

2021 йылдан алып 2024 йылға тиклем Рәсәйҙә иң беренсе булып Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырылып килде. 2021, 2022 йылдарҙа проект буйынса бирелгән аҡсалата ярҙам, йәғни субсидия, 500 мең һум тәшкил итте, 2023 йылда бер миллион һумға ҡәҙәр арттырылды. Был аҡсаға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре фатир йә йорт, шәхси автомобиль һатып ала алды. Программаның маҡсаты – 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән бәләкәй ҡалаларға, ҡасаба, ауылдарға белгестәр килеүен тәьмин итеү.
Башҡортостандың тәжрибәһе оҙаҡламай федераль кимәлдә лә киң танылды һәм, һөҙөмтә булараҡ, 2025 йылдан “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тотош Рәсәйҙә тормошҡа ашырыла башланы. Уның шарттары буйынса, субстдия алыр өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәренең йәше буйынса сикләү юҡ, тик мәҙәниәт өлкәһе буйынса юғары йәки махсус урта професссиональ белеме, ә музей хеҙмәткәрҙәренең педагогик белеме булырға тейеш.
Программа Башҡортостанда ғына ғәмәлгә ашырылған йылдар эсендә үҙебеҙҙең район, ҡалаларҙа эшләгән 150 мәҙәни хеҙмәткәр республика субсидияларын алған. Быйыл, федераль программаға ярашлы, 44 белгес аҡсалата ярҙамға эйә булған. Киләһе йылға, рәсми мәғлүмәткә ҡарағанда, “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы ярҙамын 59 белгес ҡуллана ала.
Программаның нисек бойомға ашырылыуын аныҡ миҫалда ҡарап китәйек. Мәҫәлән, Шишмә районына “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” федераль программаһы буйынса дүрт йәш белгес килгән. Улар менән район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров үҙ сәхифәһендә таныштырҙы.
Талантлы ҡурайсы Илмир Ҡоҙабаев Шишмә район мәҙәниәт һарайында эшләй. Райондың Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы иһә бер түгел, өс йәш уҡытыусы менән тулыланған. Ангелина Исмәғилева – балалайка, Эвелина Ҡолһарина – думбыра, Рина Камаева баян класын алып бара. Улар бәтәһе лә Өфө сәнғәт училищеһының тамамлаған.
“Был талантлы һәм маҡсатлы йәштәр ижади проектттарын һәм идеяларын тормошҡа ашырыр өсөн беҙҙең йәнтөйәкте һайланы. Хәҙер улар сәнғәт серҙәре, белемдәре һәм дәрте менән районыбыҙ халҡы менән уртаҡлаша, – ти Ришат Әнис улы. – Бергәләшеп Шишмә районының мәҙәни тормошон тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм тулыраҡ итербеҙ”.
Фекер
Рина КАМАЕВА, Шишмә балалар сәнғәте мәктәбе уҡытыусыһы:
– “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы бик мөһим һәм кәрәкле проект, тип иҫәпләйем. Ул йәш белгестәргә үҙ мөмкинлектәрен тормошҡа ашырырға, мәҙәниәт үҫешенә өлөш индерергә һәм балап бөткөһөҙ тәжрибә тупларға ярҙам итә.
Рәүилә Ғатауллина.
Фото: dshichishmy.ru; vk.com/rishat_mansurov