Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
8 Декабря 2025, 14:30

"Мин ҡайтырмын"

16 декабрҙә Өфөләге “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә спектакль премьераһы була.

"Мин ҡайтырмын""Мин ҡайтырмын"
"Мин ҡайтырмын"

16 декабрҙә Өфөләге “Атайсал” мәҙәни үҙәгендә “Мин ҡайтырмын” спектакленең премьераһы була. Режиссеры – Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов. Әҫәрҙә “Күңел күҙе” халыҡ инклюзив театры” Башҡортостандың атҡаҙанған коллективы һәм “Табын” халыҡ ижады коллективының һәүәҫкәр артистары уйнай.

Был спектакль тормош менән батырлыҡ араһындағы нескә сик, ысын туғанлыҡ көсө, тыуған йорт йылыһы һәм яҡындары хаҡына көрәшергә әҙер ҡыйыу йөрәкле кешеләр тураһында. Спектаклдә беҙҙең заман геройҙары – МХО яугирҙәренең ғазаптары, өмөттәре, ышанысы һәм мөхәббәте һүрәтләнә. Әҫәр мәңгелек ҡиммәттәрҙе – дуҫлыҡ, батырлыҡ һәм илһөйәрлекте әҙәм балаһының тәрән кисерештәре аша аса.

Сценарий авторҙары – Илнур Лоҡманов һәм халыҡ сәсәне Розалия Солтангәрәева. Шиғырҙар авторы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина.

Спектаклгә билетты “Пушкин картаһы” аша ла алып була.

Фото: РХИҮ.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас