Шулай уҡ Татарстан композиторҙары менән дә ижад итәм. Шахзат Разметов, Эльмир Әғзәмовтарҙың йырҙарын башҡарҙым.

Зифа апай Нагаева менән ижади хеҙмәттәшлегебеҙ дауам итә., яңы композиторҙар менән дә эшләйем. Мәҫәлән, күптән инде Рөстәм Ғиззәтуллиндың йырҙарын башҡарғым килә ине. Ул миңә ике йыр ижад итте – “Иркәләп, наҙланып” һәм “Мин ғашиҡ булдым”. Тамашасылар уның клибын да күрҙе. Шулай уҡ Флүрә Үҙәнбаева Миләүшә Ҡыҙрасова һүҙҙәренә “Рухи хазинам” тип аталған йыр яҙҙы. Уны ла тамашасылар алдында башҡарҙым. Тыңлаусыларыма яңы матур йырҙар тәҡдим итергә, тигән ынтылышым башҡа композиторҙар менән ижадташлығымды, эҙләнеүемде дауам итергә этәрә.

Ғөмүмән, мин эҙләнәм. Һәр йырсы хит булып китерлек йырҙарға ынтыла. Шуның өсөн бер ваҡытта ла туҡтап ҡалмайым, төрлө композиторҙар менән ижад итеп ҡарайым. Йыр тамашасыға оҡшаны икән, тағы шул композиторға мөрәжәғәт итәм.

Шағирҙарға килгәндә... Бына русса “поэт-песенник” тигән төшөнсә бар, эйеме. Үкенескә ҡаршы, беҙҙә улай тап йыр өсөн генә яҙылған шиғырҙар һирәгерәк. Оҫта, талантлы шағир-шағирәләребеҙ күп, Аллаһҡа шөкөр, оҡшағандарын рәхәтләнеп һайлап алырға мөмкин.

Әйтәйек, бер мәл Тамара апай Ғәниеваның “Саҡырығыҙ усаҡ яндарына” тигән шиғырын шаҡ ҡатып, иҫем китеп  уҡып сыҡтым да, быны мотлаҡ йыр итеп йырларға тейешмен тип, Миңзәлә Яхинаға мөрәжәғәт иттем. Матур йыр килеп сыҡты.

Тағы Зөһрә апай Фәйзуллина ижад иткән йырҙар оҡшай ине. Уның менән Сибай филармонияһында эшкә килгәндең тәүге көндәрендә үк таныштым, байтаҡ йырҙарының беренсе башҡарыусыһы булдым. “Тоҙ һалма яраларға”, “Килмә”, “Ҡарама буйыма” тигән йырҙарҙы тыңлаусылар яҡшы хәтерләйҙер. Кеше булараҡ та ул иҫ китмәле ине, уның менән аралашыу үҙе бер бәхет, байрам булды...

Әгәр ҙә инде әҙер көй бар, һүҙҙәре кәрәк икән, гел Татарстанда йәшәгән Гөлфиә Шакироваға мөрәжәғәт итәм. Ул мин әйткән темаға әлеге көйгә ярашлы итеп берәй ике көн эсендә тиҙ генә шиғырын яҙа һалып ебәрә.

“Мәғәнәле, зауыҡлы йырҙар ғына ваҡыт һынауын үтә”

Хәҙерге осорҙа кеше тамашаларға һирәк йөрөй, тип зарланабыҙ. Һеҙҙеңсә, бының сәбәбе нимәлә?

– Ысынлап та, беҙҙең башҡорт эстрадаһы артистарына еңелдән түгел. Тамашасы бар ул, һинең ижадыңды үҙ иткән, аңлағандары һирәк булһа ла йөрөп тора. Әммә зал тултырып, аншлаг менән барған концерттар юҡ кимәлендә, уның йәшерен-батырыны юҡ. Замана үҙгәрҙеме инде ул, әллә тамашасының зауығымы – аңлайышһыҙ. Шулай ҙа, хәҙерге тамашасыға ялт-йолт килеп торған шоу кәрәк, тигән фекергә яҡыныраҡмын. Ә ундайҙы эшләр өсөн бик күп матди сығымдар талап ителә.

