Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Ноября 2025, 07:00

Мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итте

Рәшит Низамовҡа 90 йәш тулған булыр ине

Мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад иттеМауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итте
Мауыҡтырғыс әҫәрҙәр ижад итте

Бөгөн – СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты Рәшит Зыяфетдин улы Низамовтың тыуыуына – 90 йыл. Әҙипте хәтергә алып, уның тормошо һәм ижады үҫеше менән таныштырабыҙ.

Танылған яҙыусы Рәшит Низамов балалар, өлкәндәр өсөн ижад иткән мауыҡтырғыс әҫәрҙәре аша уҡыусыларға яҡшы таныш. Уның әҫәрҙәренең тематикаһы киң һәм күп яҡлы. «Аманат ҡылысы» повесы үҙ заманында башҡорт балалар әҙәбиәтендә мауыҡтырғыс, тәрән йөкмәткеле баҫма булып танылды. Ул күләмле, тарихи тематиканы күтәргән әҫәрҙәргә лә тотоноп, уңыштарға өлгәште. «Тәңре улының шишмәһе», «Изге фарман» романдары — шундайҙар.

Рәшит Зыяфетдин улы 1935 йылдың 15 ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып, әсәһе ауырып вафат булғас, Өфө ҡалаһының 5-се балалар йортонда тәрбиәләнә, артабан Өфөнөң 9-сы мәктәп-интернатында (хәҙер – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) уҡый, уны 1953 йылда тамамлай. 1958 йылда Башҡорт дәүләт университеты тарих-филология факультетының дипломына эйә була.

1958–1967 йылдарҙа –  «Ленинсы» гәзите хеҙмәткәре, 1967 йылдан 1978 йылға хәтлем – «Башҡортостан пионеры»нда, 1978–1983 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бүлек мөдире, 1983 йылдан 1991 йылға тиклем «Ваш собеседник» журналы хеҙмәткәре, 1991 йылдан 2012 йылға тиклем БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты.

«Ышаныс» исемле тәүге китабы 1971 йылда сыға. Балалар өсөн яҙылған хикәйәләр һәм повестар йыйынтыҡтары – «Батырлыҡ дәресе» (1984), «Вәғәҙәң ант булһын» (1988), «Танып ҡыҙы» (2003). 1996 йылда «Тәңре улының шишмәһе», 2007 йылда «Изге фарман» тарихи романдары донъя күрә. 2009 йылда сыҡҡан «Ил яҙмышы, заман һулышы» китабы төҙөүселәренең һәм мөхәррирҙәренең береһе.

1993 йылда – «Һине көтә Йырлыбаш» хикәйәләр һәм әкиәттәр китабы, 2010–2012 йылдарҙа – ике томлыҡ һайланма әҫәрҙәре, 2015 йылда «Аманат ҡылысы» тип аталған повестар йыйынтығы нәшер ителә.

Фото: https://bash.news/bst/avtograf/...

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас