

Бөгөн Башҡортостандың профессиональ театр берләшмәһендә мөһим ваҡиға булды — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Алмас Хәҙис улы Әмиров Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе итеп һайланды.
Алмас Хәҙис улын ҡотлайбыҙ һәм яңы яуаплы эшендә ҙур ҡаҙаныштар теләйбеҙ!
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры (vk.com/bashdram).