

Тиҙҙән башҡорт һәм татар эстрадаһының иң популяр йырсыларының береһе Элвин Грейҙың Башҡортостан буйлап оҙайлы гастролдәре башлана. Көсөргәнешле эш алдынан Радик Юлъяҡшин Тайландта ял итеүе хаҡында социаль сәхифәһендә хәбәр иткән.
"Бында шәп, рәхәт һәм эҫе. Мин бөгөн ҡояшҡа ныҡ янып бөттөм, ҡыҙарҙым. Тағы ла эҫе илдә ике аҙна ял итәм дә, ҡайтып дәртләнеп эшкә тотонасаҡмын", - тип үҙ яҙылыусыларын ныҡ ҡара тутлы йөҙөн күрһәткән.
Йырсы белдереүенсә, ял бик шәп үтә. Шулай уҡ ул рәхәтләнеп байкта елдерә.
Батырға ла ял кәрәк, тиҙәр. Әйҙә, гастролдәр алдынан йырсы рәхәтләнеп ял итеп, яңы көс менән гастролдәргә сыҡһын! Был юлы халыҡ артисының гастролдәре Урал аръяғы райондарын башлана. Сибайҙа ғына өс көн буйына Элвин Грей тамашасыларға йыр -моңдарын бүләк итәсәк.
Фото: Видеонан скриншот
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!