Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Ноябрь 2025, 16:45

Мәғәнәле йәшәү өлгөһө

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, оло ғалим-педагог һәм әҙип Миҙхәт Ғәйнуллиндың тыуыуына – 100 йыл  

Мәғәнәле йәшәү өлгөһөМәғәнәле йәшәү өлгөһө
Мәғәнәле йәшәү өлгөһө

“Ағиҙел” журналының 2015 йылғы 1-се һанында “Бөйөк Ватан һуғышы һәм яугир яҙыусылар” тигән баш менән донъя күргән иҫтәлек рәүешендәге ҙур ғына материалды иғтибар менән уҡып сығырға тура килгәйне. Уның аҙағында автор хаҡында ошолай яҙып ҡуйылған: “Миҙхәт Ғәйнуллин, запастағы гвардия капитаны, Венский исемендәге 38-се һауа десанты корпусының элекке разведчигы, филология фәндәре докторы, профессор”. Был юлдар үҙҙәре үк авторҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге асылына ишаралап тора: яугир, ғалим һәм әҙип-публицист. Һуңғараҡ күрербеҙ, уларға һис кенә лә икеләнмәйенсә күренекле педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре тигән билдәләмәләрҙе лә өҫтәргә була.

“Мин йығылһам әгәр...”

Ә мәҡәләнең йөкмәткеһенә һәм пафосына килгәндә инде, ул Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының яугир-ҡәләмдәштәренә ҡарата оло ихтирам, ғорурлыҡ һәм... һағыш тойғоһо менән һуғарылған. Ғорурланмаҫлыҡмы ни, Башҡортостандың йөҙгә яҡын яҙыусы һәм журналистары, ҡаурый ҡәләмдәрен штыкка алмаштырып, уртаҡ Ватанды һаҡлау өсөн немец фашистарына ҡаршы үлемесле алышҡа күтәрелде, әллә күпме яу һөнәрен үҙләштереп, төрлө хәрби дәрәжәләрҙә дошманды дөмбәҫләне, орден һәм миҙалдарға лайыҡ булды, күптәре ҡан ҡойғос һуғыш ҡырында ла үҙҙәрендә ижад ялҡындарын һүндермәҫлек, Бөйөк Еңеү таңын яҡынайтыуға рухи өлөш индерерлек көс тапты, яуҙан имен-аман ҡайтҡандары туған халҡы-ның, Тыуған иленең иҡтисади, интеллектуаль-мәҙәни үҫеше өсөн арымай-талмай хеҙмәт итте. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Шәриф Бикҡол, Муса Ғәли, Нәжиб Асанбаев, Әнүәр Бикчәнтәев, Динис Исламов, Ибраһим Абдуллин, Ҡадир Даян, Ғәли Ибраһимов, Сәләх Кулибай, Нәжип Иҙелбай, Суфиян Поварисов, Яҡуп Ҡолмой, Шакир Насиров, Яныбай Хамматов, Шакир Янбаев, Әхиәр Хәкимов, Талха Ғиниәтуллин кеүек яугир әҙиптәр иһә башҡорт әҙәбиәтен күп милләтле ҙур СССР-ҙа ғына түгел, сит мәмләкәттәрҙә лә танытты. Бына ошолар тураһында ғорурланып һәм һоҡланып, оло хөрмәт тойғоһо, эске бер ихласлыҡ менән бирелеп китеп яҙа ла инде үҙе ут-һыуҙарҙы кискән әҙип-публицист. Шул уҡ ваҡытта әсе һағыш-хәсрәттәр ҙә етерлек уның күңелендә, сөнки Башҡортостандың ижад майҙанына килгән өс тиҫтәгә яҡын яҙыусыһы һәм журналисы ҡәһәрле һуғыш яланында башын һалған, киләсәктә халҡының зиһенен байытыр уй-фекерҙәрен, күңелен нурландырыр рухиәт емештәрен үҙҙәре менән мәңгелеккә алып киткән. Ниндәй әйтеп-аңлатып бөткөһөҙ ҙур юғалтыу, оло фажиғә.

“Мәҡәлә сиктәре юл ҡуймай бит” тип, бында мин үҙемдең уй-тойғоно ауыҙлыҡларға тырышһам да, ошо шәһит ҡаурый ҡәләм оҫталарының, ҡайһы берҙәренекен генә булһа ла, ҡанлы яу ҡырында бөтә күңел түрҙәренән сыҡҡан уй-тойғолары йырҙарын килтереп китмәй булдыра алманым. Эйе, шунһыҙ булдыра алманым, нисектер намыҫым ҡушманы! Ватандың ҡәләмдәрен штыкка тиңләгән был тоғро улдары уларҙы бит беҙгә, киләсәк быуындарға, аманат итеп ҡалдырған. Ә аманатҡа хыянат итмәйҙәр, уларҙы, бары тоғролоҡ һаҡлап, иҫтә тоталар, өйрәнәләр, үҙләштерәләр һәм тормошҡа ашыралар. Бөгөнгө быуын вәкилдәренең күп милләтле ҙур илебеҙҙең именлеге, берҙәмлеге һәм киләсәге өсөн неофашизмға, уны бүлгеләп-бүлгеләп, таларға, колонияларына әүерелдерергә хыялланған, бөйөк державасылыҡ уй-ниәттәренән һис тә арына алмаған донъя “ҡарсығалары”на ҡаршы МХО-ла ҡыйыу көрәш алып барыуы, мәҫәлән, шуның бер сағыу күрһәткесе булып тора ла инде. Эйе, шәһит яугир-шағирҙарыбыҙҙың йөрәк ҡандары менән яҙылған ошондай шиғри юлдарын нисек иҫтән сығарырға, уйланмаҫҡа, фәһем алып, һығымта яһамаҫҡа мөмкин:

Мин һине, илем,

Бирмәм һис кемгә.

Һинһеҙ тормош юҡ,

Йәшәү юҡ беҙгә.

(Хәй Мөхәмәтйәнов, 1911 – 1941).

Мин йөрәктә антым һаҡланым,

Антым менән илде яҡланым!

Илем өсөн булған көрәштән дә

Бөйөгөрәк нәмә тапманым.

(Хәйретдин Мөжәй, 1901 – 1944).

...Эй ғүмерҙең һуңғы сәғәте,

Һин миңә лә шулай күкрәп кил.

Батырҙарын иҫкә алғанда,

Онотмаһын мине лә Тыуған ил.

Йәки:

Мин йығылһам әгәр, йәш түкмә һин,

Ә тын ғына шулай хәтерлә:

“Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә

Уның данын, намыҫын яҡланы,

Ул йығылды, ләкин башҡаларға

Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы”.

(Мәлих Харис, 1915 – 1944).

 

“Хеҙмәтеңә – оло хөрмәт”

18 йәше тулыр-тулмаҫтан бына ошондай ысын ил улдарының Тыуған иле именлеге һәм киләсәге өсөн сая алышын, ғәрәсәтле хәл-ваҡиғаларҙың бөтәһен дә үҙ күҙҙәре менән күреп, тәнендә һәм йәнендә татый башлаған яугир-разведчик Миҙхәт Ғәйнуллин 1946 йылдың аҙаҡтарында имен-аман тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡас, әйтерһең дә, яу яланында ятып ҡалған ҡорҙаштары ала алмай ҡалған ғилемде лә үҙләштереп, халҡына еткерер, башҡара алмай ҡалған эштәрҙе лә башҡарып, илен алға ебәрер өсөн башкөллө уҡыуға һәм эшкә сума. Ни генә тимә, ҡан ҡойғос һуғыш, емертелгән ил хужалығын тиҙерәк аяҡҡа баҫтырыу зарураты был быуын кешеләренең тормошҡа етди ҡарауын, яуаплылыҡ тойғоһон күпкә көсәйткән, гражданлыҡ өлгөрөүен бермә-бер тиҙләткән, тормоштоң һәм ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерен яҡшыраҡ белергә, алға ынтылып, көрәшеп, ижад итеп йәшәүҙең мәғәнәһен нығыраҡ аңларға өйрәткән шул.

Бына шулай йәшләй генә ут-һыуҙарҙы кисеп, артабан текә белем-ғилем тауҙарына артылып, төрлө хеҙмәт баҫҡыстарына күтәрелеп, оло шәхес, абруйлы ил ағаһы булып формалашҡан Миҙхәт Фазлый улын заманында күреп-танып белергә, хатта бергә эшләргә яҙҙы миңә.

Башҡорт дәүләт университетында юғары белем эстәй башлаған 1968/69 уҡыу йылынан башланып китте был танышыу, аралашыу мәлдәре. Ошо ваҡыттан алып уның ижад һәм хеҙмәт юлының яртыһынан ашыуы беҙҙең быуындың күҙ алдында үтте. Шуға ла, бер ҡараһаң, был олуғ шәхес тураһында һүҙ әйтеү еңел кеүек, икенсе яҡтан, ауыр. Еңел, сөнки өс тиҫтәнән артығыраҡ йылда лекцияларын тыңларға, йөҙләгән фәнни мәҡәләһен, тиҫтәләрсә китаптарын уҡырға, семинарҙарҙа күҙгә-күҙ ҡарашып фекер-лөғәт алмашырға, диплом алды эше яҙырға, артабан университетта бергә иңгә-иң терәп эшләргә тура килде. Күңелем түрендә ул бары оло йөрәкле, киң күңелле, ярҙамсыл ысын кеше, башҡорт филологияһына һәм журналистикаһына мөкиббән бирелгән талантлы ғалим һәм педагог булараҡ урын алды. Уның республикабыҙ, университетыбыҙ кимәлендәге етәкселек эштәре, ойоштороу оҫталығы – үҙе бер ҙур тәжрибә мәктәбе. Тап ошондай кешеләр хаҡында: “Уның менән разведкаға барып була”, – тиҙәр ҙә инде. Тикмәгә генә ҡанлы ла, шанлы ла Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын ул яугир-разведчик булып үтмәгән. Ысын разведчиктарға хас һиҙгерлек, алдан күрә белеүсәнлек, сослоҡ, аҡыллылыҡ, тәүәккәллек, ойошҡанлыҡ һәм йыйнаҡлыҡ сифаттары артабан да уға йәмәғәт эштәрендә, ғилми-педагогик эҙләнеүҙәрендә “авангардта юл ярып барыусы” юғарылығына күтә¬релергә булышлыҡ иткәндер ҙә. Халҡыбыҙҙың мәшһүр улы, халыҡ шағиры Мостай Кәрим: “Күңелемдә һинең хеҙмәтеңә, изгелегеңә һәм яуаплылығыңа оло хөрмәт йөрөтәм”, – тип тикмәгә генә әйтмәгәндер. Күренекле ғалим һәм шағир Ғилемдар Рамазановтың тапҡыр ғына итеп: “Яугир. Әҙип. Ғалим”, – тиеүендә лә тәрән мәғәнә бар. “Һуғыш яланында һәм хеҙмәт фронтында тир түккән шәхес” (Ю. Видро, Киев); “Башҡорт драматургияһын фәнни нигеҙҙә өйрәнеүгә тәүге юлды һалыусы” (Б. Әхмәтшин); “Әҙәби процесҡа әүҙем йоғонто яһаған... киң ҡоласлы филолог... СССР халыҡтарының әҙәбиәтен, айырыуса драматургияһын камил белгән ғалим” (Ү. Ғимаҙиев); “Әҙәбиәт белгесе һәм театр эстетигы” (С. Сәйетов); “Художестволы очерк һәм публицистика – ғалимдың ижади эшмәкәрлегенең мөһим тармағы” (С. Поварисов); “М. Ғәйнуллин башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре буйынса фән докторҙары һәм кандидаттары әҙерләүгә ҙур өлөш индерҙе... коллегалары өсөн ул эшһөйәрлек, принципиаллек, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ өлгөһө булып тора. Уға ныҡышмаллыҡ, ғилми эҙләнеүҙәргә һәм асыштарға ынтылыу, туҡтауһыҙ ижади яныу хас” (Ә. Ниғмәтуллин). Яугир-әҙип, ғалим-педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре хаҡында бына ошолай үҙ фекерҙәрен яҙыусылар, күп яҡлы эшмәкәрлегенә баha биреүселәр, уға үҙ мөнәсәбәттәрен белдереүселәр бихисап. Тап ошо хәл һәм шәхес¬тең олуғлығы, башҡарған эштәренең, яҙған хеҙмәттәренең киң ҡоласлылығы, мәғәнәүи тәрәнлеге уның хаҡында һүҙ әйтеүҙе ауырлаштыра төшә лә инде.

