

Үҙенең шәхестәрен ҙурлаған, арҙаҡлы яҡташтарын онотмаған халыҡ ҡына хөрмәткә лайыҡ, тиҙәр. Бикбулаттар быны яҡшы белә – күренекле фронтовик-яҙыусы Шакир Янбаевтың 100 йыллығына арналған хәтер кисәһе лә быға асыҡ дәлил булып тора. Сарала әҙиптең ҡәләмдәштәре – Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары, яҙыусы, журналист Әхмәр Үтәбай, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, китапхана хеҙмәткәрҙәре, яҙыусының ауылдаштары, уҡыусылар ҡатнашты.
Ауыл клубы фойеһында Бикбулат ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Гөлнәзирә Кинйәбаева арҙаҡлы яҡташтарының тормошон һәм ижадын сағылдырған бай йөкмәткеле күргәҙмә урынлаштырған. Бында уның ҡулъяҙмалары, ауыл музейына тип тапшырылған шәхси әйберҙәре лә ҡуйылған.
Шакир Мәхийән улы Янбаев 1925 йылдың 19 ноябрендә ( ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 29-ҙы тип йөрөй) Башҡортостандың Күгәрсен районы Бикбулат ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылда, Мораҡ урта мәктәбенең 10 класында уҡыған мәлендә, Совет Армияһы сафына алына. Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын шофер булып үтә. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградланған. Демобилизацияланып ҡайтҡандан һуң, ике йыл Күгәрсен районы мәктәптәрендә балалар уҡыта. 1950–1952 йылдарҙа Өфө музыка училищеһында уҡый, бер үк ваҡытта Башҡортостан радиокомитетында диктор һәм мөхәрир булып та эшләй. 1952 -1957 йылдарҙа — М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты студенты. Институтты тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар Радио һәм телевидение тапшырыуҙар комитетында редактор була. Һуңғы йылдарҙа “Ағиҙел” журналы баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын үтәгән.
Яҙыусы үҙ әҫәрҙәрендә беҙҙең замандаштарыбыҙҙың хәтерҙә һаҡланырлыҡ мауыҡтырғыс образдарын тыуҙырыуға ирешә. 1976 йылда ул “Зәңгәр сатыр” тигән тәүге ҙур күләмле романын ижад итә. 1972 йылда Яҙыусылар союзына алына.
Әҙип тураһында хәтирәләре менән ҡунаҡтар ихлас уртаҡлашты. Халыҡ яҙыусыһы Ринат Камал яҡташыбыҙҙың балалары тураһында ла йылы һүҙҙәр әйтте. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән улы Булат Шакир улының ярҙамын күп яҙыусылар тойҙо, ти ул.
– Шакир ағай бик ябай кеше булды. Бер ҡасан да ниндәйҙер исемдәр даулап, дан юллап йөрөмәне. Тыныс ҡына үҙ яйына ижад итте. Ул кешеләрҙең дә гел яҡшы яғын ғына күрҙе. Был һыҙаты уның әҫәрҙәрендә лә асыҡ сағыла. Бер хикәйәһендә эскегә һалышҡан ҡатын яҙмышы тураһында яҙа, әммә ошо хәлгә дусар булыуында уны ғәйепләргә ашыҡмай, киреһенсә, күңел матурлығын күрергә, уны аҡларға тырыша...
Яҡташығыҙҙы ҙурлап, хәтер кисәләрен үткәреп тороуығыҙ иһә бик ҙур хуплауға лайыҡ. Үҙенең шәхестәрен онотмаған халыҡтың ғына киләсәге бар, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Һеҙ был тәңгәлдә бәхетле, – тип сығыш яһаны Ринат Әлтәф улы.
Ябайлығы, кешелекле, кеселекле, нескә күңелле, йомшаҡ тәбиғәтле Шакир Мәхийән улы тураһында яҙыусы Әхмәр Үтәбай ҙа һөйләне.
– Хәҙисә инәй менән шул тиклем матур, ихлас мөнәсәбәттә булдылар. Уларҙың беҙ-береһенә булған һөйөү хистәренә көнләшеп тә, һоҡланып та ҡарай торғайнылар. Ҡайҙа барһалар ҙа, гел етәкләшеп йөрөнөләр. Рәшит Солтангәрәев та Шакир Янбаев хаҡында уның холоҡ-фиғелен, булмышын ҡылыҡһырлап асҡан уймаҡ хикәйәләр яҙҙы. Ҡайһы берәүҙәренең шаһиты булырға ла тура килде. Бына шундай бер хәтирәләрҙең береһе.