Шулай ҙа хәлдәр улай уҡ хөрт түгел, тип ышанғы килә, сөнки күҙәтеүҙәребеҙ буйынса, һуңғы йылдарҙа зал элеккегә ҡарағанда зал тулыраҡ була. Кеше барыбер ҙә профессиональ сәнғәткә нығыраҡ тартыла, уның баһаһын иртәме-һуңмы аңлай, тип иҫәпләйем шуға ла. Быйылғы яңы ижад миҙгеленә лә күп өмөттәр бағлап, бар зауығыбыҙҙы һалып, тамашасыны ҡыуандырырлыҡ итеп әҙерләнәбеҙ.

– Ҡайһы бер тыңлаусыларҙың зауыҡ кимәле түбәнерәк, йыр-моңдо сифатына түгел, ә шаран-яран көйөнә, ҡолаҡҡа ятышһыҙ һүҙҙәренә, тик ҡыҙыҡ өсөн генә булғанына ҡарап тыңлай, тигәнде лә йыш ишетергә тура килә. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк тә юҡ түгел. Айырыуса йәштәргә ҡағыла был. Зауыҡ тигән нәмәне бәләкәйҙән дөрөҫ яҡҡа йүнәлтеп тәрбиәләргәлер, ошоға ҡарата фекерегеҙ нисек?

– Эйе, ундай йырҙар бар, хатта күп тә шул. Нимәһе менәндер йәлеп итә ул тыңлаусыны. Шулай ҙа элегерәк тә ундайҙар булды, әммә әлеге көндә уларҙы береһе иҫләп, тыңлап-йырлап йөрөймө? Юҡ бит. Ә бына ҡасандыр халыҡ яратып тыңлаған, хит кимәленә күтәрелгән йырҙарҙы заманса итеп башҡарһаң, улар барыбер ҙә өҫтөнлөк ала, яратып тыңлана.

Филармонияла музыкаль-әҙәби лекторийҙа эшләп алдым, тигәйнем бит әле. Унда мәктәп балалары йөрөй, профессиональ сәнғәт менән таныша. Шундағы 10 баланың 7-һе ошо матур өлгөләрҙе күңеленә һеңдерҙе икән, был – үҙе бер ҡаҙаныш.

Ә йыр-моң һөйгәндәрҙең күңелендә барыбер ҙә ике-өс көнлөк йырҙар түгел, ә мәғәнәле, зауыҡлылары ҡала. Әйтәйек, бына минән концерттарҙа 20 йыл элек йырлаған йырҙарымды һорап яҙалар. Шуларҙы яңыса аранжировкалап, тағы башҡарһаң, ул йыр икенсе һулыш ала, яңынан кеше хәтеренә әйләнеп ҡайта, уны тағы ла тыңлай башлайҙар!

Бына шуға ла репертуарыма яуаплы ҡарайым. Иртәгә оноторлоҡ түгел, ә күңелгә инеп ҡалырлыҡ йырҙар башҡарырға кәрәк – юҡһа, нимәгә ул сәнғәт менән шөғөлләнеүең?!

“Баламдың балаһы!..”

– Лилиә, Һеҙ күп балалы әсәй ҙә бит әле. Ижад менән балалар тәрбиәләүҙе нисек һыйыштыра алдығыҙ? Үҙ ҡыйынлыҡтары ла булғандыр бит...

– Эйе, башҡа ғаиләләрҙәге кеүек, беҙҙә лә төрлө сағы булып китә ине. Мәҫәлән, һуң ҡайттың, ә балалар дәрес әҙерләмәгән. Шунан иртәрәк уятып, ярҙамлашып, дәресен эшләтәһең. Аллаһы Тәғәлә әсәләргә көс бирә, тиҙәр бит. Ныҡ арып киткәндә лә ҡайҙандыр көс өҫтәлеп, барыһына ла өлгөрәһең ул. Миңә янымда яратҡан ирем булыуы, тамашасыларымдың дәрт бирер һүҙҙәре, хөрмәте ҡеүәт өҫтәй, ҡанатлы итә.

– Тормош юлдашығыҙ Урал Мортазин менән икегеҙ ҙә сәнғәт кешеһе булғаны донъя көткәндә ҡытыршылыҡтар тыуҙырамы, әллә киреһенсәме?

– Икебеҙ ҙә сәнғәт менән шөғөлләнгәнебеҙ беҙгә уңайлы, ни өсөн тигәндә, бер-беребеҙҙе аңлайбыҙ, хәленә инә беләбеҙ. Минең – йырсы, Уралдың бейеүсе икәне лә беҙгә отошло, тиемме икән. Бер-беребеҙгә ситтән ҡарап тигән кеүек кәңәштәр бирә алабыҙ. Урал әле ансамблдә эшләгән саҡта гастролдәргә икебеҙҙең бергә түгел, айырым-айырым сығыуыбыҙ ҙа бик уңайлы булды, балалар эргәһендә һәр саҡ тигәндәй беребеҙ ҡала ине.

Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә лә икеңдең дә сәнғәт кешеһе булғаны ыңғай роль уйнай, сөнки һин ул донъяның үҙенсәлектәрен, ҡатмарлыҡтарын беләһең, һәр төрлө хәлдәргә әҙер булаһың, бер-береңә ярҙам итәһең. Ижадтан алыҫ торған кешегә бөтә ҡытыршылыҡтарын аңлап бөтөү мөмкин булмағанға күрә күп бәхәстәр килеп тыуа бит.

– Һеҙ хәҙер ҡәйнә генә түгел, өләсәй ҙә. Был яңы вазифалар тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртте?

– Эйе, Аллаһҡа шөкөр, өләсәй бәхете насип итте! Тамерлан ейәнебеҙгә ноябрҙә ике йәш тула, Аллаһ бирһә. Ололар әйткән бит “Баламдың балаһы – күҙемдең ҡараһы” тип, был ысынлап та шулай, ейәндәрҙе икенсе төрлөрәк ҡабул итәһең икән. Балалар алыҫта, Мәскәүҙә йәшәһә лә, Аллаһҡа шөкөр, заманса бәйләнеш алымдары ярҙамға килә. Ейәнебеҙҙең үҫкәнен хас та эргәбеҙҙәге һымаҡ итеп, видеобәйләнеш аша ҡарап барабыҙ. Йәйгеһен яныбыҙға ҡайталар, шул ваҡытта, әлбиттә, мөмкин тиклем күберәк ваҡытымды бүлеп ҡалырға тырышам.

– Тапалып бөткән кеүек тойолһа ла, был һорауҙы бирмәй булмай. Сирек быуаттан ашыу сәхнәлә йөҙгән, ҙур ижад тәжрибәһе туплаған йыр оҫтаһының килер көндәргә ниндәй уй-ниәттәре бар икән? Өҫтәүенә, Аллаһ бирһә, киләһе йылға беренсе түңәрәк юбилейығыҙҙы ла билдәләйһегеҙ.

– Эйе, юбилей тигәс, әйтәйем инде: һуңғы ваҡыттарҙа шәхсән коцертымды биргәнем юҡ, сөнки тап шул тәүге ысын юбилей кисәһенә әҙерләнәм. Яңы йырҙар, яңы концерт программаһы эшләргә ниәтләйем. Уның буйынса пландарым, хыялдарым бик ҙур. Тамаша 33 йыл сәхнәлә сығыш яһауымдың матур һөҙөмтәһе булараҡ, ижадымды үҙ итеүселәрҙе лә ҡыуандырырлыҡ булһын, тигән маҡсат менән йөрөйөм. Тыңлаусылар социаль селтәрҙәр, матбуғат, радио, телевидение аша мәғлүмәтте ишетерҙәр һәм концертыма килерҙәр, тип ышанам.

Бөтәбеҙгә лә һау-сәләмәт, бәхетле, бәрәкәтле оҙон ғүмер насип булһын, тормош гөрләһен, күңел дәрте, йән тыныслығы ташламаһын. Иң мөһиме – әлеге ҡатмарлы осорҙо иҫән-һау үткәреп, яҡындарыбыҙ, үҙебеҙ, донъялар имен булһын. Ул сағында бар матур ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға мөмкин!

Үҙемдең һөнәремде шул тиклем яратам, шул һөйөүемде тамашасыларыма түкмәй-сәсмәй еткергем килә. Ауырлыҡтар үтер ҙә китер, шуға туҡталмаҫҡа, ижад итергә, һәр ваҡыт күҙ уңында булырға, тамашасыларға үҙенсәлекле программалар бүләк итергә, тигән уй менән дәртләнеп йәшәйем.

– Яуаптарығыҙ, йәнле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Фотолар – йырсының шәхси архивынан.

"Йырҙар иртәгә онотолмаһын, ә күңелдә ҡалһын"
"Йырҙар иртәгә онотолмаһын, ә күңелдә ҡалһын"
"Йырҙар иртәгә онотолмаһын, ә күңелдә ҡалһын"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас