

Был хаҡта йырсы үҙенең телеграм -каналында хәбәр итә.
"Дуҫтар, Ильясты юғалтҡандан һуң, тағы ла нығыраҡ бер нәмәне аңлай башланым... Шулай сабып йөрөйбөҙ, донъя, мал ҡыуабыҙ, өйгә ҡайтып инмәйбеҙ... Улым Әлим менән дә булаһым килә, ата-әсәй, туғандар менән. Рәхәтләнеп мунса инеп, һөйләшеп ултырыу урынына, гел ҡайҙалыр сабаһың... Тегенеһе кәрәк, быныһы ла...
Был - зарланыу түгел, әммә ғүмер уҙып бара. Йәшәргә лә онотмаҫҡа ине. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты, йәш ваҡытта йөрөп тә, йәшәп тә ҡалырға кәрәк. Иҫән булайыҡ - иң мөһиме.
Элек бындай темаларға бик уйланғаным юҡ ине. Йәшәй-йәшәй ҡиммәттәр, күҙаллауҙар үҙгәрә. Мин дә олоғаямдыр", - тип яҙған Ришат Төхвәтуллин үҙенең телеграм- каналында.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Фекерҙәрегеҙ менән комментарийҙа уртаҡлашһағыҙ ине.
Сығанаҡ: Ришат Төхвәтуллиндың телеграм -каналы
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!