“Ағиҙел”дең сираттағы һанына яҙыусы Шакир Янбаевтың “Биләүҙәр-биләүестәр” тигән повесын әҙерләйбеҙ. Ни хикмәт менәндер повестағы “ҡ” хәрефтәре урынына бөтә ерҙә лә “к” хәрефе киткән. Повесть төштән һуң типографияға наборға бирелергә тейеш, шуға күрә Рәшит ағай редакция һәр беребеҙгә 15-20-шәр бит өләшеп, ундағы “к” – ларҙы “ҡ” – ға төҙәтеп сығырға ҡушты. Йәһәт кенә эшләп бирҙек, повесть типографиға төшөп тә китте. Төштән һуң, һәр ваҡыттағыса, хәбәрен ашыҡмай ғына һөйләп, һаулыҡ һорашып, Шакир ағай килеп инде. Рәшит ағай уны:
– Ниңә, ошо йәшеңә етеп, Шакир ағай, машинкаңа иң кәрәкле “ҡ” хәрефе лә ҡуйҙыртмағанһың. Бына, егеттәр-ҡыҙҙар күҙҙәрен бөтөрөп, төҙәтеп сыҡты. Һинән бер коньяк... – тине.
– Кәнйәк үк булмаҫ, Рәшит ҡустым, кәнйәшний нәпитек булыр, – тип өндәште һыр бирергә теләмәгән Шакир ағай.
– Кәрәкмәй нәпитегең, мин шаяртып ҡына әйттем бит, – тине Рәшит ағай һаман да һүҙен шаяртыуға бороп.
– Мин дә шаяртып ҡына әйткәйнем шул, – тигән булды Шакир ағай етди төҫ менән.
Беҙҙең күңелдә ул һаман да шулай ипле холоҡло, ихлас ағай булып хәтерҙә ҡалған, – тине Әхмәр Ғүмәр улы.
Тормошсан хикәйәләре, повестары менән күптәрҙе әсир иткән әҙип тыуған ауылы Бикбулатҡа йыш ҡайтып йөрөгән. Тыуған ауылының саф һауаһын һулап, Кесе Эйек йылғаһының шифалы һыуында ҡойоноп, ярҙарында ҡыҙынып, күңеленә дәрт, илһам ала торған булғандыр, моғайын. Бигерәк тә, Ишәй тауын үҙ күргән ул. Тау башына менеп, ауыл күренешенә һоҡланып торорға яратҡан.
1988 йылда Шакир Янбаев ауылға ҡәләмдәштәре Мостай Кәрим, Тимер Йосопов, Рафаэль Сафинды алып ҡайта.
Улар төрлө ауылдар буйлап осрашыуҙарға йөрөгән. Мостай Кәрим ошо сәфәрҙән илһамланып “Бикбулатҡа йыр” шиғырын да яҙған:
И, Бикбулат!
Шакир атлы дуҫым
Тыуып-үҫкән төбәк!
Хайран ҡалып, һиңә ҡарап торам.
Тауҙар моңон, дәртле тауҙар йырын
Йырлап аҡҡан Эйек,
Сәләм бирәм һиңә, сәләм бирәм,
Башҡайымды эйеп…
Эйәрлетауҙың көмөш эйәрендә
Ай нурҙары уйнай.
Шул нурҙарҙың яҡтыһында күңел
Зауыҡланып туймай.
Күктә йондоҙ, ә тирәмдә күпме
Алсаҡ йөҙҙәр балҡый.
Эй, Бикбулат, онота алмам инде
Һине ғүмер баҡый!
Бикбулат ауылының матурлығы, уның хозур тәбиғәте яҙыусының әҫәрҙәрендә лә йыш телгә алына, илаһи итеп тасуирлана.
Шакир Янбаевтың әҫәренә исем биргән ҡуш ҡарағастар әле лә иҫән. Бынан бик күп йылдар самаһы элек уны Миңлеғариф менән Маһира исемле йәштәр ултырта. Әммә уларға тыныс йәшәргә насип булмай, ил өҫтөнә һуғыш ғәрәсәте ябырыла. Миңлеғарифты һуғышҡа алалар, әммә Маһира уны көтөп ала алмай. Апаһы үлгәс, сабыйҙарҙы йәлләп, еҙнәһенә кейәүгә сығырға мәжбүр була. Ҡарағастар ғына, бер ни булмағандай, ерҙән һут, ҡояштан нур алып, үҫеүен дауам итә, ә йәштәрҙе Саҡ менән Суҡ яҙмышы һағалай...
Хикәйә бына ошо кешеләрҙең яҙмышы тураһында. Яҙыусы ҡуш ҡарағастарҙы бына нисек тасуири һүрәтләй:
“...Уйламағанда-көтмәгәндә мөғжизәгә юлыҡтыммы ни. Ҡарар күҙгә йәм тапмай урамдың ҡап урта тәңгәленә килеп етәрәк, өй алды баҡсаһында үҫкән шул ҡарағасты күреп, хайран ҡалдым. Ниндәй ҙә ҡупшы, матур, бейек булып үҫкәндәр. Ниндәй ҡуштандар! Ситтән ҡараһаң, бигерәк тә, беҙҙең ауылға тәү тапҡыр килгән кешегә бер ағас булып күренә. Ярышта тиң килгән ике юртаҡ һымаҡ, бер-береһенән артҡа ла ҡалмай, саҡҡа ғына булһа ла уҙып китмәй, нисә тиҫтә йылдар үҫкән, бейеккә күтәрелгән был ике ҡарағас...”
Ҡушарлап ҡына үҫкән был ҡарағастар кеше яҙмышын, шул осор ваҡиғаларын, ғөмүмән, кешелек тарихын тоғролоҡ менән әле булһа һаҡлауын дауам итә.
Яҙыусының “Дегәнәк” тигән хикәйәһе иһә 17 телгә тәржемә ителгән. Был әҫәрендә яҙыусы беҙ сүп үләне һанаған ябай ғына дегәнәктең дә ваҡытында ни тиклем ҡәҙерле тамыраҙыҡ булыуын, шул әсе дегәнәк тамырын ашап, ата-әсәһенең аслыҡ менән көрәшеүе тураһында бәйән итә. Әйткәндәй, Бикбулат һәүәҫкәрҙәре ошо әҫәрҙән өҙөк сәхнәләштерҙе, ауыл клубы мөдире Ришат Фәттәхов ҡунаҡтарҙы дегәнәк тамыры менән һыйланы.
Ә “Малаха”хикәйәһе Һатлыҡ ауылында йәшәгән украин әбейенең яҙмышы тураһында. Ваҡытында ул “Женщины мира” журналында баҫылып, 14 телгә тәржемә ителә.
Бикбулат ауылының иң матур тәбиғәт мөйөштәре Эйәрлетау, Ишәй тауы, шул тау башында үҫкән яңғыҙ ҡайын, Ишәй тауынан ап-асыҡ күренгән Ҡашҡатау һәм башҡа урындар “Саптар” әҙәрендә телгә алына. Уны уҡыған ололар яҡшы белә, был әҫәр тулыһынса Бикбулат ауылы халҡы, уның тормошо, яҙмышы тураһында.
80 йәшен билдәләгән балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның тормошонда ла Шакир Янбаевтың йоғонтоһо була. Яҙыусы радиола эшләгән сағында бер төркөм уҡыусыларҙың шиғырҙарын үҙҙәре уҡыуында эфир тулҡындарында яңғырата. Уға бынан байтаҡ йылдар элек Бикбулат ауыл мәсетен асыу сараһында ла ҡатнышырға тура килә.
Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина Бикбулат ауылы халҡына осрашыу ойошторғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, шиғырҙарын уҡыны.
Шакир Янбаевтың ауылдаштары Дауыт Кинйәбаев, Фатима Сафина ла матур хәтирәләре менән уртаҡлашты.
- Шакир Янбаев ауылға бик күп ҡәләмдәштәрен алып ҡайта торғайны. Беҙҙең мәктәптә (мин ул ваҡытта директор булып эшләгән осор) ижади осрашыуҙар, шиғриәт кисәләре йыш үтте. Бикбулат ауылы халҡы ғына түгел, уҡыусылар ҙа тере әҙиптәр менән аралашып, уларҙың тере һүҙҙәрен тыңлап үҫтеләр. Ғаилә архивтарында һаҡланған фотоһүрәттәрҙе барлайбыҙ ҙа, күңелебеҙҙә ни тиклем дә бай тәьҫораттар ҡалған икән тип уйлайбыҙ. Шакир ағайҙың яҙған хаттары ла бар миндә. Уның хаттары ла үҙе бер әҙәби әҫәр кеүек һутлы, халыҡсан телле, киләсәк быуынға ла етер аманат булып һаҡлана, - ти Фатима Рәфҡәт ҡыҙы.
Хәтер кисәһе район мәҙәниәт һарайы артистары тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Яҙыусының яҡташы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Нуримановтың ҡурай моңдары, халыҡ йырҙары тамашасы күңеленә үтеп инде. Республика һәм халыҡ-ара йыр фестивалдәре лауреаттары Ләйсән Мәүлетҡолова, Зөлфиә Илмөхәмәтова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ришат Бәҙретдиновтың баян көйҙәре менән һуғарылған сара ысын мәғәнәһендә ижад байрамы булды.
Саранан һуң әҙиптәр Бикбулат ауылы уҙаманы – атаҡлы һунарсы Миңзаһир Алдашевта ла ҡунаҡта булды. Үҙ ғүмерендә бихисап айыу, бүре алған һунарсы олатайҙың яҙмышы, булмышы, тормошо яҙыусыларҙы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Кем белә, бәлки киләсәктә ул да әҙәби әҫәр геройы булып китер...
Айгөл АЙЫТҠОЛОВА.
Фото: Бикбулат ауыл китапханаһы сәхифәһенән.