Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Ноябрь 2025, 05:00

Бейеү оҫтаһы юғары исемгә лайыҡ булды

Башҡорт хореографияһын яңы бейеклеккә күтәргән Хәлил Әнүәр улы Ишбирҙиндең тынғыһыҙ ижады, ниһайәт, “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме менән баһаланды!

Бейеү оҫтаһы юғары исемгә лайыҡ булдыБейеү оҫтаһы юғары исемгә лайыҡ булды
Бейеү оҫтаһы юғары исемгә лайыҡ булды

Уникаль талант эйәһе, башҡорт бейеү сәнғәте легендаһы, хореограф, Стәрлетамаҡ Бейеү театрын ойоштороусы Хәлил Ишбирҙин күптән инде халыҡ һөйөүен яуланы. Башҡорт хореографияһын яңы бейеклеккә күтәргән шәхестең тынғыһыҙ ижады, ниһайәт, “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме менән баһаланды! Был турала Хәлил Әнүәр улының Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән ижад кисәһендә иғлан ителде. Дәүләт наградаһын республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.

Оҙаҡ көтөлгән был матур хәбәргә тамашасылар айырыуса шатланды. Зал аяғүрә баҫып бейеү оҫтаһын оҙайлы алҡыштарға күмде, йомшаҡ күңеллеләр күҙҙәренә йәш алып әҫәрләнде. Тәрән халыҡ һөйөүе өлгөһө булған был матур мәлде видеояҙмаларҙың береһендә күрә алаһығыҙ.

Бейеү сәнғәте өсөн арымай-талмай хеҙмәт иткән, бар ғүмерен башҡорт хореографияһын үҫтереүгә арнаған талант эйәһен лайыҡлы наградаһы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Тағы оҙаҡ йылдарға етерлек ижад ҡомары, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ!

Видеояҙмалар – гәзитебеҙ төркөмөндә: https://vk.com/wall-104965500_345338 

Рәүилә Ғатауллина.

Видеолар авторы – Айзилә Мортаева.

Фото: Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе. 

 

 

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас