

Тормош тигәнең ниндәй генә һынауҙар ҡуймай кеше алдына. Сания исемле таныш ҡатын да кейәүгә сығып, сабыйы тыуып бәхетле йәшәп ятҡанында ғаиләһенең селпәрәмә килеүе тураһында һөйләне.
– Әхирәтем Гөлсиә менән бала саҡтан дуҫ булдыҡ. Ул минән ике йәшкә кесе. Бергә һыу инергә йөрөнөк, дәрестәрҙе бергә әҙерләнек, үҫә килә клубҡа ла бергә сыҡтыҡ, бөтә серҙәребеҙ уртаҡ булды, бер-беребеҙҙән бер нимә лә йәшермәнек.
Мәктәпте тамамлағас, мин ҡалаға һөнәр алырға сығып киттем, Гөлсиә уҡып ҡалды. Ҡайтҡан һайын матур бүләктәр алып уға йүгереп бара торғаным. Ашнаҡсы һөнәренә уҡып, эшләй башлағас, ошо уҡ ойошмала хеҙмәт итеүсе күрше район егете Ринат менән дуҫлашып киттек. Биш йыл элек кенә ҡалаға күсенеп килһә лә, хәстәрле, хужасыл егет ипотекаға фатир алырға ла өлгөргәйне.
Эскегә әүәҫ булмаған, донъя көтөүгә шәп егет кемгә оҡшамаһын?! Ярты йыл дуҫлашып йөрөгәс,өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Бер йылдан тәүге сабыйыбыҙ донъяға килде. Мин өйҙә улыбыҙ менән ултырам, иптәшем эшләй. Бөтә сығымдарҙы ауырлыҡһыҙ түләп киләбеҙ, ипотекаһы ла айҙыҡы айға ҡаплана, бер ниндәй мохтажлыҡ кисермәйбеҙ. Бәпес тыуғас, бәхетем тағы ла артып, тулыланып китте.
Шул осорҙа ауылдағы Гөлсиә әхирәтем мәктәпте тамамлап ҡалаға юғары уҡыу йортона инде, бюджетҡа балы етмәгәс, түләүле төркөмгә ҡабул ителде. Түләүлеләләргә ятаҡ ҡаралмағайны. Ул нимә эшләргә белмәй, аптырап, бер көндө беҙгә килеп инде.
– Ҡуртымға фатир алып йәшәүе бик ҡиммәт, атай-әсәйемдең хәленән килмәй. Һуңғараҡ ятаҡ булырға тейеш тинеләр, шуңарсы бер аҙ һеҙҙә йәшәп торайым әле. Бәләкәсте ҡарашырға ла ярҙам итермен, – тип үтенде.
Мин шунда уҡ ризалаштым, ләкин ирем уны теләр-теләмәҫ кенә ҡабул итте.
Әхирәтем эргәлә булғас, күңелле ине. Рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Серләшәбеҙ. Өй эштәрендә лә ярҙам итә, кәрәк саҡта сабыйымды ла ҡарап ултыра.
Бер ай тирәһе йәшәгәндән һуң улым һалҡын алдырып сирләп китте. Өйҙә дауалау килешмәне. Йәш баланы йәһәтләп табиптар дауаханаға ебәрҙе.
Әхирәтемдең юлы дауахананан өҙөлмәне. Әле кәрәкле дарыуын килтерҙе, өй ризыҡтарынан да өҙмәне. “Фатирҙы ла тәртиптә тота, иремдең эштән ҡайтыуына аш та бешкән”, - тип эстән генә һөйөнөп йөрөнөм.
Ләкин шатланыуым бушҡа булған икән. Өс аҙна тигәндә беҙҙе дауахананан сығарҙылар. Әхирәтем дә, ирем дә шатланып ҡаршы алды. Матур итеп өҫтәл әҙерләп ҡуйғандар хатта. Оҙаҡ итеп һөйләшеп сәй эсеп ултырҙыҡ.
Сирле бала ҡарап шул тиклем йонсоғайным, өйгә ҡайтҡас, кисен имеҙгән килеш үҙем дә һиҙмәҫтән йоҡлап киткәнмен. Төнгө 12-ләрҙә уянып китһәм, ирем эргәмдә юҡ. Ғәҙәттәгесә аш-һыу бүлмәһендә кино ҡарап сәй эсәлер тип, шул яҡҡа йүнәлдем. Шул ваҡыт әхирәтемдең бүлмәһенән әкрен генә һөйләшкән тауыштарға иғтибар итеп, ишекте асып ҡараным. Ирем менән Гөлсиә икеһе бер түшәктә ята ине.
Шок хәлендә ҡалдым. Нимә әйтергә лә белмәнем. Ике яҡын кешемдең хыянаты ике яҡтан бысаҡ менән ҡаҙаған һымаҡ булды. Ә улар нисектер ҡыйынһынманы ла.
– Сания, үпкәләмә инде, аңлап ҡабул ит. Тормошта барыһы ла була. Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Ләкин һине ярҙамдан ташламабыҙ, – тинеләр бер-береһен бүлә-бүлә.
Мин ишетерлек, аңларлыҡ хәлдә түгел инем, һүҙҙәре яҙа-йоҙа ғына ҡолаҡҡа инеп ҡалған. Сабыйым эргәһенә барып, мендәргә ҡапланып үкһеп иларға керештем. Ирем менән әхирәтемдең ошондай ҡылығы башыма һыйманы, күңелем ҡабул итмәне.
Иртәгәһенә үк бәләкәсемде алып ауылға атай-әсәйем янына ҡайтып киттем, ирем менән айырылышыуға ғариза бирҙем. Һуңынан ирем ғәфү үтенеп килеп ҡараны, ләкин күңелем бер ҡатҡас, ҡабат иремәне. Йөрәгемдәге һөйөү хистәре ҡырау һуҡҡан һымаҡ юҡҡа сыҡты. Һөйөүҙең бик тиҙ нәфрәткә әйләнеүенә үҙем шаҡ ҡаттым.
Әле тыуған ауылымда йәшәп ятам. Үҙ һөнәрем буйынса мәктәпкә эшкә урынлаштым. Кисерергә, ирең өсөн көрәшергә кәрәк ине тиҙәр таныштарым. Кемгәлер әүрәргә, ир быҙау түгел. Бер хыянат иткән кеше аҙаҡ та ошо аҙымға барасаҡ. Шуға дөрөҫ эшләгәнмен тип уйлайым, – тип илай-илай һөйләне хәлен танышым.
Мөхәббәт – ул наҙлы сәскә һымаҡ. Ҡәҙерен белмәһәң, бик тиҙ һулып, ҡороп бара...
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!