Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
10 Декабрь 2025, 18:25

Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үтте

10 декабрҙә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үттеМәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үтте
Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үтте

10 декабрҙә Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, төбәктең профилле министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, мәҙәниәт учреждениелары һәм театр-концерт ойошмалары вәкилдәре, сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров сығышында 2025 йылда Башҡортостандың мәҙәни өлкәһе эшенең йомғаҡтарын һәм киләсәккә төп бурыстарҙы билдәләне.

– Беҙ бөтә кимәлдәрҙә лә мәҙәниәт үҫешенә системалы ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәбеҙ. Быйылдан “Ғаилә” яңы милли проектын тормошҡа ашырыу башланды, уның сиктәрендә “Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы” федераль проекты саралары тормошҡа ашырыла, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл тармаҡты үҫтереүгә федераль бюджеттан 248 миллион һум йәлеп иттек, ә киләһе йылда был һан өс тапҡырға артасаҡ. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ошондай етди ярҙам өсөн рәхмәт.

2025 йылда Башҡортостан төрлө кимәлдәге күләмле проекттар һәм форумдар өсөн майҙансыҡҡа әйләнде. Улар иҫәбенә “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе, “Әйҙә уйнарға!”, “Армия мәҙәниәте көндәре”, Бөтә Рәсәй патриотик йыр конкурсы, “Геройҙар ваҡыты”, “Көҙ романтикаһы” симфоник музыка фестивале инә. Улар бик күп ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итте, Башҡортостандың илдең мәҙәни киңлегендә танылыуына этәргес бирҙе. Ә киләһе йылда Өфө III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ҡабул итәсәк.

Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

 

 

Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үтте
Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үтте
Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үтте
Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үтте
Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса совет ултырышы үтте
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас