

Башҡортостан – “Бәләкәй Тыуған илдең мәҙәниәте” федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса лидер. Республика 2017 йылдан программала өс йүнәлеш – “Урындағы мәҙәниәт йорто”, “Театрҙар – балаларға”, “Бәләкәй ҡалалар театрҙары” буйынса ҡатнаша.
Дөйөм осорҙа финанслау 894,8 миллион һум тәшкил иткән, шул иҫәптән 834,9 миллион һумы – федераль бюджеттан.
Быйыл 401 мәҙәни-ял итеү үҙәгенең матди-техник базаһы нығытылған. 13 объектта ремонт эштәре атҡарылған, 28 мәҙәниәт йорто күп функциялы клубҡа әйләндерелгән.