

Башҡорт һәм татар эстрадаһында иң популяр йырсыларҙың береһе Илһөйә Бәҙретдинованың ижадын күптәр үҙ итә. Йырсы үҙ тормошо тураһында асыҡтан-асыҡ белдерә, концерттарында ла һөйләй. Әле ул үҙенең буш ваҡыты, ижады, киләсәккә уйланыуҙары хаҡында һөйләгән.
“Буш ваҡытым бик һирәк.Ә буш ваҡыт булған осраҡта ла мин үҙ-үҙемә урын таба алмай башлайым, унан депрессияға төшөп китәм. Бер биш-алты сәғәт йоҡо эләкһә – был инде бәхет. Шуға күрә шәхси тормош тураһында уйлап ултырырға ваҡытым да юҡ. Кеше, бигерәк тә ижад кешеһе, мәхәббәтһеҙ йәшәргә тейеш түгел. Күңелде мөхәббәт йәшәртә.
Ҡайһы ваҡыт барыһын да ташлайһы килгән саҡтар була. “Үҙемде уйларға ваҡыт етеп килә бит” тигән уйҙар тыуа. Сөнки һаулыҡты ҡарарға ваҡыт бөтөнләй ҡалманы. Бала менән дә булаһы килә – Нариман иртәгә өйләнә торған малай инде. Үҫеп етте, уның үҫеүен дә мин күберәк видео аша һөйләшеп кенә күреп торҙом. Үҙемдең шәхси тормошомдо ла яйға һалаһы килә. Шуның менән, моғайын, йылына 200 концерт ҡуйып йөрөү туҡталыр тип уйлайым. Проекттар, ҙур-ҙур ҡалалар ҡалыр, ләкин бер туҡтауһыҙ сольный һәм йыйылма концерттарҙа эшләү кәмергә тейеш. Сөнки йәшәргә ваҡытым бөтөнләй ҡалмай”, - тигән йырсы.
Фото һәм сығанаҡ: “Татарин. Ҡазан” төркөмөнән.