Бөтә яңылыҡтар

Бер генә минутҡа ҡал әле янымда...

-Был Һыуһылыумы әллә? – тип ят ҡунаҡ көлөп ебәрҙе. Ә мин уға эстән “Һы, ә һин – “Ҡунаҡ” тинем. Уйымдан үҙемә лә ҡыҙыҡ булып, көлөүҙән саҡ тыйылып ҡалдым. Шулай ҙа йөҙөмдө асырға оялып тора бирҙем әле. Ярай Мәликә инәй оҙаҡламаны. Икәүләп тиҙ генә ашарға әҙерләп, ҡунаҡтарҙы табынға саҡырҙыҡ. Өҫтәл артына ултырышҡас ҡына ҡунаҡ ағайға белендермәй генә иғтибар иттем. Яғымлы ҡараған һоро күҙле, киң майлайлы, дегет кеүек ҡара сәсе сикә тирәһендә саллана ла башлаған, утыҙ йәштәрҙә микән. Күҙәткәнде һиҙепме, ул да миңә күтәрелеп ҡараны. Күҙҙәр осрашҡас, ҡапыл ҡаушаным да сәйнәгән икмәкте оҙаҡ йота алмай ыҙаландым, сынаяҡ тотҡан ҡул ҡалтырап китте.

Бер генә минутҡа ҡал әле янымда...
Бер генә минутҡа ҡал әле янымда...

Бер генә минутҡа ҡал әле янымда... Хикәйә.

Уянғанда ҡояш нурҙары мин йоҡлаған карауатҡа тура төшә ине. Сәғәткә ҡарамаһам да белеп торам – һигеҙ тирәһе. Был ваҡытта мине фатирға индергән Мәликә инәй быҙауын тауға ҡыуа. Ул килгәнсе мин сәй ҡайнатам, иртәнге аш әҙерләйем. Бөгөн ял, шуға ҡабаланмайым. Йыуынып алғас, электр сәйнүген ҡуйҙым да сәс тарарға ултырҙым. Сәсем оҙон һәм ҡалын минең, билдән аҫҡа төшөп тора. Тарап үргәнсе ярты сәғәттәй ваҡыт үтә лә китә. Шулай ике толомдо ла тағатып тарай башланым. Төн уртаһында ғына ҡайтҡас, йоҡо ла туймаған. Был ауылда ике ай тирәһе инде фельдшер булып эшләйем. Район үҙәгенән ситтә ятҡас, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, укол һалыу, ашығыс ярҙам күрһәтеү – барыһы ла минең иңдә. Хатта ҡайһы берҙә  акушер ҙа булырға тура килә. Сирлеләргә ярҙам күрһәткәс тә әле күңел тынысланмай. Дөрөҫ диагноз ҡуйҙыммы икән тип белешмә китаптарҙы ҡарап сығам.

“Белемде тәрәнәйтер кәрәк, мотлаҡ артабан уҡырға...” тип уйлап та бөтмәнем, шығырлап ишек асылды. Инәй ҡайтты, ахыры. Ә минең сәй әҙер түгел.

-Һаумыһығыҙ, - тине ир тауышы.  

-Һаумыһығыҙ, - тип яуаплап, сәс аша ҡараһам, күршелә йәшәгән уҡытыусы ағай бер ят кеше менән баҫып тора ишек төбөндә.

-Ҡатын өйҙә юҡ, бына ҡунаҡ килеп төштө. Ашатып ебәрмәҫһегеҙме?

-Үтегеҙ һуң, - тинем дә, ниңәлер оялып, йөҙөмдө сәс менән ҡаплап ҡуйҙым.

-Был Һыуһылыумы әллә? – тип ят ҡунаҡ көлөп ебәрҙе.

Ә мин уға эстән “Һы, ә һин – “Ҡунаҡ” тинем. Уйымдан үҙемә лә ҡыҙыҡ булып, көлөүҙән саҡ тыйылып ҡалдым. Шулай ҙа йөҙөмдө асырға оялып тора бирҙем әле. Ярай Мәликә инәй оҙаҡламаны. Икәүләп тиҙ генә ашарға әҙерләп, ҡунаҡтарҙы табынға саҡырҙыҡ. Өҫтәл артына ултырышҡас ҡына ҡунаҡ ағайға белендермәй генә иғтибар иттем. Яғымлы ҡараған һоро күҙле, киң майлайлы, дегет кеүек ҡара сәсе сикә тирәһендә саллана ла башлаған, утыҙ йәштәрҙә микән. Күҙәткәнде һиҙепме, ул да миңә күтәрелеп ҡараны. Күҙҙәр осрашҡас, ҡапыл ҡаушаным да сәйнәгән икмәкте оҙаҡ йота алмай ыҙаландым, сынаяҡ тотҡан ҡул ҡалтырап китте.

Ахыры сынаяҡты өҫтәлгә ҡуйҙым да сәйҙәге шаманы күҙәтә башланым. Бына эшкинмәгән, ят әҙәмдән дә йөҙәп ултырамсы, тип үҙемде эстән әрләйем...

- Нимә, күрше, берәйһенән хат көтәһеңме әллә? – тип шаяртып һүҙ ҡушты уҡытыусы ағай.

- Кәнде хат көтөр сағы инде, - тип минең урынға инәй яуапланы.

Улар ике көн инәйгә ашарға йөрөнө. Ә мин башҡа бергә табынға ултырмаҫ булдым.

- Әллә Һыуһылыу ашамаймы? – тип шаяртып та ҡаранылар.

Өсөнсө көнөнә килмәнеләр, моғайын, ағайҙың ҡатыны ҡайтҡандыр. Бергә ултырып ашамаһам да, күңелле ине әле ул.

...Ул көндө төшкә тиклем сабыйҙарҙы тикшерергә өйҙәргә йөрөнөм. Унан килеүгә укол һалдырыусылар сиратҡа теҙелгән ине. Пациенттар таралғансы көн дә үтте. Тағы бер эш көнө тамам, тип халатымды сисә башлағайным, ишек шаҡынылар.

-Инегеҙ, - тинем ризаһыҙ ғына. Ауылда шулай эште тамамлап ҡайтам тигәндә лә килеп инеүселәр табыла инде.

Был юлы ишек ауыҙында күршеләргә килгән “Ҡунаҡ”тың башы күренде.

-Әһә, күрше, һине бында тап иттем бит. Сирләп киттем әле. Көн оҙоно йөрәгем сәнсеп тик тора. Берәй дарыу бирмәҫһегеҙме икән? – тип шаян ҡараны ул.

-Хәҙер шәбәйтәбеҙ, - мин дә уның тулҡынына күсеп яуапланым. – Беҙҙе уҡытҡан табип, диагноз ҡуя алмаһағыҙ, стериль һыу булһа ла һалығыҙ, зыяны булмаҫ, ти торғайны.

-Уф, бына йөрәгем ебәрҙе, - тине ул мин бер грамдай һыуҙы һалып бөткәс.

-Уколдың файҙаһы тейһен. Тағы, ҡайтҡас та бына был дарыуҙы ла эсһәгеҙ, - тип эс китәрә торған таблетка һуҙҙым.

Икенсе көнө ҡунаҡ күренмәне. Эсе тотоп яталыр әле, тип үҙен йәлләп тә ҡуйҙым шунда. Ҡара һин уны, уны көтәһең түгелме, тип үҙемде шелтәләп тә алдым.

Өсөнсө көн эш аҙағына тағы килеп инде был.

-Ысынлап ауырыйым ахыры: йөрәгем, тәнем, хатта эсем ауырта бит, һеңлем.

-Ҡайҙа тағы укол ҡаҙайыҡ һуң.

-Юҡ инде, миңә матур, шифалы һүҙҙәр ҙә етә. Тағы, яныңда теге һарыбайҙар йөрөмәһә, ауырымаҫ та инем...

-Уныһы кем тағы? – тип белмәмешкә һалышам. Кисә артымдан йөрөгән егет килеп киткәйне шул. Ҡасан күреп өлгөргән тиң.

-Ә ул һиңә тиң түгел... – тине уйланып тора биргәс “Ҡунаҡ”.

-Ә миңә оҡшай, - тим һыр бирмәй генә.

-Мин һинән олораҡ, шуға тормошто күберәк беләм тип әйтә алам. Теләйһеңме, һиңә характеристика бирәм.

-Кәрәкмәй, мин үҙемде яҡшы беләм.

-Улай булғас, бәхәскә ҡуям: мин бер нисә тәҡдим индерәм, һин гел “юҡ” тип яуап бирәсәкһең.

-Бәлки, “эйе” лә тиермен, - үҙем дә аңғармаҫтан шулай тинем.  

-Әйҙә хәҙер урам буйлап етәкләшеп ҡайтабыҙ, - тине ул, ҡулымды тотоп.

-Юҡ, - тим үҙем дә һиҙмәҫтән.

-Улай булғас, кис осрашабыҙ!

-Юҡ!

-Киноға барайыҡ һуң...

-Ярай, - тип был юлы ризалаштым. Гел юҡ тип тороп булмай бит инде.

Кис үҙемсә биҙәнеп-төҙәнеп клубҡа киттем. Бында күберәк иҫке киноларҙы ҡабатлап күрһәтәләр. Шуға ниндәй фильм булыры ҡыҙыҡһындырмай ине. Уйымда – “Ҡунаҡ”, уны күргем килеп тик тора – оят, әммә ысыны шулай.

