

Архангел районы егете Рөстәм Ғәзизов тураһында төркөмөбөҙҙә яҙғаныбыҙ бар. Уның йырҙары интернет селтәрендә көндән-көн популярлыҡ яулай бара.
“Минең белемем юҡ... Ҡапыл башыма көйҙәр килә, шиғыр юлдары... Шуға гел үҙем менән кеҫә телефоны йөрөтәм... Тиҙ генә диктофонға яҙҙырырға...” – ти Рөстәм йырҙар яҙа башлауы тураһында.
Яҙмыштың байтаҡ һынауҙарын үтергә тура килгән уға был тормошта. Асарбаҡ хәленә төшкәндән һуң да турайып баҫырға көс тапҡан егет ул. Әлеге мәлдә бер аяҡлы, йәғни протез ярҙамында йөрөй. Өҫтәүенә, башында ауыр сир... Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй, йәшәргә тип сат йәбешеп ята.
Рөстәмгә операция өсөн аҡса йыйыуға күп кешеләр ихлас ҡушылды. Коллегабыҙ Нәсих Хәлисовтың “Бәйләнештә” сайтында алып барған “Йырлы, гармунлы донъя” төркөмө егеткә ярҙам итеү, уның йырҙарын танытыу маҡсатында айырыуса маҡтауға лайыҡ эштәр алып бара.
Ошо көндәрҙә Рөстәм яңылыҡтары менән уртаҡлашты һәм уға ярҙам иткән кешеләрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтен еткерҙе.
– Бөгөнгө көнгә 90 мең һум самаһы аҡса йыйылды. Әммә табиптар операция яһауҙан баш тартты, сөнки йөрәк насар, күтәрмәүе ихтимал, тинеләр. “Кешеләр онкология сире менән 20-30 йылдар дауамында йәшәй”, - тип тынысландырҙы табип. Ҡапыл өйәнәк тотһа йәки хәлем үтә насарайып китһә генә ашығыс операция яһауҙары ихтимал. Ә әлегә даими рәүештә дауалау курстары аласаҡмын. Уның өсөн ай һайын 25 мең һум самаһы аҡса кәрәк. Ошо йыйылған сумманы мотлаҡ дауаланыуға ғына тотонасаҡмын. Барлыҡ изге күңелле кешеләргә ҙур рәхмәт! – ти Рөстәм.
Ижад йәһәтенән яңылыҡтары менән дә уртаҡлашты йырсы егет. Ошо көндәрҙә Рөстәм хаҡында сюжет төшөрөү өсөн Мәскәүҙән телевидение килергә йыйына. Был хаҡта уның үҙенә шылтыратып әйткәндәр.
Рөстәмдең иң тәүге клиптарының береһе – “Сабырлыҡ бирсе, Хоҙай!” йыры популярлыҡ яулауын дауам итә. Мәҫәлән, Үзбәкстанда үзбәксәгә тәржемә итеп таратҡас, интернет селтәрендә был был йырҙың видеоклибын 1 миллиондан ашыу кеше ҡараған!
Ул ғына ла түгел, Рөстәм Ғәзизов Үзбәкстандағы “Тауыш” (“Голос”) конкурсына саҡырыу алған. Бик дәртләнгән егет. Һаулығы ғына ныҡлы булһын!
Барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип юрайыҡ. Рөстәмдең алдағы тормошо тик шатлыҡлы ваҡиғаларҙан, яҡты көндәрҙән генә торһон.
Фото: “Йырлы, гармунлы донъя” төркөмөнән.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!