

Нәзифә Ҡадирова – Башҡорт АССР-ының халыҡ, Татарстандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфөнөң почетлы гражданы. Ул үҙенең тамашасыһына, республикаһына тоғро – бына инде 54 йыл сәхнәлә.
Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадирова Учалы районының Ахун ауылында тыуған. Мәктәп йылдарында уҡ йырлай башлай. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, уны Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада төркөмөнә эшкә алалар.
Йәш йырсы бында үҙенең икенсе ғаиләһен таба. Артистың хеҙмәт кенәгәһендә берҙән-бер яҙма тора. Башҡа ҡалаларҙан һәм хатта дәүләттәрҙән яҡшы тәҡдимдәр була, әммә Нәзифә Жәүәт ҡыҙы яратҡан республикаһына хыянат итмәй, хатта үҙе лә ошо ныҡлығына аптырап ҡуя.
Моңло тауышы менән ул республика, Бөтә Союз һәм халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулай. Элекке заманда гастролдәр оҙаҡҡа һуҙыла, әммә ул һәр ваҡыт шатланып һәм ҡанатланып баш ҡалаға – өйөнә ҡайта.
Хәҙер Нәзифә Ҡадирова - артист ҡына түгел, филармонияның ветерандар советы рәйесе лә. Йәш хеҙмәттәштәренә әүҙем ярҙам итә, бар моңон тамашасыға бүләк итеп, илһамланып эшләй. Ул Йылҡы йылында тыуған, тимәк, 2026 йыл йырсы өсөн икеләтә мәғәнәгә эйә.
– Мин Ҡуҙы йондоҙлоғонда тыуғанмын, ә ул – бик үҙенсәлекле, аңлап бөтмәҫлек йән эйәһе, шуға күрә лә уға оҡшап, беҙҙең дә ҡупырайып китеүебеҙ ихтималлығы ла бар, әммә Йылҡы йылы беҙҙе ауыҙлыҡлап, тигеҙлектә, теҙгендә тота, тәртәнән ары сығармай. Үҙебеҙ ҙә шул ат кеүек эшебеҙҙе белеп, ғүмер буйы йөк тартабыҙ, алға ынтылып барабыҙ. Халыҡта, тартҡан атҡа ғына йөк тейәйҙәр, тигән тәрән мәғәнәле әйтем бар. Был әйтем беҙҙең хаҡта ул. Дөйөм алғанда, Ат йылын бик яратам, ошо йылда тыуғаныма бик ҡәнәғәтмен, – ти Нәзифә Жәүәт ҡыҙы.
Әйткәндәй, Нәзифә Ҡадированы әсәһе лә, ҡыҙы ла Йылҡы йылында тыуған. “Әсәйем алдынғы колхозсы ине. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булды. Ул да барлыҡ йөктө үҙе тартып барҙы”, – ти йырсы.
Яңы йыл Нәзифә Ҡадирова өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә – уның ижадына 55 йыл тула.
– Аллаға шөкөр, бала саҡтағы хыялым тормошҡа ашты – әле лә ошо ат кеүек эшләүҙе дауам итәм. Элек тә хеҙмәттәштәрем: “Һин ат кеүек эшләйһең дә эшләйһең”, – тип әйтә торғайны. Репетициялар, үҙ өҫтөңдә эшләү – ул да йөк тартыу. Һөнәреңде, халҡыңды яратыу, уларға матур булып сығырға һәм матур йырҙар бүләк итергә, композиторҙарыбыҙҙың йырҙарын тамашасыға еткерергә ынтылыу ҙа тырышлыҡ талап итә. Аллаға шөкөр, орден-миҙалдар ҙа, Рәхмәт һәм Маҡтау ҡағыҙҙары ла бик күп. Уларҙан шкафтар һығылып тора, Рәсәй, элекке Советтар Союзы осоронан Рәхмәт хаттарына хәтлем бар.
Әле махсус хәрби операцияға ярҙам итеү өсөн халыҡ фронты, ирекмәндәр менән күп эш башҡарабыҙ. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тигән кеүек ошо хеҙмәтеңдең емешен күреү ҙә тырышлығыңа бәйле. Эшебеҙҙе күрә белгәндәргә рәхмәт. 2026 йылда сәхнәлә эшләүемә 55 йыл була. Үҙемдең юлымды табыуыма бик шатмын, һәр ваҡыт репертуарымды яңыртыу өҫтөндә эшләйем. Сәхнәгә халҡымды, тамашасымды яратып сығам. Сәхнә – минең өсөн тормош, илһам сығанағы. Һинең йырың тамашасыға барып етә икән, көслө алҡыштарға күмәләр икән – был да ыңғай йылы мөхитте тыуҙыра. Ғөмүмән, ҡайҙа ғына эшләһәң дә, һөнәреңде яратып, бирелеп, бөтә йөрәгеңде һалып башҡарырға кәрәк, – ти йырсы.
Фото: Нәзифә Ҡадированың ғаилә архивынан.