Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ноябрь 2025, 16:45

“Ҡарт ҡыҙ” тип ғүмер буйы күршеһенән көлгәйне...

Үҙенең ҡыҙҙары ла береһе лә тормошҡа сыҡманы Гөлнисаның

“Ҡарт ҡыҙ” тип ғүмер буйы күршеһенән көлгәйне...“Ҡарт ҡыҙ” тип ғүмер буйы күршеһенән көлгәйне...
“Ҡарт ҡыҙ” тип ғүмер буйы күршеһенән көлгәйне...

Заманында Гөлниса бик  рәхәт йәшәне. Ире колхоз рәйесе булғас,  бөтә нәмә  иркен булды. Иң күркәм йорт уларҙа, кеше ашмағынды ашанылар, кеше кеймәгәнде кейҙеләр, йыл һайын ялға барып ҡайттылар. Уларҙың күршеһендә генә уҡытыусы ғаиләһе йәшәне. Ябай ғына, ләкин кеше араһында бик хөрмәтле булдылар. Уларҙың берҙән-бер ҡыҙҙары Ләйлә юғары уҡыу йортон тамамлағас, ауылға мәктәпкә эшкә ҡайтты, сөнки ата-әсәйҙәрен ҡарау ҙа уның иңендә ине. Күрше булһалар ҙа, әллә нишләп Гөлниса был ғаиләне яратманы, улар менән аралашманы,   уларҙы аҙым һайын кәмһетте.  

Ләйлә ауылдан Тимер исемле егет менән дуҫлашып йөрөнө. Күптәр уларҙы тиҙҙән өйләнешер тип көттө.

Ләкин берҙән-бер көндө Тимер күрше ауылдан икенсе бер ҡыҙҙы кәләш итеп алды.

 Өйөндә ғәҙеллек күреп үҫкән ҡыҙ егетенең бындай хыянатын ғәфү итә алманы. Ысын  күңелдән уны яратҡас, йөрәге башҡаны ҡабул итмәне, димләп, һоратып килһәләр ҙә берәүгә лә ҡараманы. Кеше ҡайғыһына шатлана торған ғәҙәте булған Гөлниса быға  бигерәк һөйөндө.

 –Йүнле булһа, күптән кейәүгә сығыр ине, ҡарт ҡыҙ булып ултырмаҫ ине. Тинде һанап ғүмерҙәре үтә инде,  – тигән һүҙ таратты  ауыл буйлап йөрөп.

Был хәбәр Ләйләгә лә килеп етте, ләкин ул бер ҡасан  тауыш сығарманы, үҙен лайыҡлы тотто. Мәктәп эше, өй мәшәҡәттәре менән йылдар артынан йылдар үтте. Тиҙҙән ата-әсәһе лә олоғайып баҡыйлыҡҡа күсте. Өй мәшәҡәттәре тулыһынса Ләйлә иңенә ятты. Ауылда йорт тирәһендә ир ҡулы ла йыш кәрәк. Урталарында ҡойма боҙолоп емерелә башлағас , Гөлниса уны иренән рәтләттермәне.

–Теге ҡарт ҡыҙ рәтләһен, кешегә һалышмаһын әле, – тине.

Ләйлә ҡиммәт хаҡҡа булһа ла оҫта  яллап ҡойманы  тимерҙән матурлап эшләтеп ҡуйҙы.  

Был ваҡытта Гөлнисаның ғаиләһендә бер-бер артлы өс ҡыҙ үҫте. Әсәйҙәре гел “ҡарт ҡыҙ”тип һөйләгәс,   уға ҡушылып улар ҙа, Ләйләне  ошо ҡушамат менән йөрөттө.

Гөлнисаның ҡыҙҙары  тиҙҙән ситкә сығып китте, ире лә ҡапыл ғына йөрәк сиренән  мәрхүм булды. Бөтә донъяға хужа булып, ҡайҙа баҫырға белмәй йөрөгән һауалы Гөлниса шиңеп ҡалғандай булды.  “Минең ҡыҙҙарым” тип туҡтауһыҙ күккә сөйөп маҡтаған ҡыҙҙары ла  тормошҡа сыҡмай, 30-ҙан үттеләр.

Аяҡтары һыҙлап  магазинға бара, өйөн йыйыштыра  алмай ултырған  саҡтарында күршеләренә өндәшкеһе килде. Элек уларҙы һанламағаны иҫенә төшөп,  намыҫы ҡушманы.

Берҙән-бер ҡышҡы көндө уның ишеген мәктәп уҡыусылары ҡаҡты. Уҡытыусылары, күршеһе Ләйлә етәкселегендә тимурсылар командаһы килеп инде. Ихатаны ҡарҙан таҙартып, өйөн йыйыштырып, иҙәнен йыуып, ашарға бешереп бөтә эшен һә тигәнсә башҡарып ҡуйҙылар. Ләйлә йүгертеп өйөнән бәлеш алып инде, аҙаҡ күмәкләшеп сәй эстеләр. Күңеле бөтәйеп, донъяһы нурланып китте Гөлнисаның.

–Ләйлә ҡыҙым, кисерә алһаң мине ғәфү ит. Мәңге рәхәттә йәшәр һымаҡ инем. Ғүмер буйы һине нахаҡҡа рәнйеттем. Тормош ҡуласа икән. Хәҙер үҙем һинең ярҙамға мохтаж булып ҡалдым. Ваҡытың булғанда кереп хәлемде бел инде, – тине хушлашыр саҡта һәм күҙҙәренән йәштәр тәгәрәп төштө.

–Әлбиттә, Гөлниса апай, уҡыусылар менән дә ярҙамға килеп торорбоҙ. Мине ата-әсәйем “Таш менән атҡанға ла, аш менән ат” тип үҫтерҙе. Һеҙгә бер ниндәй ҙә үс һаҡламайым, – тине ихлас йылмайып.

Ҡартайып, оло йәшкә еткәс кенә аңланы Гөлниса изгелек  тигән тәрән төшөнсәне.

 Автор фотоһы.   

 

  

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас