

Була бит донъяла талантлы кешеләр!.. Аҙым һайын яһалма аң тыуҙырған “картина”лар осрап, биҙрәтеп торғас, бер интернет-төркөмдә япраҡтан ҡырҡып яһалған иҫ китерлек мини-картиналар тап булды ла шулай тип уйланым. Был эштәрҙең авторы – глобаль селтәрҙә Лито Лиф нигы менән билдәле япон рәссамы, баҡтиһәң.
Әлбиттә, һоҡланғыс талант эйәһе тураһында күберәк белергә теләп, мәғлүмәт эҙләй башланым.
Оҫта Японияның Канагава префектураһында 1986 йылда донъяға килгән. Баҡтиһәң, ул иғтибарын бер урынға туплай алмай, гиперәүҙемлек синдромынан яфа сиккән. Ошо етешһеҙлекте еңер өсөн, ул япраҡты киҫеп иллюстрациялар эшләй башлаған. Был ваҡ эш уйҙарҙы тәртипкә һала, иғтибарҙы бер нөктәгә тупларға ярҙам итә. Йәғни рәссам өсөн был шөғөл – медитацияның бер төрө.
2020 йылдан алып талант эйәһенең эштәре интернетта ҙур популярлыҡ яулай, уның тураһында яҙа, һөйләй, күрһәтә башлайҙар, күргәҙмә ойошторалар.
Рәссам эштәренең төп геройҙары – башлыса йәнлектәр донъяһынан. Ус аяһындай ғына япраҡта кес кенә деталдәрҙе ҡырҡып сығыр өсөн күпме түҙемлек, ювелир оҫталығы талап ителә, ғәжәп бит!
Фото: vk.com/wall-130873759_238121