Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Ноябрь 2025, 14:15

“Башҡорт моңо шундай бай һәм тәрән!..”

Әлиә Исҡужина Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына тәҡдим ителде «Гөлназ матур ҡыҙ икән!» – дүрт йәшлек сағында Баймаҡ районы Темәс ауылындағы һабантуйҙа башҡарған ошо йырын һис онотмаҫ Әлиә. Эй ярата ауылдаштары ҡыҙсыҡтың сыңғырҙап торған тауыш менән киң яланды яңғыратып, һандуғас балаһылай талпынып йырлауын, ихласлап ҡул саба.

“Башҡорт моңо шундай бай һәм тәрән!..”“Башҡорт моңо шундай бай һәм тәрән!..”
“Башҡорт моңо шундай бай һәм тәрән!..”

Ул үҙен белгәндән бирле йырлай. Күңелендә гел урғылып торған йырҙы һис кенә лә тыйғыһы килмәй! Хәйер, борон-борондан быуындан быуынға күсеп, һәр күҙәнәгенә һеңгән, бар булмышын биләгән моңдо сиктәргә бикләп буламы ни: даръяны нисек тыяһың?! Данлыҡлы йыраусы-ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин сыҡҡан аҫыл заттан бит Әлиә!

Тик уҡытыусы әсәһе менән урман сәнәғәте хужалығында мастер булып эшләүсе атаһы ғына өнәмәй уның йырсы булырға ынты­лыуын. Сөнки атаһы Әхтәм Әкрәм улы сәхнәнең тылсымлы көсөн дә, сәнғәт кешеләре тормошоноң ни тиклем ҡатмарлы икәнен дә белә: үҙе лә өҙҙөрөп баянда уйнай. Оҙаҡ йылдар тыуған ауылы Темәстә клуб мөдире булып эшләй.  Әсәһе Әлфиә Ниғәмәт ҡыҙы иһә Әлиәне табип итергә хыяллана. Ҡыҙ уларҙы ҡайғыртырға теләмәй: «Йырсы булмаһам, журналист һөнәрен һайлаясаҡмын!» – тип уйлай.

Ләкин үҫеп, йылдар үткән һайын ул йыр сәнғәтенең илаһи ҡөҙрәте менән нығыраҡ арбала бара: «Бер мәл телевизорҙан билдәле опера йырсыһы Әлфиә Кәримованың сығышын күреп ҡалдым. «Уның кеүек йырлағым килә!» – күңелдә ҡойон уйнатып тыуған был теләк минән көслөрәк ине. Бер ишетеү менән йөрәгемде яулаған романстың Александр Алябьевтың «Һандуғас»ы икәнен һуңынан ғына белдем. Ошо көндән, ихтыярһыҙҙан, Әлфиә Кәримованың ижады, опера сәнғәте менән ҡыҙыҡһына башланым». Һәм шул саҡ һылыу үҙе өсөн ғәжәйеп асыш яһай: опера әҫәрҙәренең һәм ул мөкиббән китеп яратҡан башҡорт халыҡ йырҙарының иҫ киткес оҡшашлығына хайран ҡала.

Туғыҙынсы класта уҡығанда Буранбай Ҡотдосов исемендәге «Оҙон көй» конкурсында «Шәһүрә – аҫыл ҡыҙ бала» тигән һирәк яңғыраған йырҙы башҡарып, Әлиә икенсе урын ала: «Йырҙа Шәһүрә тигән ҡыҙҙың матурлығы данлана. Арғаяш ерендә тыуған ябай ғына был йырҙың яҙмышымда хәл иткес әһәмиәткә эйә буласағын башыма ла килтерә алмай инем, әлбиттә», – ти ул.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Әлиә Исҡужина Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына дәғүә итеүселәрҙең финалына сыҡты. Ошо айҡанлы беҙ уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

–Әлиә Әхтәм ҡыҙы, өлгәшкән уңыштарығыҙ хаҡында һөйләп китмәҫһегеҙме?

 – Ошоғаса бик күп республика, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашырға тура килде. Шуларҙың иң мәртәбәлеләренең араһында: Миланда (Италия) үткән Пьеро Капучилли исемендәге опера йүнәлешендә Гран-при,  Мадридта (Испания) С. Рахманинов исемендә үткән фестивалдә 3-сө урын яуланым, Паоло Тости исемендәге конкурста шулай уҡ 3-сө урынға ( Волгоград) лайыҡ булдым, Е. Образцова, Глинка, Шаляпин, З. Исмәғилев исемендәге бәйгеләрҙә лауреат булдым. Уға тиклем Үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ йырҙары буйынса "Оҙон көй", "Ирәндек моңдары» конкурстары лауреат исемен алғайным. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ниндәй генә конкурста ҡатнашһам да, үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға, мәҙәниәтебеҙ менән башҡа халыҡтарҙы таныштырырға тырышам.

- Халыҡ йырҙарын йәш быуынға еткереү, һөйөү тәрбиәләү, алмаш үҫтереүгә лә өлөшөгөҙ барҙыр?

