Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Декабрь 2025, 19:00

32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты

- Бәхетемдең сиге юҡ! Был минең ҙур хыялым ине. Һәм ул тормошҡа ашты! - тип һөйләне Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Гөлнара Вәлиева. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты
32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры репертуарына йәнә Джоаккино Россиниҙың  “Севильский цирюльник” (“Севилья сәс ҡырҡыусыһы”) операһы “кире ҡайтты”. Ҡасандыр, Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда, баш ҡалабыҙға эвакуацияланған Киев опера һәм балет театры ошо әҫәрҙе сәхнәгә тәүге тапҡыр сығара. Артабан ул Өфө сәхнәһендә 1948,  1954 һәм 1993 йылдарҙа ҡуйыла. Һуңғыһында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Абдразаҡов ҡатнаша. Әлеге премьерала ул төп партияларҙың береһе Базилионы башҡара.

Операның режиссер-ҡуйыусыһы –  Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы,  Рәсәйҙең “ТЭФИ” милли премияһын дүрт тапҡыр яулаусы, “Рәсәй” телеканалының режиссер-ҡуйыусыһы Сергей Широков. Операның рәссамы – театрҙың баш рәссамы, рәссам-ҡуйыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Иван Складчиков, дирижер-постановщик - Юрий Медяник, хореограф-постановщик - Наталья Солтанова.

- Джоаккино Россиниҙың  “Севильский цирюльник” операһының премьераһы булды. Бәхетемдең сиге юҡ! Был партия минең ҙур хыялым ине. Һәм ул тормошҡа ашты! Беҙҙең менән шәп команда эшләне, - тип һөйләне Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Гөлнара Вәлиева.

Төп партияларҙың береһе Розинаны башҡарған Гөлнара Вәлиева – сығышы менән Бөрйән районынан. “Операға булған һөйөү ҡасан башланды?” тигән һорауға ул:

- Дөрөҫөн әйткәндә, операға һөйөү бер ҡасан да булманы, хатта Заһир Исмәғилев исемендәге академияға уҡырға ингәс тә юҡ ине, ғөмүмән, яратманым да, аңлар­ға ла теләмәй инем. Опера донъяһы – оло бер донъя, минең буйым етмәҫ бер киңлек кеүек тойолдо, - тип һөйләне Гөлнара. - Әммә уҡытыусыларымдың шул тиклем бар яҡлап көслө булыуы, үҙҙәренең эшен артығы ме­нән үтәп, беҙҙең менән көн һайын эшләүе, килеп сығамы, юҡмы, барлыҡ көсөн һалыуы һөҙөмтә­һендә барыһы ла үҙгәрҙе. Шуға күрә профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитоваға айырыу­са рәхмәт һәм уның уҡыу­сыһы булыуым менән бәхетлемен, ғорурланам. Концертмейстерым Ирина Станиславовна Долмато­ваға ла рәхмәтем сикһеҙ. Опера донъяһына һөйөүҙе тап улар уятты.

Беҙ  “Севильский цирюльник” (“Севилья сәс ҡырҡыусыһы”) операһының оҙаҡ йылдар театр сәхнәһендә ҡуйылыуын һәм тамашасылар алҡыштарына күмелеүен теләйбеҙ!

Фотолар: Гөлнара Вәлиеваның шәхси архивынан.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты
32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты
32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты
32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты
32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты
32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты
32 йылдан һуң сәхнәгә кире ҡайтты
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас