

Яңыраҡ Илһөйә Бәҙретдинованың Илеш районы үҙәге Үрке Йәркәйҙәге концертында бер ит-аттың үҙенсәлекле бүләк тапшырыуы хаҡында хәбәр иткән инек. Был юлы Туймазыла үткән концертта ла йәнә ҡыҙыҡ хәл булған. Был хаҡта Илһөйә Бәҙретдинова үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр иткән.
"Туймазы, икенсе көн. Бөгөн концертта гендер-пати ойошторҙолар. Был ғаиләнең инде ике улы бар, хәҙер өсөнсө баланың ниндәй енестән буласағын белербеҙ. Тулҡынландырғыс, ҡулдар ҡалтырай. Минең менән бындай хәл беренсе тапҡыр", - тип яҙған йырсы һәм ваҡиғаның видеояҙмаһын урынлаштырған.
Ғаиләлә ҡыҙ бала донъяға киләсәк. Йырсы тыуасаҡ сабыйҙың һау-сәләмәт һәм бәхетле булыуын теләгән. Тамашасылар яңылыҡты йылы ҡабул иткән, атә-әсәне көслө алҡыштар менән хуплаған.
Һуңғы ваҡытта күп концерттарҙа егете һөйгән ҡыҙына тәҡдим яһаймы йәки ошондай гендер-пати ойоштороу кеүек хәлдәр йышая бара. Ә һеҙгә, концерт ҡарарға барған тамашасыларға, ошондай күренештәр оҡшаймы ул? Фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙһағыҙ ине.
Фото: Видеонан скриншот
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!