

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Лилиә Биктимерова тыуған көнөн билдәләй. Лилиә Рафаил ҡыҙын еләкле йәше менән ҡотлайбыҙ һәм ижади уҡыштар, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ.
Белеүебеҙсә, Лилиә Биктимерованың ғаиләһе лә бик талантлы. Тормош юлдашы – Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниевте, ҡыҙы Гөлназ Асаеваны белмәгән кеше юҡтыр. Ғәниевтәрҙең бәләкәй улдары Кәрим дә ҙур сәхнәләрҙе яулай башланы.
Йырсының ҡыҙы Гөлназ Асаева социаль селтәрҙә әсәһенә ихлас күңелдән яҙылған яҙма бағышланы.
“Бөгөнгө көнөмдө әсәйемә бағышлағым килә. Әсәйҙең бала сағы бик бәхетле булған тип әйтә алмайым. Ул 10 йәшендә фажиғәле рәүештә әсәйһеҙ (минең нәнәйһеҙ) ҡала, уға күп ауырлыҡтар аша уҙырға тура килә...
Тыштан уҫал кеүек күренһә лә, ул бик йомшаҡ күңелле, оло йөрәкле, балалары өсөн янып-көйөп йәшәй торған әсәй. Минең ижадыма бөтә көсөн һалған кеше – ул минең әсәйем. Әсәйемдең ҡаты ҡулы эләкмәһә, бәлки бөгөн “Гөлназ Асаева” тигән артист та булмаҫ ине. Әле һаман да иҫтә: студияла тапочкалар менән бәргеләгәндәре (көлә).
Әсәй – һин минең донъялағы иң яҡын, иң ҡәҙерле кешем! Иң мөһиме – иҫән-һау бул, күңел тыныслығың булһын. Атай менән тағы күп йылдар буйы бөгөнгөләй үҙ тулҡындарығыҙҙа булып, бер-берегеҙҙе яратып йәшәгеҙ! Донъялағы иң бәхетле кеше булып йәшә, һин быға лайыҡ!” – тип яҙҙы Гөлназ Асаева.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!
https://t.me/tatar_estrada