

Алһыу Петренконың исеме фортепиано көйөн яратыусы республика халҡы өсөн яҡшы таныш. Һәм баш ҡала халҡына ошо арала Башҡорт филармонияһының бәләкәй залында тағы ла Бах, Бетховен, Дебюсси, Рахманиновтарҙы тыңлау бәхете тейәсәк.
Алһыу Тимерзаһит ҡыҙы Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында тыуып үҫкән. Сәнғәткә юлын Илеш районының Балалар сәнғәт мәктәбендә фортепиано класында уҡыуҙан башлай. Унан һуң инде Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын һәм уның ассистентура-стажировкаһын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Мурина, Лебедев, Монастырский кеүек профессорҙар ҡулында стажировка үткән ҡыҙ 2019 йылдан “Аlma mater”ҙа махсус фортепиано кафедраһында уҡыта. Сольный концерттар һәм камера ансамбле составында сығыш яһай. Халыҡ-ара конкурстарҙа жюри эшендә ҡатнаша. Нью-Йоркта үткән II Халыҡ-ара “Golden Trothy” конкурсында I дәрәжә, Халыҡ-ара “Өфө-Зальцбург” конкурс-фестивалендә шулай уҡ I дәрәжә лауреат исемен яулай.
“Мин һәр ваҡыт фортепианола уйнарға яраттым һәм, бер үҙем мәктәпкә барып, яҙылдым”, тип әңгәмәһен башланы музыкант.
– Алһыу Тимерзаһит ҡыҙы, фортепианола ниндәй музыка уйнарға яратаһығыҙ һәм ни өсөн?
– Мин күберәк романтик музыка уйнарға яратам, сөнки күңелем ҡайһы бер шундай әҫәрҙәргә үҙенән-үҙе тартыла. Мәҫәлән, Сергей Рахманинов, Фредерик Шопен. Уларҙың әҫәрҙәрендә көслө хистәр һәм тетрәнеү кисерәм.
– Һеҙгә музыкала кем күберәк йоғонто яһаны?
– Уҡытыусыларым миңә күберәк йоғонто яһаны, тип уйлайым, улар минең өсөн иң яҡшылар һәм үҙ эшенә тоғро булған шәхестәр.
– Һеҙҙең карьерағыҙҙа булған мөһим ваҡиғалар?
– Яҙмышыма бәйле мәлдәрем, шулай уҡ уҡытыусыларым ярҙамында тормошҡа ашты. Мин бөгөнгө көндә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһында эшләйем, Башҡортостандың атҡаҙанған артисымын, хәҙер инде аспирантурала уҡып йөрөйөм һәм диссертация яҙа башланым.
– Тиҙҙән һеҙҙең концертығыҙ буласаҡ, ул триола ҡатнашыусы коллегаларығыҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине.
– Ошондай коллегаларым менән бер сәхнәгә сығыуыма шатмын. Беҙ улар менән беренсе тапҡыр ғына уйнамайбыҙ, әлбиттә. Рөстәм Хәмиҙуллин, виолончель. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы. Мин уның өләсәһе Наилә Ғәли ҡыҙы Хәмиҙуллина етәкселегендә ассистентура-стажировканы тамамланым. Шуға ла беҙ ижадташ дуҫтар. Ә инде Та Наснбилиг – ул Башҡортостан дәүләт симфоник оркестрының артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Ҡазан консерваторияһында уҡыған, Ирландия музыка академияһында стажировка үткән.
– Был концертты ойоштороуға һеҙҙе нимә илһамландырҙы? Сығыш яһарға нисек әҙерләнәһегеҙ?
– Беҙгә өсәүләп уйнау бик оҡшай, әлбиттә, филармонияның орган залында уйнау илһам бирә, сөнки ул бик зиннәтле зал һәм акустика яҡшы, ижади мөхит бар. Башта һәр кемебеҙ айырым әҙерләнә, концерт алдынан инде бергәләп репетициялар башлайбыҙ һәм фекер алышабыҙ, музыканы тыуҙырабыҙ.
– Алһыу Тимерзаһит ҡыҙы, һеҙгә ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ һәм "Башҡортостан" гәзите уҡыусыларына һәм яҙылыусыларына теләктәрегеҙҙе еткерһәгеҙ ине?
– Гәзиткә мөһим ваҡиғалар сығанағы булып ҡалыуын теләйбеҙ, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡлы һәм файҙалы яҙмалар менән ҡыуандырыуын дауам итһен һәм артабан да тик алға барһын, йәшәһен. Ә инде республика халҡын 12 ноябрҙә 19:00 сәғәттә, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк беҙҙең “Камералы трио” классик көй байрамында көтөп ҡалабыҙ! Барығыҙға ла рух юғарылығы һәм яҡшы кәйефтәр теләйбеҙ!
Фото: музыканттың шәхси архивынан.