Шулай ҙа йөрьәт итәйек тә уның хәйәте, ижады һәм шәхсиәте хаҡындағы уй-фекерҙәр менән ҡыҫҡаса ғына булһа ла уртаҡлашайыҡ әле. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ваҡытлы матбуғат, төрлө ғилми йыйынтыҡ биттәрендә “Миҙхәт Ғәйнуллин, профессор” имзаһы ҡуйылған фәнни мәҡәләләр, ғилми-методик һәм публицистик сығыштар, иҫтәлек яҙмалары күҙгә йыш салыныуы әле лә хәтерҙә. Әйтәйек, 2000 йылда “Ағиҙел” журналының һәр һанында тиерлек уның ижад емештәре урын алды. Хайран ҡалырлыҡ әүҙемлек, зиһен йүгереклеге, күңел байлығы. Ә бит уларҙың авторы яу һәм хеҙмәт ветераны, “Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмә¬кәре” тигән шөһрәтле исемдәргә эйә булған профессор ул саҡта 75 йәшенә аяҡ баҫҡайны. Ғүмере буйына үҙендә йәмғиәткә, халыҡҡа, коллективҡа ҡарата яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләгән, эшенә намыҫ менән ҡарап өйрәнгән кешенең башҡаса эш итеүен, “эшләрен эшләнем инде” тип, хаҡлы ял итеүсе сифатында һәүетемсә генә йәшәп ятыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын ине. Уның тормош һәм ижад юлы, йәшәү принцибы – ысын мәғәнәһендә төрлө быуын, айырыуса уртансы һәм йәш быуын вәкилдәре өсөн үҙе бер тормош мәктәбе булды. Бары тик күрә, баһалай һәм тейешле һабаҡ ала белергә генә кәрәк ундай мәктәптән.

Бик күптәргә өлгө булырҙай был сағыу шәхестең ғүмер юлы 1925 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостандың Бүздәк районындағы Бәләкәй Өстүбә ауылы крәҫтиәне Фазлый уҙаман йортонан башланып киткән. 30-сы йылдарҙа был ғаилә, бынан бер быуат ярым элек Салауат яуынан һуң эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып килеп, төйәкләнгән ерҙе ҡалдырып, ҡан-ҡәрҙәш ырыуҙаштары – Әйле башҡорттары араһына, Ҡыйғы районының Әй буйындағы Аҫылғужа ауылына килеп төпләнгән. Бығаса Бүздәк районындағы ике-өс мәктәптә белем алырға яҙған Миҙхәт бында ла дүрт йыл буйына Аҫылғужанан һигеҙ саҡрымда ятҡан Арыҫлан ауылындағы урта мәктәпкә, бер ниндәй ауырлыҡҡа, һуғыш башланып китеүгә ҡарамай, тырыша-тырмаша йөрөп уҡыған. 1942 йылда мәктәпте “бик яҡшы” билдәләргә тамамлаған 17 йәшлек егет үҙ теләге менән Силәбеләге авиация училищеһына уҡырға инә. Тик унда уға оҙаҡ уҡырға яҙмай. Һуғыш ваҡыты бит, ҡайҙа кәрәк тип табалар, шунда күсерәләр. Шулай төрлө хәрби училищеларҙа тиҙләтелгән курстар үтеп, һауа десанты ғәскәренең разведчиктар отряды командиры булып китергә яҙа йәш кенә егеткә. Ошо вазифаһында Румыния, Венгрия, Австрия, Чехословакия, Германия илдә¬ре буйлап яу менән үткән йәш офицер, контузиялар алып, бер нисә тапҡыр ҡаты яраланып, тормош ҡәҙерен, йәшәү мәғәнәһен төплө аңлаған “һыуҙа батмаҫ, утта янмаҫ” ысын яугир, ил терәге булып формалаша. Тап ошондай ил улдары һәм ҡыҙҙары артабан ижтимағи тормоштоң төрлө өлкәләрендә хеҙмәт батырлығы, ижади ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Ҙур йөрәкле кеше булды

Миҙхәт Фазлый улы ла, һуғыштан ҡайтып, тыуған районында бер ни ҡәҙәр эшләй ҙә, артабан белемен үҫтереү ниәтенән Башҡорт дәүләт институтына (1957 йылдан – БДУ, 2022 йылдан – Өфө фән һәм технологиялар университеты) юл тота. 1947 – 1951 йылдарҙа филология факультетында белем алғандан һуң, уны Мәскәүгә аспирантураға уҡырға ебәрәләр. Тап бына ошо йылдарҙан уның әүҙем ғилми, педагогик һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге башлана.

1954 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлап, тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайтҡас, уға фәнни учреждениела ла, партия һәм профсоюз ойошмаларында ла, Яҙыусылар союзында ла эшләргә, партияның өлкә комитетында республикабыҙҙағы фәнни, мәҙәни эштәрҙе, мәғариф системаһын координациялаусы бүлек мөдире вазифаһын да башҡарырға тура килә. Ғүмеренең 1961 йылдан алып был фани донъяны ҡалдырғанға тиклемге (2001) иң сағыу, иң һөҙөмтәле йылдары республикабыҙҙың төрлө йүнәлештәге меңәрләгән милли кадрҙар әҙерләгән төп классик юғары уҡыу йорто – Башҡорт дәүләт университеты менән бәйләнгән.

М.Ф. Ғәйнуллиндың был вузда уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор булып эшләүе – үҙе бер дәүер, күптәргә өлгө булырлыҡ яҡты күренеш. Меңләгән уҡытыусынан, 10 меңләп студенттан торған туғыҙ факультетта уҡыу-уҡытыу процесын, тәрбиә эштәрен йыл буйына бөтә Рәсәй, улай ғына ла түгел, бөтә СССР вуздары араһында ул саҡта Башҡортостан күҙ терәп торған иң төп юғары уҡыу йортоноң маркаһын төшөр¬мәҫлек итеп ойоштороу һәм алып барыу – үҙе ҙур ҡаһарманлыҡ. Әйтеүе генә еңел: өс тиҫтәгә яҡын йылдар, теүәл әйткәндә, 28 йыл (!) эсендә төрлө милләттән булған меңәрләгән кеше, төрлө яҙмыш, холоҡ-фиғел, психологик ҡылыҡ-аҙымдар менән осрашыуҙар, хәстәрлекле атайҙарса, кәрәк икән, ҡаты ҡуллы етәксесә һөйләшеүҙәр һәм сара күреү¬ҙәр, күпме йәштәрҙе оло тормош юлына фатиха биреп оҙатыуҙар... Ниндәй аҡыл һәм күңел байлығы, юғары мәҙәнилек кәрәк быларҙың бөтәһе өсөн.

64 йәше тулғанса был үтә лә яуаплы һәм нескә вазифаны фәнни һәм педагогик эш менән йәнәш башҡара Миҙхәт Фазлый улы. 1989/90 уҡыу йылында инде ул республикабыҙ тарихында тәү башлап журналистика кафедраһын ойоштора һәм уның мөдире булып эшләй башлай. Бында юлайҡан шуны ла әйтәйем әле. Минең башланғыс менән 1990 йылда республикабыҙҙа башҡорт филологияһы факультеты ойошторолған ҡатмарлы саҡта ул ысын мәғәнәһендә ир-егетлек, юғары милли аңлылыҡ, патриотизм өлгөһө күрһәтте: минең менән фекер алышып һәм бер¬гәләп етәкселек менән һөйләшкәндән һуң, һис икеләнеүһеҙ кафедраһын рус филологияһы факультеты составынан сығарып, яңы факультетҡа ҡушырға ҡарар итте.

Журналистика кафедраһы мөдире вазифаһын ул саҡтағы йәш фән докторы Тимерғәле Килмөхәмәтовҡа тапшырғас, Миҙхәт Фазлый улы ошо кафедраның профессоры сифатында ут-һыуҙарҙы кискән яугирҙәрсә яуаплылыҡ тойғоһо менән арыу-талыуҙы белмәй республи-кабыҙға йәш журналистарҙы әҙерләү эшен дауам итә. Уның һигеҙенсе тиҫтәне ҡыуғанда ла, йәштәр менән уртаҡ тел табып, уҡытыуҙың заманса электрон технологияһын үҙләштереп, егеттәрсә теремеклек, йылдамлыҡ менән эшләп йөрөүенә һоҡланмау һәм фәһем алмау мөмкин түгел ине.

