Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Ноябрь 2025, 13:15

Бушҡа ғына Башҡортостанда ойошторолмай

Башҡортостан төбәктәр араһында беренсе булып Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезын ҡабул итә. 

Бушҡа ғына Башҡортостанда ойошторолмайБушҡа ғына Башҡортостанда ойошторолмай
Бушҡа ғына Башҡортостанда ойошторолмай

13-14 ноябрҙә Өфөлә III Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы үтәсәк. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Сараны ойоштороусылар – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Креатив индустриялар федерацияһы. Практик проект эшмәкәрлеген тикшереү өсөн Өфөгә Рәсәйҙең 52 субъектынан 170-тән ашыу етәксе, уҡытыусы, эксперт һәм белгес киләсәк.

Шуныһы мөһим, Башҡортостан төбәктәр араһында беренсе булып съезды ҡабул итә – быға тиклем уны Мәскәүҙә генә үткәрҙеләр. Был республиканың был өлкәләге уңыштары менән бәйле. Мәҫәлән, Башҡортостанда Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Креатив индустриялар көнө булдырылды, креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса Совет ойошторолдо, ә төбәк Башлығы даими рәүештә профилле “Креатив индустриялар сәғәте”н үткәрә.

Съезд Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының Геном үҙәге базаһында, шулай уҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры майҙансығында үтәсәк, тип билдәләне Әминә Шафиҡова. Креатив индустрия мәктәптәре вәкилдәренең һорауҙарын иҫәпкә алып әҙерләнгән форум программаһына лекциялар, эксперт һәм практик сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре инә. Мәғариф һәм проект эшмәкәрлегенә яһалма интеллектты индереүгә, педагогик коллективтарҙың һанлы белемен арттырыуға яңы алымдарға айырыуса иғтибар бүленә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда илдең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында “Рәсәйҙә уйлап сығарылған” башланғысы сиктәрендә йәш таланттарға – креатив индустрия мәктәптәренә ярҙам итеүҙең яңы йүнәлеше асылды. Улар үҫмерҙәргә сәнғәт һәм заманса һанлы технологиялар киҫешкән урында проекттар төҙөү күнекмәләрен үҙләштереүҙе тәҡдим итә. Иң популяр йүнәлештәр араһында тауыш режиссураһы, электрон музыка, фото һәм видеоетештереү, анимация, 3D-графика, шулай уҡ интерактив һанлы продукттар дизайны һәм эшләү.

Илдең 65 төбәгендә бөтәһе 113 креатив индустрия мәктәбе бар, унда 12 - 18 йәштәге 16 меңдән ашыу бала үҙенсәлекле белем ала. Бындай өс мәктәп Башҡортостанда – Өфө сәнғәт училищеһында, Стәрлетамаҡта республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында һәм Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжында эшләй. Уларҙа 500 бала шөғөлләнә.

Бынан тыш, 2024 йыл башынан республикала Студенттар кампусы базаһында анимация кластеры үҫтерелә. Ул төбәктең алдынғы профилле белем биреү һәм етештереү майҙансыҡтарын – Өфө сәнғәт училищеһын, “Муха” студияһын, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһын һәм креатив индустрия мәктәптәрен берләштерә. Кластерҙың мөмкинлектәрен Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыусыларға ла тәҡдим итәләр.

– Ижади индустриялар темаһына айырым әһәмиәт бирәбеҙ, мин үҙем дә уның менән даими шөғөлләнәм. Беҙ был йүнәлештә ете пилот муниципалитетын билдәләнек, унда ижади мөхит яҡшы үҫешкән. Беҙ уларҙы үҫтерәбеҙ, ә һуңынан башҡа райондар ҙа күтәреләсәк. Шуны аңлау мөһим: тап ошо креатив аҡса килтерә, – тине Радий Хәбиров. – Съезды яҡшы ойошторорға кәрәк. Беҙ ҙә унда ҡатнашасаҡбыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас