

23 декабрҙә Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ҡарамағында ойошторолған ЮНЕСКО-ның Мәғариф программалары буйынса Рәсәй комитеты ултырышы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Ултырышта Комиссияның 2025 йылдағы эшмәкәрлегенең төп йомғаҡтары тикшерелде һәм алдағы осорға перспективалар билдәләнде. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы етәксеһе Башҡортостандың ҡаҙаныштарын айырыуса билдәләне.
– Бөтә ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, уҙып барған йылда Рәсәй, һәр ваҡыттағыса, ЮНЕСКО эшмәкәрлегенең бөтә йүнәлештәрендә лә ҙур өлөш индерҙе. Рәсәй инициативаһы буйынса ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы комитеты Башҡортостанда урынлашҡан палеолит сәнғәте шедеврын - Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрен бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерҙе. Хәҙер исемлектә – Рәсәйҙән 34 объект. Башҡортостан Республикаһында Рәсәйҙә икенсе “Торатау” геопаркын булдырыуға ғариза ЮНЕСКО-ның Донъяуи геопарктар буйынса советының юғары баһаһына лайыҡ булды. Номинация ЮНЕСКО-ның Башҡарма советы тарафынан раҫлау өсөн тәҡдим ителде, уның ултырышы киләһе йылдың яҙында үтәсәк. Рәсәйҙең гуманитар өлкәләге халыҡ-ара позицияларын нығытыу киләсәккә лә иғтибар үҙәгендә ҡалырға тейеш. Беҙ бында үҙ-ара килешеп һәм инициативалы эшләүебеҙҙе дауам итербеҙ, тип ышанам, – тип белдерҙе Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында республиканың тәбиғи, этномәҙәни төрлөлөктө һаҡлау, экологик туризмды үҫтереү, мәғариф проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ЮНЕСКО менән тығыҙ эшләүен билдәләне.
– Бөтә Рәсәй һәм донъя киңлегендә юғары фәнни һәм мәҙәни-тарихи ҡиммәткә эйә булған республика объекттарын һәм биләмәләрен үҫтереүгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Мәҫәлән, “Торатау” геопаркы “Янғантау”ҙан һуң ЮНЕСКО-ның донъяуи геопарктар селтәренә инде. Хәҙер улар Рәсәй Федерацияһында икәү. Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән. Был - беҙҙең өсөн ҙур еңеү, уға 14 йыл тиерлек барҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ мөһим компетенциялар үҙәген – Өфө фән һәм технологиялар университетының “Геопарктар һәм тотороҡло үҫеш биләмәләре” кафедраһын алдыҡ. Бынан тыш, Торатау геопаркы биләмәһендә урынлашҡан “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” геологик киҫелештәре Рәсәйҙә беренсе булып халыҡ-ара эталон (алтын ҡаҙаҡтар) статусын алды.
Төбәк етәксеһе, Башҡортостанда, асылда, тәбиғәт, мәҙәни, фәнни, мәғариф объекттары һәм башланғыстары бер-береһенә бәйле булған ЮНЕСКО-ның тотош экосистемаһын булдырҙылар, тип белдерҙе.
– Беҙ бының менән генә туҡтап ҡалмайбыҙ. Илдә ЮНЕСКО геопарктарының Милли селтәрен булдырыу тәҡдиме менән сыҡтыҡ. Ул үҙенсәлекле тәбиғәт биләмәләрен ЮНЕСКО-ның донъяуи геопарктар селтәренә индереү буйынса артабанғы ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыусы була алыр ине, тип уйлайым. Бөтә донъя мираҫы исемлегендә булған мәҙәни объекттарҙы үҫтереү өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Был Воскресенск баҡыр иретеү заводы комплексы – XVIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән, шул иҫәптән Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан тау заводы цивилизацияһы мираҫы. Шулай уҡ беҙ Турахандың боронғо мавзолейы урынында тағы ла бер ҡыҙыҡлы объект төҙөй башланыҡ. Был - Евразия күсмә цивилизациялар музейы, ул Алтын Урҙа осорондағы Көньяҡ Уралдың бай тарихи мираҫын сағылдырасаҡ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров.
Республика Башлығы шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһына, илдең Сит ил эштәре министрлығына һәм шәхсән Сергей Лавровҡа Башҡортостанға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һәр башланғысыбыҙҙы Сит ил эштәре министрлығынан хеҙмәттәштәребеҙ менән тикшерәбеҙ. Дипломатик корпусҡа башланғыстарыбыҙға ярҙам иткәне, һәр мәсьәләлә ярҙам итергә әҙерлеге һәм, әлбиттә, юғары профессионаллек кимәле өсөн рәхмәт белдерәм, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
***
Дөйөм йыйылыш сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән Александр Карпинский исемендәге Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү геология институты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм учреждениеның генераль директоры Павел Химченко ҡул ҡуйҙы.
Килешеү Башҡортостанға Рәсәйҙә геопарктар булдырыу һәм үҫтереү буйынса лидер һәм методологик үҙәк ролен нығыта. “Янғантау” һәм “Торатау” базаһында алынған тәжрибә башҡа төбәктәр өсөн эталон буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда геопарктар булдырыу буйынса эшмәкәрлекте координациялау өсөн Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ҡарамағында Александр Карпинский исемендәге институт инициативаһы менән Геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара программа комитеты булдырылды. Ул ЮНЕСКО-ның Рәсәй донъяуи геопарктар селтәренең координаторы булып сығыш яһаясаҡ, уны Башҡортостан “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктары нигеҙендә булдырырға тәҡдим итә.
– Карпинский институты – ҙур тарихлы алдынғы ғилми геология учреждениеһы. Был геопарктар менән эшләү буйынса төп уҙаҡташыбыҙ. Был килешеү беҙгә нимә бирә? Беҙ геопарктарҙың Милли селтәрен булдырырға ниәтләйбеҙ. Рәсәйҙә улар әлегә икәү, икеһе лә – Башҡортостанда. Шуға күрә беҙ бында төп структура буласаҡбыҙ, һәм беҙгә башҡалар ҙа тартыласаҡ. Тәжрибә уртаҡлашырға әҙербеҙ. Был эш һөҙөмтәһендә илебеҙҙә яңы геопарктар барлыҡҡа килер, тип ышанам, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Юлдаш ЙОСОПОВ, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитете рәйесе:
– Беҙҙең башҡорт мәҙәни мираҫы - башҡорт халҡының ғына айырым мираҫы түгел, ул, ғөмүмән, бөтә кешелектең хазинаһы. Шуға күрә лә ошо күҙлектән беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ. Иң беренсенән, ошо һаҡлауҙың гарантияһы ул дәүләт тарафынан күрелгән ыңғай сараларҙан тора һәм шуның өсөн дә беҙҙең Рәсәйебеҙ мәҙәниәтебеҙҙең берҙән-бер усағы булып тора. Халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡанда, әлбиттә, илебеҙ иң беренсенән беҙҙең күп милләтлелекте күрһәтә. Ошо төрлө халыҡтар мәҙәниәте сиктәрендә формалашҡан цивилизациябыҙ - быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән илебеҙҙең байлығы. Илебеҙҙең йәмғиәте төрлө мәҙәниәттәрҙән, диндәрҙән сигелгән һәм унһыҙ Рәсәйебеҙҙе бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмайбыҙ. Халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡанда беҙ белеп торабыҙ - ватандаштарыбыҙ Испанияла, Америкала, Төркиәлә һәм башҡа илдәрҙә йәшәһә лә - барыһы ла беҙҙең Рәсәйҙә килеп тыуған әҙәби телде, мираҫты ҡуллана. Шуның өсөн дә уны һәр яҡлап һаҡларға тейешбеҙ. Беҙҙең төп йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ, ғөмүмән, барлыҡ мәҙәни мираҫыбыҙ тап ошо ерҙә барлыҡҡа килгән. Халҡыбыҙ ҡайҙа ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, Рәсәйҙең мәҙәни мираҫын файҙалана. Был беҙҙең өсөн төп көсөбөҙ булып тора. Шуға күрә лә ЮНЕСКО тарафынан билдәләнгән объекттарыбыҙ, әлбиттә, иғтибарға лайыҡ. Ошондай абруйлы ойошмаларҙың Рәсәй мәҙәниәтенә ҡарата иғтибары ҙур әһәмиәткә эйә.
Фото: glavarb.ru.