Мин килеп еткәндә кино башланғайны. Кешеләргә ҡамасауламаҫҡа тырышып, артҡа үтергә теләнем, ә Ул ишек төбөндә көтөп торған икән, ҡулдан эләктереп алып янына ултыртты. Арттағы егеттәрҙең ризаһыҙ тауыштарынан да, кешеләрҙең күҙ ҡараштарынан да ныҡ уңайһыҙланһам да, ситтән килгән ҡунаҡ янында түҙеп ултырҙым шулай. Үҙем оҡшатҡан егеттәрҙән гел ҡаса торғайным, был юлы ниндәйҙер көс урындан торғоҙмай тота ине.

Кинонан һуң бергә ҡайттыҡ. Ҡапҡа төбөнә еткәс, индермәй, ҡулдан тотоп алды, ә үҙе уңайһыҙлана. Ул ҡыйыуһыҙланғас, мин батырайып киткәндәй булдым.

-Иртәгә ҡайтам, оҙата киләһеңме? Тик "юҡ" тимә инде йәме.

-Тәртибегеҙгә ҡарармын, - тигән булам, үҙемдең шунда уҡ эсем боша башланы. Уның һәр хәрәкәте, һүҙе, ҡыланышы ни арала миңә яҡын булып өлгөргәндер. Был кешене өс көн түгел, ғүмерем буйы беләм кеүек. Оҙағыраҡ янында торһам, ошо уйымды белер һымаҡ, шуға йәһәт кенә һаубуллашып, өйгә йүгерҙем.

-Бер генә минутҡа ҡал инде...

Кире боролғом килә лә ул, тик әлеге кирелек... Ул мине кире сығыр тип уйланымы икән, ҡапҡа төбөндә оҙаҡ ҡына торҙо. Байтаҡ ваҡыттан өмөтө өҙөлөп китеп барҙы. Ә мин ҡорған артынан ҡарап ҡалдым...

Иртәгәһен мин эштән сәғәт алты тулһа ла ҡайтырға сыҡманым. Эш бүлмәһенән урам ус төбөндә кеүек күренә. Урамға сығырға батырсылығым етмәй. “Ҡунаҡ”ты тәҙрәнән ҡарап ҡына оҙатырмын да... Ә ул мине ҡайтышлай өй янында тап итермен тип уйлағандыр ҙа...

Бына бер мәл асыҡ йөк машинаһы килеп туҡтаны. Район үҙәгенә йыйынған кешеләр ултырыша башланы. Улар араһында тирә-яғына ҡаранған “Ҡунаҡ” та бар. Минең дә уны күреп ҡалырға теләгем көслө, янына сығайым тип бер кейенәм, бер сисенәм. Әммә эске бер кәртә мине ҡоршап тота, ҡыйыу аҙымдан аралай.

Шулай машина ҡуҙғалды, ә мин тәҙрә янында тағы ҡорғанға ышыҡланып тороп ҡалдым.

Бер нисә көндән унан хат алдым. Хат табаҡ тултырып яҙылғайны. Мине район үҙәгендә күреп ҡалып ныҡ оҡшатыуын, эшләгән ауылды белешеп, минең менән махсус танышырға килеүен етди итеп хәбәр иткән. Хәрби кеше икән. Уны ниндәйҙер өлкәгә оҙайлы командировкаға ебәрер алдынан ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск биреүҙәрен, ошо ваҡыт эсендә атаһы уға өйләнергә тигән ҡәтғи талап ҡуйыуын да йәшермәгән. Осрашҡанда был турала һөйләй алмағас, хатында бырыһы тураһында яҙып, кейәүгә сығырға тәҡдим яһағайны миңә. Был һүҙҙәренән тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып, аңым томаланды. Эйе, оҡшаттым мин уны, хатта ныҡ оҡшаттым, әммә быны ул да, башҡа берәү ҙә белмәһен тип төпкәрәк йәшергәнмен. Тағы ла, училищены яңыраҡ тамамлаған, кейәүгә сығыуҙы был рәүешле күҙ алдына килтермәгән ҡыҙ, әлбиттә, бындай аҙымға әле генә әҙер ҙә түгел инем.

Шулай уның хаты-тәҡдиме яуапһыҙ ҡалды. Оҡшатһа тағы килер, осрашырбыҙ, һөйләшербеҙ, ул ваҡытта инде мин дә етдиерәк булырмын тип уны көттөм-көтөүен. Көтөп ала алмағас, оҙон сәсемде киҫтерҙем, Һыуһылыу юҡ хәҙер, тараған һайын шуны иҫеңә төшөрмә, йәнәһе.

Ә ул ваҡытта “Ҡунаҡ”тың тиҙ арала икенсе ҡыҙҙы һоратып, никах уҡытып, үҙе менән бергә алып китеүе тураһында белмәй инем әле...

Автор: Фәйрүзә Фәтҡуллина.

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас