

11 декабрҙә “Китап” магазинында “ПоЧитатели книг” проектына ярашлы матур сара: китап һөйөүселәрҙе тере моң-көй, китаптар тураһында әңгәмә көтә.
Был көндә башҡорт һәм татар музыка йондоҙҙары сығыш яһай. Атап әйткәндә:
Илшат Абдуллин (“Бүреләр” төркөмө солисы)
Лиана Хәбибуллина
Рөстәм Ғиззәтуллин
Baby Ti
Ринат Зарипов (“Дәрүиш-хан” төркөмө солисы)
Ильяс Батыргәрәев
Нимә көтә?
Китап магазинында концерт
Китап тураһында һөйләшеү: музыканттар ижадтарына ниндәй әҫәрҙәрҙең тәьҫир итеүе тураһында
Яратҡан артистар менән автограф-сессия һәм фотоға төшөү.
Был сара үткәрелгән ваҡытта китап һатып алыуға махсус ташламалар.
500 һумдан - отошло лотерея.
Рәхим итегеҙ!
0+