– Филармониябыҙҙың  лекторий бүлегендә эшләгәс, был өлкәлә бик күп йүнәлештәрҙе алып барырға тура килә: балалар баҡсаһы балаларынан алып өлкән йәштәге тамашасылар өсөн төрлө репертуар һайлайым: балалар өсөн йырҙар,  ретро, эстрада, халыҡ йырҙары, классик романстар һәм операнан арияларҙы төрлө телдәрҙә башҡарам. Филармония тарафынан бар ғаиләләр өсөн ҡуйылған мюзиклдар : “Алһыу сәскә”лә (”"Аленький цветочек”) төп ролде башҡарам, был ролдә 250 тапҡырҙан артыҡ сәхнәгә сыҡтым, шулай уҡ “Ете баһадир һәм йоҡоға талған батшабикә хаҡында әкиәт”ендә ("Сказка о спящей царевне и семи богатырях")  Үгәй әсәй ролен аса алдым тип уйлайым.

- Йәштәр операны, халыҡ йырҙарын тыңлаймы?

–Хәҙерге ваҡытта йәштәр етди классиканы, йәғни операны, халыҡ йырҙарын тыңлап бармай. Шунлыҡтан үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ йырҙарын заманса  ҡалыпҡа һалып, этно, опера, электрон стилдәрен берләштереп, уларға еткереү отошло. Был йүнәлештәге ижад емештәрем күптәргә мәғлүм инде.

Тамашасыларымдың: “Бер ваҡытта ла театрға барып опера тыңлағаным юҡ ине, һеҙҙең башҡарыуҙы ишеткәс, театрға барыу теләге уянды”, – тигән фекере ошоно раҫлай. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙән еткергәндәре, үҙемә лә әллә күпме әйтеп киткәндәре булды. Кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу уята алғанмын икән, тимәк, дөрөҫ юлдан барамдыр тип уйлайым.

- “Миллилектән операға тиклем” ("От этно до оперы") концерты ла ошо йүнәлештә уҙҙы, шулаймы?

– Эйе. “Донъя классиктары хазиналары” (“Шедевры мировой классики") тип аталған шәхсән концерттарымда башҡорт йырҙарын донъя кимәлендәге композиторҙар әҫәрҙәре менән бер рәттән башҡарҙым. 

Хөкүмәт кимәлендә үткән бихисап концерттарҙа, Мәскәү, Санкт- Петербург ҡалаларында, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә Башҡортостан көндәрен билдәләгәндә халыҡ йырҙарын башҡарыуға өҫтөнлөк бирәм.

Халыҡ музыка ҡоралдары оркестры менән сығыш яһау үҙе бер мәртәбә. Оркестр менән Рәсәйҙең төрлө ҡалалары буйлап гастролдәргә лә сыҡтыҡ.

- Һәр йырсының уҡытыусыһы була. Улар хаҡында һөйләп китмәҫһегеҙме?

– Сибай сәнғәт колледжында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Джон Әхмәтович Мусин класында уҡыным, Загир Исмәғилев исемендаге сәнғәт академияһында  профессор, РСФСР-ҙың мәҙәниәт эшмәкәре Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинала  шөғөлләндем. Джон Әхмәт улы классикаға юл асыусы, классик әҫәрҙәр менан таныштырып, ошо илаһи  донъя менән таныштырыусы беренсе остазым. Ә Миләүшә Ғәлиевнаның вокал мәктәбе бөтә донъяға таралған, уның класына эләгеүем һәм уның ошондай ҙур мәктәбен үтеүем яҙмыш бүләгелер, тип уйлайым. Улар миңә вокал буйынса ғына түгел, тормош һабаҡтарын да биреүселәр! Уларға сикһеҙ рәхмәтлемен.

–Халыҡ йырҙарын ҡайҙан табаһығыҙ, өйрәнәһегеҙ? Әллә быға тиклем билдәле булғандарына өҫтөнлөк бирәһегеҙме?

–Репертуарға  килгәндә, ул еңел эш түгел. Сонки бар йырҙар ҙа тауышыңа, булмышыңа тура килеп тормай. Уларҙы иләк аша үткәреп кенә ниндәйҙер ҡарарға киләһең. Был күбеһенсә архивта, китапханаларҙа эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе. Халыҡ йырҙарына килгәндә, боронғо йырсыларҙы тыңларға тырышам, һирәк йырланған йырҙарҙы эҙләгәндә оло кешеләрҙән ҡалған архив байлығынан табам.

–Тимәк, һин халҡыбыҙҙың күңел түрендәге затлы ынйыларын барлаусы ғына түгел, уны киләһе быуындарға тапшырыусы, донъя кимәлендә танытыусы ла...

–Беҙҙең башҡорт моңо шундай бай һәм тәрән, диапазоны буйынса булһынмы, тарихи байлығы яғынан да бер ҙә итальян операларынан кәм түгел! Был илаһи  йырҙарҙы бар донъяға танытыр өсөн ижадым менән ниндәйҙер бәләкәй генә булһа ла эҙ ҡалдыра алам икән, тимәк, минең хеҙмәтем юҡҡа түгелдер, тип ышанам һәм артабан да халҡыма хеҙмәт итәм!

  • Әлиә Әхтәм ҡыҙы, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! Тынғыһыҙ һәм емешле хеҙмәтегеҙ лайыҡлы баһаланыр тип өмөт итәбеҙ!

Гөлназ ҠОТОЕВА әңгәмәләште.

 

“Башҡорт моңо шундай бай һәм тәрән!..”
“Башҡорт моңо шундай бай һәм тәрән!..”
“Башҡорт моңо шундай бай һәм тәрән!..”
“Башҡорт моңо шундай бай һәм тәрән!..”
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас