

“Пушкин картаһы” федераль программаһы ғәмәлдә булған осорҙа Башҡортостандың мәҙәни учреждениелары 1,8 миллиард һум аҡса йәлеп иткән, ә килеүселәр һаны 4,7 миллион кеше тәшкил иткән. Был хаҡта республика аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итте.
“Пушкин картаһы” программаһы 2021 йылда Рәсәй Президенты башланғысы буйынса старт ала. Ул тулыһынса дәүләт тарафынан финанслана һәм 14-22 йәшлек йәштәрҙе мәҙәни сараларға йөрөргә дәртләндереүгә йүнәлтелгән.
– Йыл һайын картаға 5 мең һум өҫтәлә, шуның 2 меңен киноға билеттарға тотонорға мөмкин. Ҡалған аҡсаны мәҙәниәт һарайҙарына һәм клубтарға, театрҙарға, музейҙарға, концерт ойошмаларына барыуға тотонорға мөмкин. Баланс йыл һайын 1 ғинуарҙа яңыртыла, – тип билдәләне Әминә Шафиҡова.
Ҡулланылмаған аҡсалар киләһе йылға күсерелмәй һәм яна, уларҙы аҡсаға әйләндереп булмай йәки проектта ҡаралмаған башҡа маҡсаттарҙа ҡулланырға ярамай.
Башҡортостанда “Пушкин картаһы” менән 389 ойошма эшләй, ә уны 339 мең йәш кеше тота. Иң популяр йүнәлештәре театр постановкалары, концерттар һәм мәҙәни-ял саралары.
– 2025 йылдың 1 ғинуарынан программа “Ғаилә” милли проектына инде, был уның әһәмиәтен һәм өҫтөнлөгөн раҫлай, – тине республиканың мәҙәниәт министры.
Билдәләп үтергә кәрәк, 2026 йылда “Пушкин картаһы”н ҡулланыу өсөн уны 2025 йылдың 28 декабренә тиклем ВТБ банкында сығарыу өсөн ғариза бирергә кәрәк.
Башҡортостан йәштәре уның өҫтөнлөктәренән файҙаланыуын һәм мәҙәни сараларға льготалы нигеҙҙә йөрөүен дауам итһен өсөн халыҡты картаны яңынан сығарыу тураһында мәғлүмәтле итеүгә етди ҡарарға кәрәк, тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.