М.Ф. Ғәйнуллиндың ғилми-педагогик эшмәкәрлеге – үҙе бер оло донъя. БДУ-ла 40 йыл эшләү дәүерендә ул тиҫтәләгән фән кандидаттары һәм доктор¬ҙары әҙерләгән йә әҙерләү эшендә туранан-тypa ҡатнашҡан, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советын ойоштороуға өлгәшеп, бер нисә йыл буйы уны етәкләгән. Докторлыҡ диссертацияһы яҡлағанда, мин дә уның теләктәшлеген, хеҙмәтем емешенә бик тә ыңғай мөнәсәбәтен ныҡ тойҙом. Эйе, Миҙхәт Фазлый улы ”мин генә”, “минеке генә үҙәктә” тип йөрөмәгән, ғилми плюрализмды хуплаған, башҡаларҙың ижади ынтылыштарын һәм уңыштарын күрә белгән, республикабыҙҙа филология фәненә нигеҙ һалыуға тос өлөш индер¬гән, уның артабан да үҫеүе өсөн йән атып йөрөгән ысын мәғәнәһендә юғары зиһенле, ҙур йөрәкле, демократик тәбиғәтле ғалим-педагог һәм әҙиптәребеҙҙең береһе булды.

Уның донъя күргән хеҙмәттәрен анализлап, баһалап тормаҫтан, һанап ҡына сығыу ҙа күпме ваҡытты һәм урынды алыр ине. Хәйер, бер мәҡәлә сиктәрендә быны эшләү мөмкин дә түгел. Иғтибарҙы бары шуларға ғына йүнәлтке килә: үҙ ҡәләменең көсөн ул һуғыш йылдарында һынап ҡарай башлай, фронт гәзиттәрендә мәҡәләләр, һүрәтләмәләр менән сығыш яһай, әҙәбиәт менән дә ҡыҙыҡ¬һына, форсат булған һайын урыҫ әҙиптәренең ижад емештәре менән таныша, улар хаҡындағы уй-фекерҙәрен һирәкләп булһа ла ҡуйын дәфтәренә теркәп бара.

Яу юлдарын үтеп, юғары уҡыу йортонда белем эстәй башлағас, уның был ҡыҙыҡһыныуы арта төшә: тәнҡит мәҡәләләре яҙа, әҙәбиәт тарихы мәсьәләләре менән шөғөлләнә. ХХ быуаттың 50-се йылдарында инде был эшмәкәрлек системалы төҫ ала. 40 йыл буйына административ, педагогик эштәр менән йәнәш фән һәм публицистика менән шөғөлләнгән, профессор дәрәжәһенә күтәрелгән ғалим-әҙиптең 400-гә яҡын мәҡәләһе, рецензиялары, очерктары, эсселары, иҫ¬тәлектәре, 60-тан ашыу монографияһы, дәреслектәре, хрестоматиялары, уҡыу әсбаптары, методик ҡулланма-эшкәртмәләре, мәҡәләләр йыйынтыҡтары донъя күргән. Ғалимды айырыуса башҡорт драматургияһы һәм театр сәнғәте проблемалары ҡыҙыҡһындыра.

Уның тәүге күләмле монографияһы ла талантлы башҡорт драматургы Сәғит Мифтаховтың тормошон һәм ижадын ентекле яҡтыртыуға арналған. Унда автор башҡорт драматургияһының формалашыу һәм үҫеү юлдары хаҡында ҡайһы бер уй-фекерҙәре, ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәре менән дә уртаҡлаша, театр сәнғәтен камиллаштырыу мәсьәлә¬ләренә лә ҡағыла.

Тормош юлы – торғаны бер маяҡ

Артабан ғалим тура мәғәнәһендә башҡорт драматургияһы һәм театры тарихының фәнни йылъяҙмасыһына әүерелә. Йылдар буйы алһыҙ-ялһыҙ эҙләнеүҙәр үҙ емешен бирә. Уның бер милли әҙәбиәт ерлегендә генә түгел, бәлки, Рәсәйҙәге туғандаш халыҡтар әҙәбиәттәренең үҫеш-үҙгәреш тенденциялары фонында башҡорт драматургияһының үҫеш үҙенсәлектәрен, жанр-стиль тәбиғәтен, ижад принциптарын бай фактик материалдар ярҙамында төплө асып биргән етди хеҙмәттәре бер-бер артлы донъя күрә.

60-сы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында беренсе тапҡыр урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан ике томлыҡ “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”нда тәү башлап милли драматургиябыҙҙы системалы анализлап, ғилми дөйөмләштереүҙәр яһаған ғалим фәнни йәмәғәтселекте, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе 70 – 80-се йылдарҙа ла “Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер”, “Башҡорт драматургияһында социалистик реализмдың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеүе”, “Башҡорт драматургияһының үҫеш юлдары” һәм башҡа фундаменталь китаптары менән ҡыуандырыуын дауам итә, үҙ ҡиблаһынан бер генә аҙымға ла тайпылмайынса, 1975 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Был эштәрҙең бөтәһе яуаплы ла, мәшәҡәтле лә етәкселек, йәмәғәт эштәре менән бер ҡатарҙан башҡарылыуы – шәхестең фән менән эҙмә-эҙлекле hәм системалы шөғөлләнеүенең асыҡ миҫалы ул. Үҙ һөнәренең, халҡының, иленең патриоты булған ысын ғалим ғына шундай әүҙемлек менән эшләй алалыр.

Профессор М.Ф. Ғәйнуллиндың баш¬ҡорт әҙәбиәте, театры, публицистикаһы, ғөмүмән, рухи мәҙәниәте яҙмышы, йәш быуынды тәрбиәләү проблемалары менән янып-көйөп йәшәгән ижадсы булыуын уның академик Ғ.Б. Хөсәйенов менән берлектә урта мәктәптәрҙең Х, ХI синыфтары өсөн төҙөгән дәреслек¬тәре һәм хрестоматиялары, бер нисә тапҡыр башҡорт һәм урыҫ телдәрендә донъя күргән “Башҡортостан яҙыусылары” тигән биобиблиографик йыйынтығы, филология фәндәре кандидаты Илдус Бүләков менән берлектә сығарған “Башҡорт драматургияһы антологияһы” ла дәлилләй.

Уның фиҙакәр эшмәкәрлеге арҡаһында башҡорт һәм башҡа милләт уҡыусыларының Афзал Таһировтың дүрт томлыҡ йыйынтығы, Сәғит Мифтаховтың, Баязит Бикбайҙың, Низам Ҡә-риповтың, Сыңғыҙ Хановтың һайланма әҫәрҙәре тупланмалары менән таныша алыуҙарын да әйтмәй булмай. Заманында тап профессор М.Ф. Ғәйнуллиндың башланғысы менән немец халҡы үҙ телендә күренекле башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәре менән таныша алды, башҡорт уҡыусылары иһә айырым немец әҙиптәренең әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемәлә уҡыу бәхетенә өлгәште. Бында, әлбиттә, арҙаҡлы ғалим-педагог һәм йәмәғәт эшмәкәренең күп йылдар буйы СССР һәм ГДР дуҫлыҡ йәмғиәтенең рәйесе, СССР-ҙың сит илдәр менән дуҫлыҡ һәм мәҙәни бәйләнештәр йәмғиәтенең Үҙәк советы ағзаһы булыуы ла үҙ ролен уйнамай ҡалмағандыр.

Ғөмүмән, Миҙхәт Фазлый улына йәмәғәт башланғысында бындай эштәрҙе күп башҡарырға тура килә: Яҙыусылар союзында әҙәби тәнҡит секцияһы рәйесе, “Ағиҙел”, “Пионер” журналдары редколлегияһы ағзаһы... Һанай китһәң, бихисап улар.

Шуныһы шатлыҡлы һәм мөһим: ғалим-әҙиптең, педагогтың күп яҡлы эшмәкәрлеге йәмәғәтселек иғтибарынан ситтә ҡалманы. Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тигәндәй, уның күкрәген иленә, халҡына илаһи ҡаны, тоғро хеҙмәте менән яулап алған III дәрәжә Дан, I дәрәжә Ватан һуғышы, “Почет Билдәһе” ордендары, тиҫтәгә яҡын миҙал биҙәне. Фәннилектең юғары күрһәткесе, матур өлгөһө булған хеҙмәттәре Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.

Ҡыҫҡаһы, бөгөн беҙ бер ниндәй икеләнеүһеҙ Миҙхәт Фазлый улы Ғәйнуллин атлы шәхестең тормош юлы заманында бик күптәргә мәғәнәле йәшәү өлгөһө, фәнни хеҙмәттәре, әҙәби-публицистик яҙмалары сағыу йөкмәткеле һәм киң ҡоласлы булыуҙары менән торғаны бер маяҡ, ижади эҙләнеүҙәргә ышаныслы ориентир булды, тип әйтә алабыҙ. Иманым камил, ул киләсәктә лә шулай булып ҡалыр.

Ғиниәтулла ҠУНАФИН,

профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы.

Фотолар - Өфө фән һәм технологиялар университеты архивынан. 

Мәғәнәле йәшәү өлгөһө
Мәғәнәле йәшәү өлгөһө
Мәғәнәле йәшәү өлгөһө
Автор:
Читайте нас